К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Вирусһыҙ картуф

 Башҡорт дәүләт аграр университетында төрлө ауырыуға дусар булған картуф орлоғон тикшерәләр. Бының өсөн лаборатория хеҙмәткәрҙәре картуфты тәүҙә тупраҡта түгел, ә туҡлыҡлы матдәле пробиркала үрсетә. Вирусһыҙ картуф үрсетеү өсөн Нурия Уразбахтина уның бүлбеләрен ҡырҡып алып, махсус пробиркаларға һала. Билдәле булыуынса, төрлө  бактериялар, бәшмәк һәм вирустар картуфтың тамырында, һабағында үрсеп, үҫемлеккә ҙур зыян килтерә. Күп осраҡта картуф үҫентеһе юҡҡа сығыу сәбәпле хужалыҡтар тейешле уңыш алып өлгөрмәй. Лабораторияла мотлаҡ стериль шарттар булдырылған. Пробиркала вирустарға бирешмәгән картуф бүлбеләре бер ай эсендә барлыҡҡа килә. Үҫенте тамырын яҡшылап йыуып, тәүлек әйләнәһенә яҡтылыҡ булған урынға күсерәләр. Лаборатория бүлмәһендә картуф орлоҡтары бер-ике ай эсендә өлгөрә. Өлгөргән орлоҡтарҙы ярты йылға һыуытҡысҡа ҡуялар. Тик ул вирусҡа ҡаршы тикшереү үтмәйенсә, баҫыуҙарға сығарылмай. Билдәле булыуынса, вирусһыҙ картуф 4-5 тапҡырға күберәк уңыш бирә, ул үҙенең тәме һәм формаһы яғынан да айырыла. Белгестәр төрлө сорттағы картуфтарҙы берләштереп тикшереп ҡарай. Вирусһыҙ картуф үҫентеһе өҫтөндә тәжрибә бер нисә этапта бара. Мәҫәлән, Елена, Алексеевский һәм Бирский картуфтарын етештереү өсөн Динис Андрияновҡа ун ете йыл ваҡыт талап ителә. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре вирусһыҙ картуфты үрсетеү маҡсаты менән уны тәүҙә теплицаларға ултыртып ҡарай. Картуфтың, ысынлап та, тиҙ үҫеүен һәм оҙағыраҡ һаҡланыуын билдәләй улар. Уңыштың яҡшы сығыуына инанғас, хәҙер вирусһыҙ картуфты ҙур майҙанлы баҫыуҙарға ла сәсәләр. Быйыл дүрт гектар баҫыуға дүрт сорт картуф ултыртылған. Йәй буйы хеҙмәткәрҙәр уны тәрбиәләй, ә көҙгөһөн иһә уны йыйып алып лабораторияла йәнә тикшереү эштәре алып барасаҡ. Бынан тыш, баҫыуҙа 14 мең гибрид картуф ултыртылған. Уңыштың ниндәй ауырыуға дусар булыуынан тыш, лабораторияла башҡа сифаттары ла ҡараласаҡ. Картуфты утыҙҙан ашыу вирус зарарлай. Киләсәктә вирусһыҙ картуф үрсетеү һәм хужалыҡта таратыу- Башҡорт дәүләт аграр университеты хеҙмәкрҙәренең төп маҡсаты. Ниәткә ирешеү өсөн бөтә шарттар бар, тип һанай улар.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика