К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

"Иғтибар — балалар!"

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы күләмле операция тураһында иғлан итте. Уҡыусыларҙың йәйге каникулдары алдынан «Иғтибар — балалар!»  операцияһы үткәрелә. Юл инспекторҙары мәғариф учреждениеларында уҡыусылар, уҡытыусылар менән осрашып  әңгәмәләр, дәрестәр, ҡыҙыҡлы викториналар, уйындар һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса махсус майҙансыҡтарҙа ғәмәли дәрестәр үткәрәсәк. Ҡала юлдарында юл хәрәкәте, шул иҫәптән автомобиль салонында балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған водителдәргә ҡарата эш көсәйтелә. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәр зебрала йәйәүлеләргә өҫтөнлөк бирмәгән водителдәрҙе асыҡлай.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика