К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам

Ошо девиз аҫтында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтте. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, был акцияла 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Диктанттың һөҙөмтәләре бөгөн билдәле буласаҡ. Башҡорт дәүләт университетының аудиторияһында бер буш урын да юҡ. Парта артында – төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре. Уларҙың барыһын да башҡорт теленә һөйөү берләштерә. Тәүге рәттә -республика етәксеһе Радий Хәбиров. Ул да башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы. Быйыл диктант тексы ике төркөм: башҡорт телен яҡшы белгәндәр һәм телде яңы ғына өйрәнә башлағандар өсөн махсус әҙерләнде. Дәүләт эшмәкәрҙәре лә күләмле акциянын ситтә ҡалманы. “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалының алып барыусылары сараға дәррәү ҡушылды. Сөнки тап улар милли тапшырыуҙар аша миллиондарса тамашасыға башҡорт телендә мәғлүмәт еткерә. Диктант – телде белеү кимәлен тикшереүсе яҙма эш кенә булһа ла, был сараның маҡсатына тәрән мәғәнә һалынған. Әлбиттә, туған телдә һөйләшеү генә түгел, уҡый-яҙа белеү ҙә мөһим. Шуға ла акцияның девизы – “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам.” 2015 йылда Башҡорт дәүләт университеты сиктәрендә башланған сара бөгөнгө көндә барлыҡ ҡитғаларға ла таралды тиергә мөмкин. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тарафынан Халы-ара статусын алған башҡорт теленән диктантты быйыл онлайн рәүештә интрнет аша теләгән һәр кем, донъяның теләһәң ниндәй нөктәһенән яҙа алды. Уларҙың һаны 10 меңдән ашыу. Америка Ҡушма штаттары, Төркиә, Ҡытай, Германия, Бөйөк Британия – йәмғеһе сит илдәрҙә 20, күрше өлкәләрҙә 25, Башҡортостанда 802 майҙансыҡта кешеләр башҡорт теленән белемен һынаны. Ҡатнашыусыларҙың артыуы -киләсәктә башҡорт теленә лә иғтибарҙың артыуын дәлилләй. Диктанттың һөҙөмтәләре бөгөн билдәле буласаҡ. Әммә нидәй генә билдә ҡуйылмаһын, акцияға ҡушылған һәр кемдең туған телен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика