К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Баҫҡысһыҙ баҡса

Үткән быуат уртаһында төҙөлгән балалар баҡсаларының төҙөклөгө етди тикшереүгә мохтаж. Өфөнөң ошондай учреждениеларының береһендә баҫҡыс емерелеү сәбәпле ҡаза күргән ғаилә бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү яҡлы.  Бәлә аяҡ аҫтында тигән әйтемде кескәй Амелия хәҙер яҡшы аңлай. Ул атаһы менән ошо баҫҡыстан ҡолаған. Хәйер, атаһы уны йәрәхәтләнеүҙән һаҡлап үҙе һуғылған. Баш мейеһе һелкенгән, ҡабырғаһы һынған, тән тиреһе һыҙырылған. Әле өйҙә, табип күрһәтмәһе менән дауа ала. Ҡыҙыҡайҙан иһә атаһы өсөн ҡурҡыу тойғоһо китмәй. Тәү ҡарашҡа төҙөк баҫҡыстың ҡапыл емерелеп төшөрөн алдан һис күҙалларлыҡ түгел ине, ти шаһиттар. Башҡаланың Совет районына ҡараған 214-се балалар баҡсаһы 1968 йылда төҙөлгән. Кескәйҙәргә мәктәпкәсә белем биреү йорто булараҡ һаман сафта. Тышҡы яҡтан емерелә биргән урындары күҙгә салына. Әммә капиталь ремонт күргәне юҡ, ти бында 27-се йыл эшләгән Светлана Вәлиева. Күңелһеҙ ваҡиғанан һуң кисекмәҫтән ашығыс ҡарар ҡабул ителә. Емерек баҫҡыс эргәһе сикләп алына. Балалар һәм ата-әсә хәҙер төркөмгә урау юл буйлап төп ишектән инеп-сығып йөрөй. Ә баҫҡысты яңынан һалыу тураһында килешеү әҙерләнә. Ярты быуаттан ашыу хеҙмәт иткән был бинаның ошоға оҡшаш ете ишеге бар. Ҡалғандарында күтәрмә йә тәпәш йә тимерҙән ҡоролған. Әммә бәхетһеҙ осраҡтан һуң уларҙың төҙөлөш ҡоролмаларын тикшереү ойоштороласаҡ.Төҙөүселәр яңы баҫҡысты бөгөн үк ҡуйырға ниәтләй. Тикшереүҙе иһә ирекле эксперт ойошмаһы үткәрә.  Совет хеҙмәтсәндәре яһаған бетон заман перфораторына бирешергә ашыҡмай. Иҫке баҫҡыс ҡалдыҡтары менән эшселәр оҙаҡ булыша. Мәңгелек тип ҡойолған ҡоролманың хаталарын белгестәр ябай аңлата.Ғәйеплеләрҙе асыҡлап тейешле яза биреү башҡаларҙы ошондай һәләкәттән аралар тигән уй менән Йәмилевтар хоҡуҡ белгестәренә мөрәжәғәт иткән. Әле дәғүә әҙерләнә. Бәлки ошо бәхетһеҙ осраҡ яуаплылар яғынан балалар хәүефһеҙлеге һағын көсәйтер, тигән ышаныс бар.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика