Быйыл Башҡортостанда 400 меңдән ашыу бала лагерҙарҙа ял итәсәк

Теүәл 10 көндән республикалағы 2 мең 652 ошондай учреждение үҙ ишектәрен аса. Әле уларҙа хәүефһеҙлек талаптары тикшерелә,  уҡыусыларҙың ялын күңелле һәм файҙалы ойоштороу мәсьәләһен вожатыйҙар хәстәрләй, ә ата-әсәләр балаларын ҡайҙа ебәрергә тип баш вата. Столяровтар ғаиләһе быйыл йәйге лагерға алдан уҡ әҙерләнә башлаған. Ағалы-ҡустылы Арсений һәм Родион каникулдарын шифаханала уҙғарасаҡ. Юллама хаҡын күп балалы ғаилә өсөн дәүләт түләй. Уҙған йыл был форсаттан беренсе тапҡыр файҙаланған ғаилә малайҙарҙы быйыл да ебәрергә ҡарар иткән. Ял итеүселәр менән осрашыуға буласаҡ вожатыйҙар ҙа әҙерләнә. Йәйге каникулдарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә теләгән студенттар йыл дауамында әҙерлек үтә. Йәйге лагерь балаларға ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булһын өсөн төрлө ысулдар уйлап табалар. Ғәмәли тәжрибәне вожатыйҙар бер көнлөк заездар ваҡытында нығыта. Баланы ял итергә ебәрер алдынан учреждение хаҡында мәғлүмәтте ентекләп өйрәнергә кәңәш итә белгестәр. Түләүле лагерҙар араһында мәҫәлән, Мәғариф министрлығы реестрына инмәгәндәре лә бар. Исемлекте ведомствоның рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. Реестрға ингәндәрендә әле балаларҙы ҡабул итеүгә ентекле әҙерлек бара. Өфө янындағы был лагерҙа мәҫәлән, баҫҡыстар киңәйтелгән. Сөнки, үткән быуаттың 60-сы йылдарында талаптар бер булһа, хәҙер нормалар яңырған.Көнөнә 4 тапҡыр ашау, спорт, күңел асыу һәм мәҙәни программа. Ата-әсәләр һорауы буйынса быйыл Өфөләге ММА спорт үҙәгендә көндөҙгө лагерь ойошторорға булғандар. Төп ваҡытын балалар әлбиттә спортҡа бағышлаясаҡ. Теүәл ике аҙнанан Башҡортостанда 2 мең 652 лагерь үҙ ишектәрен аса. Мәктәп йәшендәгеләрҙең 50 проценттан ашыуы, ҡала эргәһендәге, мәктәп яны, палаткалы лагерҙарҙа һәм шифаханаларҙа ял итеү форсатына эйә. Шул уҡ ваҡытта 90 мең бала өсөн юллама бөтөнләй бушлай буласаҡ. Бындай мөмкинлектән льготалы категорияға ҡараған ғаиләләр өмөт итә ала.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020