К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда бизнес өсөн инвестпортал эшләй башланы

 Уның мөмкинлектәре менән Республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты. Электрон майҙансыҡ эшҡыуарҙар, инвесторҙар өсөн мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, бында төрлө дәүләт хеҙмәттәрен алыу, эш башлар өсөн район-ҡалаларҙа буш майҙансыҡтар, биналар табыу, дәүләт программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге лә бар. Шулай уҡ үҙ эшен асырға теләүселәргә ул эшҡыуарлыҡты башлау өсөн белешмә булып тора. Тест режимында март айынан эшләп килгән порталда әле 1 меңдән ашыу йүнсел үҙҙәренең инвестицион проекттарын ҡалдырған. Тулы ҡеүәтенә ул ярты йылдан эшләп китәсәк ти проект авторҙары.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика