К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Бер урында ғына торор өсөн дә тиҙ йүгерергә кәрәк

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республиканың муниципаль берәмектәрен яңы ваҡыт талаптарын үтәргә саҡырҙы. Совет ассоциацияһының сираттағы, һигеҙенсе съезында 900-гә яҡын кеше ҡанашты. Бынан 13 йыл элек беренсе ойоштороу съезында ойошманың төп маҡсаттарын билдәләгәйнек, тип башланы сығышын республика етәксеһе. Ошо арауыҡта өлгәшелгән ҡаҙаныштар етерлек, әммә заман яңынан-яңы талаптарын ҡуя. Власть менән халыҡ мөнәсәбәттәре яңы кимәлгә сыға. Етәксе дәрәжәһендәге кеше ғәҙел булырға, һөҙөмтәле эш күрһәтергә һәм һөнәри кимәлдә белемен даими камиллаштырырға бурыслы.    Урындарҙа хаким иткән етәкселәрҙең олоһо ла кесеһе лә ошо хәҡиҡәтте таный. Бөгөн халыҡ менән тура бәйләнеш тоторға, көнүҙәк мәсьәләләрҙе кисекмәҫтән хәл итергә шарттар бар. Тиҙлекте социаль селтәрҙәр тәьмин итә. Ауылда йәшәгән кешеләрҙе тәү сиратта борсоған проблема – сүп-сар йыйыу реформаһы. Хакимиәт башлыҡтары бер тауыштан халыҡта аңлатыу эше алып барыуҙың әһәмиәтенә баҫым яһай. Аралашыуҙың күҙгә-күҙ ысулдары ла ҡулланыла. Бигерәк тә был төпкөл ауылдар өсөн көнүҙәк. Һәр ауылдың үҙенә хас мәсьәләләр ҙә бар. Тормош уңайлыҡтары көнкүрештә генә туҡтамай. Етәкселектең асыҡ һәм ғәҙел сәйәсәте ябай кешеләрҙең дә эшҡыуар даирәләренең дә ышанысын нығыта. Радий Хәбиров төбәккә инвестиция индереү өлкәһендә ниһайәт уңыштар булыуын белдерҙе. 2019 йылдың беренсе сирегендә был һан 40 миллиард һумға етеп 4,3 процентҡа артҡан. Был эҙмә-эҙлекле һәм дөрөҫ эш һөҙөмтәһе, тине республика етәксеһе.   Муниципалитет берәмектәре вәкилдәрен ул урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ менән берҙәм эште әүҙемләштерергә өндәне. 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика