К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

"Хәрби бейеклек" патриотик йырҙар фестивале быйыл 30-сы майҙа уҙғарыла

  • "Хәрби бейеклек" патриотик йырҙар фестивале быйыл 30-сы майҙа уҙғарыла | ГТРК «Башкортостан»

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығына арналған бәйгегә Мәскәү, Ульяновск, Ростов, Севастополь, Ярославль, Татарстандан башҡарыусылар килеүе көтөлә. Фестиваль ҡунаҡтары өсөн һалдат бутҡаһы, ҡайнар сәй менән ялан кухняһы, шулай уҡ ретро автомобилдәр күргәҙмәһе буласаҡ. Сараны Өфө ҡалаһы хакимиәте, Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү үҙәге, Башҡортостандың «Ветеран» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, «Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә үткәрә. «Хәрби бейеклек» ветеран һәм патриотик йырҙар фестивале беренсе тапҡыр 2014 йылда ойошторолғайны. Быйыл ул 5-се тапҡыр үтә.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика