Ата-әсәләр ниңә борсола?

25 майҙа республика мәктәптәрен тамамлаусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Ә 27 майҙан Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп этабы башлана. Берҙәм дәүләт имтиханын мәктәп тамамлау һөҙөмтәһе булараҡ мотлаҡ ғәмәл тип таныуға ун йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ул даими үҙгәрештәр кисерә.  Быйыл төбәктәрҙә берҙәм дәүләт имтиханы барышында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Ҡабул итеү нөктәләренең һәр береһендә күҙәтеү камералары эшләйәсәк. 2019 йылдың йәнә бер яңылығы – математиканы айырыу – әлегә тиклем база кимәлен тапшырыу мотлаҡ, ә профилде һайлап алырға мөмкин булһа, быйыл тик бер генә имтихан бирергә ярай. Рус теле буйынса мотлаҡ имтиханға яңыса әҙерләндек, ти уҡытыусылар. Имтихандарҙы уңышлы тапшырыр өсөн уҡыусыларға ла бер яңылыҡты ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тура килә.  Өфөлә йәшәгән Индира Шәрипованың был яуаплы бурысты атҡарғанда айырым шарттарға иҫәп тоторға хоҡуғы бар. Ҡыҙ ишетеү аппаратын ҡуллана. Әммә имтиханды башҡалар менән бер рәттән тотоу күпкә еңелерәк, ти. Индира мотлаҡ математика менән рус теленән башҡа сит телдәрҙе һайлаған. Быйыл мәктәп тамамлаусылар яңы фән — ҡытай теле буйынса имтиханды һайлай ала. Башҡортостанда ла уны тапшырырға теләк белдергән бер уҡыусы бар. Элиза Семенова сығышы менән Ишембай ҡалаһынан, әле Волгоград социаль-педагогия университетының өсөнсө курсында уҡый. Ҡытай теле буйынса имтиханды ул Мәләүездә тапшырырға әҙерләнә. Мәктәп уҡыусылары имтихандарҙы тыныс үткәрә. Ә бына ата-әсә, киреһенсә, ныҡ борсола. Бигерәк тә балаһынан юғары балдар көткәндә. Ата –әсә был осорҙа үҫмерҙәргә ҡарата хәстәрлек күрһәтергә, имтиханға туҡтауһыҙ әҙерлек талап итеп баҫым яһамаҫҡа тырыша. Республикала берҙәм дәүләт имтиханын быйыл 19 мең 787 кеше тота. Мәғариф министрлығы имтихан тапшырыуҙың асыҡ һәм ғәҙел шарттарын тәьмин итеү маҡсатында төбәк күҙәтеүсе дәрәжәһендә 100, муниципаль йәмәғәт күҙәтеүсеһе булараҡ 1 мең 700 кеше хеҙмәтен файҙалана. Имтихан ойоштороу эшмәкәрлегенә 28 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.Имтихан һөҙөмтәләрен иһә кәм тигәндә 6-10 көн көтөргә тура киләсәк. Уңышһыҙлыҡҡа тарыған хәлдә лә төшөнкөлөккә бирелмәү мөһим. Берҙәм дәүләт имтиханын ҡайтанан тапшырыу өсөн өҫтәмә көндәр билдәләнгән.Уҡытыусылар һәм ата-әсә яғынан ҡәтғи талаптар файҙаға түгел.  Тәүге имтиханға тиклем бер нисә көн ваҡыт ҡала. Ошо мәлдә иң мөһиме – психологик әҙерлек. Витаминдарға бай туҡланыу, яҡшы кәйеф һәм тыныс мөнәсәбәттәр.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020