Башҡортостан Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе Ҡоролтайына әҙерләнә

Әле барлыҡ район һәм ҡалаларҙа, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йыйындар уҙа, делегаттар һайлана.  Мәжит Ғәфури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Өфө ҡала башҡорттарының да беренсе ҡоролтайы үтте. Сарала өс йөҙгә яҡын делегат ҡатнашты. Йыйын сиктәрендә Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары һәм рәйесе һайланды. Өфөлә генә 200 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Быға тиклем ҡала башҡорттары ҡоролтайы юҡ ине. Һәм, ниһәйәт, Өфө башҡорттарының үҙ ҡоролтайы ойошторолдо. Йыйында Өфөнөң ете районынан 300-гә яҡын делегат ҡатнашты. Сара барышында ҡала шарттарында башҡорт мөхитен, милли һәм рухи күсәгилешлекте тәьмин итеү, туған телде, мәҙәниәтте һәм милли йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереү юлдарын барлау, йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлекте тәрбиәләү кеүек мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Йыйын барышында һәр кем үҙ тәҡдимдәрен индерә алды. Уларҙың күбеһе Өфө ҡалаһында башҡорт балалар баҡсалары һәм мәктәптәре етмәүгә бәйле ине. Йыйын сиктәрендә башҡарма комитет һәм етәксе һайланды. Берҙәм тауыш менән Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп Гөлфиә Янбаева һайланды. Бөтә Донъя башҡорттарының тәүге ҡоролтайы 24 йыл элек ойошторолғайны. Башҡорт халҡының йыйындары-Ҡоролтайҙар үткәреү йолаһы тарих төпкөлөнән килә. 90-сы йылдарҙа был йолаға әйләнеп ҡайтыу көн талабына әйләнә, сөнки үҙгәртеп ҡороу елдәренең йәмәғәтселеккә кире йоғонтоһо тиҙ саралар күреүҙе талап итә. Донъяла әле миллион ете йөҙ мең самаһы башҡорт бар. Донъяның төрлө ҡитғаларында сәселеп йәшәгән милләттәштәребеҙҙе Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы берләштереп тора. Быйыл июндә 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла төрлө илдәрҙә йәшәгән башҡорттар йыйыласаҡ. Әле Башҡортостандың район ҡалаларында, күрше төбәктәрҙә урындағы ҡоролтайҙарҙың ултырыштары үтә. Башҡорт телен һаҡлау, йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү, башҡорт балалар баҡсалары һәм мәктәптәр асыу – уларҙа күтәрелгән төп мәсьәләләр ошо.Сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә телде, мәҙәниәтте үҫтереү йәһәтенән ҡәтғи талаптар ҡуя һәм Ҡоролтайҙың яңы рәйесенә ҙур өмөттәр бағлай.Күптән түгел генә Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы үтте. Съезд көнүҙәк проблемаларҙы ғына асып һалманы, уларҙы хәл итеү юлдарын да асыҡларға ярҙам итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт халҡын берләштереүгә тос өлөш индерҙе. 1995 йылда үткән 1-се ҡоролтайҙа башҡорттарға, Башҡортостан Республикаһы халҡына, Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға, донъя дәүләттәренә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына бихисап мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Быйылда 5-се Бөтә донъя башҡортттары Ҡоролтайында ла тел, мәғәриф, демография, мәҙәниәт, эшҡыуарлыҡ, ғөмүмән, башҡорт халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты | ГТРК «Башкортостан»

«Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты

Был  проект республикабыҙҙың тиҫтәнән ашыу райондарында уҙғарылған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 50 миллион һум аҡса бүленгән. Ул аҡсаға ауылдың мәҙәниәт усағына төрлө йыһаздар, музыкаль инструментар, костюм, компьютер, тегеү машиналары алынған. 

29 мая 2020
Смотреть видео “Беҙ бергә” | ГТРК «Башкортостан»

“Беҙ бергә”

Ғәҙәттә, алып барыусылар залда ултырған тамашасыларҙы сәләмләһә, был юлы уларға телевизорҙар аша өндәшергә тура килде. Пандемия сәбәпле, Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен ябыу айҡанлы концертын онлайн режимда уҙғарырға ҡарар итә. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы менән...

29 мая 2020
Смотреть видео Һөт кухняһы | ГТРК «Башкортостан»

Һөт кухняһы

Һуңғы ике йылда республикала «Һөт кухнялары» эшен  тергеҙеү әүҙем бара. Нефтекама   ҡалаһындағы   махсуслаштырылған цех бына инде бер нисә аҙна эргә-тирәлә урынлашҡан Әмзә, Энергетик, Арлан һәм Ҡуян ауылдарын һөт продукцияһы менән тәьмин итә. Һөт,кефир, эремсек һәм йогуртты...

29 мая 2020
Смотреть видео Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте

Һәр смена һайын Өфөнөң лак-буяу заводында  5 тоннаға яҡын продукция етештерәләр. Эмаль, буяу, шпатлевканың сифатын лабораторияла тикшереп бар республиканы ошо продукция менән тәъмин итәләр.   Ярты быуат эшләү осоронда етештереү бер генә тапҡыр - коронавирус пандемияһы ваҡытында ике...

29 мая 2020
Смотреть видео Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы

Донор булырға теләүселәр ҡан тапшырыр алдынан мотлаҡ рәүештә махсус һорауҙарға яуап бирә. Һуңынан үҙенең ҡан төркөмөн һәм гемоглобинын тикшертә. Ҡан тапшырырға теләүселәр, әлбиттә, бындай процедураны беренсегә үтмәй, шулай ҙа ҡағиҙә иҫкә төшөрөү отошлораҡ.   Короновирус йоҡтороусы...

29 мая 2020
Смотреть видео Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды

Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра. Тап...

28 мая 2020
Смотреть видео 12 мең битлек таратылған | ГТРК «Башкортостан»

12 мең битлек таратылған

Өфөлә йәмәғәт ойошма активистары 12 мең битлектәр таратҡан.Бының өсөн ирекмәндәр ҡаланың кешеләр күпләп йөрөгән райондарын һайлаған. Пандемия шарттарында ойошторолған файҙалы акция халыҡҡа оҡшаған.  Алты пакетҡа тултырылған һаҡланыу сараларын бер сәғәт эсенлдә таратып бөткәндәр. Бындай...

28 мая 2020
Смотреть видео 28 май –сик буйы һаҡсылары көнө! | ГТРК «Башкортостан»

28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!

Бөгөн - 28 май – илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары, пограничниктар байрамы көнө. Ул илебеҙҙә 102 йыл рәттән билдәләнә. Был патриотик көн һәр пограничнигыбыҙ өсөн иң мөһим  байрамдарының береһе булып тора. Быйыл  сик һаҡсылары һәм ветерандары үҙ байрамдарын өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Бындай ҡарар...

28 мая 2020
Смотреть видео Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеген арттырҙылар. Эшһеҙ ҡалған ата-әсәләрҙең өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр. 2020 йыл башынан Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырға артҡан. 60...

28 мая 2020
Смотреть видео Яңы музей комплексы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы музей комплексы

Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.   Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын...

27 мая 2020
Яндекс.Метрика