К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге Ағиҙел яры Рәсәйҙә иң гүзәле буласаҡ

Гидротехник ҡоролма төҙөлөшө барышын ҡарап Радий Хәбиров был объектҡа ошондай баһа бирҙе. Йылға ярын ташҡындан һәм һайығыуҙан бер ыңғай һаҡлауға иҫәпләнгән ҡоролманың тәүге ике сираты төҙөлөп бөткән. Әле был майҙандарҙы халыҡ өсөн матур ял урыны булараҡ төҙөкләндереү эштәре бара. Дүрт һыҙатлы автомобиль юлы, велосипед һәм йүгереү өсөн махсус һыҙаттар, амфитеатр, ял урындары ҡаралған. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров объектты сафҡа индереүҙе тиҙләтер өсөн төҙөлөштә ҡатнашҡан бар ойошмаларҙың да эшен берләштереп яйға һалырға тәҡдим итте.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика