К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Гагарин Кубогы

Башҡортостан уҡыусылары араһында хәҙер һигеҙенсе йыл рәттән ойошторолған “Гагарин Кубогы” олимпиадаһы еңеүселәрен билдәләнеләр. Был ярыш Рәсәйҙең белем биреү тармағында иң ҙуры, тип иҫәпләнә.  Быйылғы олимпиадала республика мәктәптәрендә белем алған уҡыусылар араһынан 134 меңдән ашыу бала ҡатнашты. Улар теүәл һәм тәбиғи фәндәрҙән конкурстарҙа сығыш яһаны, тарих һәм информатика өлкәһендә ғилми проекттар әҙерләне. “Гагарин олимпиадаһын” төбәк бренды тип атарға ла мөмкин, тигән фекерҙә Рәсәй геройы, космонавт Сергей Ревин. Кубок өсөн Башҡортостандың 53 районы һәм ҡалаһы командалары көрәште. Уҡыусылар әйтеүенсә, конкурс уларға артабанғы һөнәр һайлауҙа төп этәргес.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика