Һуңғы ҡыңғырау байрамында Башҡортостанда спирты эсемлектәрҙе һатыу тыйылды

 Әммә был законды боҙоусылар барлығы асыҡланды. Уларға ҡаршы көрәште нисек көсәйтергә? Ниндәй алымдарһөҙөмтәлерәк булыр? Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Башҡортостанда алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы сикләү һәм спиртлы продукцияның әйләнеше өлкәһендәге закон проекттары ҡаралды. Һуңғы ҡыңғырау уҡыусылар өсөн күркәм һәм шул уҡ ваҡытта иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе. Ошо тулҡынланыуын баҫырға теләпме, әллә  байрамды күңеллерәк үткәреү йәһәтенәнме спиртлы эсемлектәргә ҡул һуҙған балалар ҙа юҡ түгел. Мәктәп формаһы кейеп, ҡулдарына һыра шешәләре тотоп, урам буйлап йөрөгән уҡыусыларҙы күреү ҙур хафа тыуҙыра. Башҡортостанда 2017 йылдан алып мәктәп менән хушлашыу көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыу рөхсәт ителмәһә лә, был ҡанунды боҙоусылар һаман да бар. Мәҫәлән, кисә лә, туғыҙынсы класстарҙың һуңғы ҡыңғырау көнөндә бер-нисә районда алкоголь һатыу осрағы теркәлгән. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Башҡортостанда алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы сикләү тәҡдименән һуң, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа парламент тыңлауҙары үтте. Төп һорауҙарҙың береһе – спиртлы эсемлектәрҙе киске ундан башлап иртәнге унға тиклем һатыуҙы сикләү. Шулай уҡ, 27 июнь — Йәштәр көнөндә, 1 сентябрҙә һәм һабантуй көндәрендә лә барлыҡ магазиндарға алкоголь менән сауҙа итеү ҡәтғи тыйыла. Радий Хәбиров тәҡдиме менән апрель-май айҙарында ауылдарҙа законһыҙ алкоголь һатыусыларҙы асыҡлау буйынса өс меңдән ашыу сходттар ойошторолдо. Шулай уҡ, райондарҙа махсус операциялар үткәрелде. Тәүге ике көн эсендә генә Әбйәлил районында 500 литрҙан ашыу контрофакт спиртлы эсемлек тартып алынды. “Быны бөтөрөргә беҙҙең мөмкинлектәр бар, беҙ бәләкәй ауылдарға тиклем етәсәкбеҙ, араҡы һатыусыларҙың һәр береһенә законлы яза табасаҡбыҙ” тип яҙып сыҡҡайны республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Ыңғай тәжрибәләр ҙә юҡ түгел.  Мәҫәлән, Күгәрсен районының Ялсы ауылы советы өлгөһөндә “ҡоро закон”дың яҡшы һөҙөмтәләрен күрергә мөмкин. Ялсыларҙың тәжрибәһен өйрәнеп, бәлки башҡа ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡушылыр, тигән өмөттә депутаттар. Шулай ҙа ҡаты алымдар менән һаҡ эш итергә кәрәк, ти улар.Ысынлап та, эскелек — халыҡты юҡ итеүсе замандың иң ныҡ ҡурҡыныс ауырыуы. Унан еңел генә ҡотолоп булмай, ул тәү сиратта йән, күңел ауырыуы. Шуға кәңәшмәлә тыйыуҙарға өҫтәп, “кешеләрҙең йәндәрен дауаларға кәрәк”, көсләп тағыу түгел, ә аңлатыу, тәрбиә эштәренә күберәк иғтибар бирергә тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны. Ғөмүмән, эшсе төркөм 28 майға тиклем тәҡдимдәр ҡабул итә, аҙаҡ бөтә мәғлүмәттәрҙе туплап, уртаҡ ҡарарға килеп, закон проекты ҡабул ителәсәк.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020