К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек сәғәте

Дауахана, поликлиникаларҙа косметик ремонт эштәре июнь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. “Сәләмәтлек сәғәте” форматында үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров медицина ойошмалары алдында шундай бурыс ҡуйҙы. Республика етәксеһе бер нисә ай элек муниципалитеттар алдында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын тәртипкә килтереү бурысын ҡуйғайны. Сөнки уларҙың күптәрендә стена буяуҙары иҫкергән, тәҙрә-ишектәр ярты емерек, ҡыйығы ағып тороуына халыҡ күпләп зарлана. Күптәрендә әле ремонт эшләнгән, әммә башҡарылмағандары ла етерлек. Халыҡтан мөрәжәғәттәр буйынса һаулыҡ һаҡлау темаһы әлегә тиклем беренсе урында булһа, хәҙер ул 5-сегә төшөп ҡалған, шулай ҙа сираттарға бәйле ялыуҙар бар. Бигерәк тә Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау һәм Туймазыла табипҡа эләгеүе ҡатмарлы. “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә ҡайтыусылар күп булһа өҫтәмә финанслау буласаҡ тине төбәк етәксеһе. Быйылға 125 миллион һум бүленгән.

 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика