К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Һуңғы ҡыңғырау көндәрендә Өфөлә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла

  • Һуңғы ҡыңғырау көндәрендә Өфөлә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Ошондай уҡ сикләү барлыҡ райондарҙа ла индерелгән. Республикала 2017 йылдан алып мәктәп менән хушлашыу көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыу рөхсәт ителмәй. Быйыл һуңғы ҡыңғырау 23 майҙа һәм 25-ендә үтә. Сараның ҡайһы көнгә тап килеүенә ҡарап һатыу сикләнә. Күп муниципалитеттарҙа, шул иҫәптән Өфөлә  ике көндә лә тыйыу ғәмәлдә буласаҡ. Башҡортостанда Белем көнөнән тыш, Йәштәр көнөндә, һабантуйҙарҙа ла спиртлы эсемлектәр һатылмаясаҡ. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо турала закон проекты әҙерләнде. Башҡа көндәрҙә парламентарийҙар  алкоголь һатыуҙы киске сәғәт ундан иртәнге унға тиклем сикләргә тәҡдим итә.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика