К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда "Йәйләү" башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале ойошторола

  • Башҡортостанда "Йәйләү" башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Ул 27-28 июлгә тәғәйенләнгән. Мәртәбәле сара баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ипподромында уҙа. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы, «Аҡбуҙат» ипподромы менән «Һомай» ЭтноПродакшн ойошмаһы берлектә үткәрә. Фестивалдең төп маҡсаты «Башҡорт ҡымыҙы» маркаһын популярлаштырыу, этно-сараны бөтөнләй яңы форматта күрһәтеү. Ҡымыҙ-фест майҙансығында тирмәләр һәм ихаталар ҡороу, оҫталыҡ дәрестәре, ауыл хужалығы продукцияһы һәм кәсепселәр күргәҙмәләре, «Ашмаркет» аш-һыу фестивале, музыкаль этно-фестиваль, ат сабыштары, балалар өсөн төрлө уйын-ярыштар ойошторола. Һый-хөрмәт күрһәтеү исемлегендәге ризыҡтар һәм эсемлектәр араһында беренсе урында ҡымыҙ тора, сөнки фестиваль барышында ҡымыҙ бешеүселәрҙең дә һөнәри съезы үткәрелә.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика