К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Сүп-сар реформаһы нисек бойомға ашырыла?

Башҡортостанда сүп-сарҙы сорттарға айырыусы һәм эшкәртеүсе Экотехнопарк барлыҡҡа киләсәк. III Халыҡ-ара төбәк операторҙары съезында ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан “Сүп-сар” реформаһына ышаныслы һәм еңел тотондо. Яңы системаға күсеүҙә килеп тыуған хаталар өҫтөндә эштең Өфөлә үтеүе лә осраҡлы түгел. Рәлиә Сәхибгәрәева дауам итә. Йыл башынан илдә “Сүп-сар” реформаһы старт алды. Әлбиттә, ниндәй ҙә булһа яңылыҡ ауыр ҡабул ителгән кеүек, был үҙгәрештәр ҙә еңел бирелмәне. Шуға ла Халыҡ-ара төбәк операторҙары съезының төп маҡсаты — яңы системаға күсеүҙә барлыҡҡа килгән ҡатмарлыҡтарҙы юҡ итеү. Хаталар өҫтөндә эш бергә алып барыла. 68 субъекттан йыйылған 450 делегат түңәрәк өҫтәл артында үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша. Был йәһәттән, Башҡортостан “Сүп-сар” реформаһына ышаныслы һәм еңел ҡушылды, тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала муниципалитеттар етәкселәре менән берлектә сүп-сар контейнерҙары өсөн майҙансыҡтар һәм инфраструктура базаһын булдырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Съезд сиктәрендә Башҡортостанда Экотехнопарк булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ҡалдыҡтар менән эш итеүсе яңы заманса система сүп-сарҙы сорттарға айырыуҙан башлап, эшкәртеүгә тиклем алып барасаҡ. Уртаҡ проблемаларҙың береһе – түләүҙәрҙе йыйыу. Сөнки төрлө субъектта яңы коммуналь хеҙмәткә төрлөсә хаҡ ҡуйылған. Икенсеһе — төбәк операторҙарын һайлау процедураһын камиллаштырыу. Һәр төбәктең үҙ проблемалары булған кеүек, өлгө  алырлыҡ уңышлы практикалар ҙа бар. Халыҡ-ара кимәлендәге съезда сит илдән килгән белгестәр ҙә үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Германияла сүплектәр бөтөнләй юҡ, ҡалдыҡтарҙың 65% эшкәртелә, ә ҡалғанын яғып, энергияға әйләндерәләр. Шулай уҡ, съезд сиктәрендә ҡалдыҡтар әйләнеше өлкәһендә ҡулланылған алдынғы технологиялар һәм өр-яңы техниканан күргәҙмә лә ойошторолдо. Ә иң үҙенсәлекле өлгөләрҙең береһе — бер-нисә минут эсендә хатта автомобилде ваҡ ҡына өлөштәргә онтаусы ошо ҡоролма ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.  Рәсәйҙә сүп-сар реформаһы башланыуға дүрт ай ғына үтһә лә, күсеү дәүере ҡалдыҡтарға яңыса ҡараш формалаштыра. Ҡатмарлыҡтар булһа ла, улар йырып сығырлыҡ, ти белгестәр.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика