К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә "Иғтибар - балалар!" акцияһы уҙа

  • Өфөлә "Иғтибар - балалар!"  акцияһы уҙа | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә «Иғтибар — балалар!»  акцияһы уҙғара. Ул ике көн элек старт алды һәм 7 июнгә тиклем бара. Тәртип һаҡсылары әйтеүенсә, уның төп маҡсаты- өлкәндәр һәм балалар хәтерендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нығытыу. Акция барышында мәғариф учреждениеларында әңгәмәләр, дәрестәр, ҡыҙыҡлы викториналар, уйындар һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса практик дәрестәр үткәреләсәк. Ата-әсәләр йыйылыштарында, уҡытыусылар кәңәшмәләрендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләре тураһында мәғлүмәт биреләсәк, шулай уҡ махсус видеофильмдар күрһәтеү, балалар креслоһының мотлаҡ булырға тейешлеген аңлатыу ҡаралған.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика