К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • 50-се ҡаттағы бәүелсәк. Америка Ҡушма штаттарында тәҙрә йыуыусылар һауала аҫылынып ҡалған. 50-се ҡаттың тәҙрәләрен йыуғанда уларҙың люлькаһы крандан ысҡынып китә һәм ел көслө булғанға күрә төрлө яҡҡа бәүелә башлай. Альпинистарҙы янғын һүндереүселәр ҡотҡарған.
  • Өс тәгәрмәсле “тук-тук” мотоциклы сәғәтенә 120 километрға тиклем тиҙлек йыя ала. Быны иҫбатлап, Британия кешеһе Гиннестың рекордтар китабына ингән. Оҫта мотоцикл моторын 1300 кублы фургон двигателенә алмаштырған.
  • Францияла Нотр-Дам ҡыйығын биҙәгән статуяларҙың күргәҙмәһе асылды. Улар соборҙа янғын сыҡҡансы бер-нисә көн алдан ғына реставрацияға алынған булған. Ауырлығы 200 килограммдан ашыу булған скульпутаралар ун ике апостолдың берәүһен һәм Яңы Заветтың дүрт еванглийын кәүҙәләндерә.
  • Миллион йылдар элек ҡалдырылған эҙҙәр табылған. Яңы Зеландияла йәшәүсе ир эттәре менән йылға буйлап йөрөгәндә был табышҡа юлыға. Үҙенсәлекле эҙҙәрҙе ул фотоға төшөрөп, белгестәргә ебәрә. Улар Моа отрядына ҡараған ҡоштарҙың эҙҙәре булыуы асыҡлаған. Был асыш Яңы Зеландияла тап ошо ҡоштарҙың борон көн итеүен иҫбатлаусы тәүге дәлил.  Кешенән ике тапҡырға ҙурыраҡ һәм ауырлығы 250 килограммға барып еткән ҡоштарҙы XVI быуатта аборигендар ҡырып бөтөргән.
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика