Һабантуйҙар ваҡытында спиртлы эсемлектәр һатылмаясаҡ

Һабантуйҙар ваҡытында юғары ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә спиртлы эсемлектәр менән һыйламаҫҡа саҡырҙы Республика етәксеһе. Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү башланғысын чиновниктарға үҙ миҫалында күрһәтергә кәңәш итте. Кәңәшмәлә министрҙар кабинетындағы үҙгәрештәр, демография һәм бизнесты үҫтереү мәсьәләре күтәрелде. Оператив кәңәшмәне Республика етәксеһе Радий Хәбиров йола буйынса кадрҙар составындағы үҙгәрештәр менән таныштырыуҙан башланы. Быға тиклем Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән Борис Беляев хәҙер Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры һәм хөкүмәттә ошо тармаҡ өсөн яуаплы вице-премьер вазифаларын башҡарасаҡ. Был урында әлегәсә эшләгән Михаил Кирәев иһә министрҙар кабинетында хәүефһеҙлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән хеҙмәттәшлек, спорт министрлығы өсөн яуаплы.

Һуңғы ҡыңғырау ваҡытында республикала 1000-гә яҡын шешә спиртлы эсемлек һатылған тиелде ултырышта. 23 һәм 25 майҙа законға ярашлы, сикләү булыуға ҡарамаҫтан, эшҡыуарҙар был талапты үтәмәгән. Хәҙер уларға Административ кодекс нигеҙендә, яуаплы вазифа биләгәндәр өсөн 20-40 мең, юридик шәхестәргә 100 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ошондай уҡ талап һабантуй көндәрендә лә буласаҡ. Закон проектын Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 30 майҙа ҡараясаҡ. Документ ҡабул ителгән осраҡта йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә тулыһынса, ә башҡа көндәрҙә киске сәғәт ундан иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатыу тыйыласаҡ.Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров айыҡ һабантуй уҙғарыу тәжрибәһен юғары ҡунаҡтарҙы иҫерткес менән һыйлауҙан тыйылыуҙан башларға саҡырҙы. Халыҡ сәләмәтлеге лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Деморгафия мәсьәләләрен өйрәнгәндә йылдың тәүге кварталында үлем осраҡтарының да тыуымдың да кәмеүенә иғтибар ителде. Үлем күрһәткесендә беренсе урында ғәҙәттәгесә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм онкология. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү сараларын бер ҡалыпҡа һалыу бурысы ла яңғыраны оператив кәңәшмәлә. Был йәһәттән инвестпортал мөмкинлектәрен киңәйтеү кәрәклеген әйтте Радий Хәбиров. Бизнес һәм инвесторҙар өсөн электрон майҙансыҡ илдә иң алдынғы платформаға әүерелергә тейеш. Район-ҡалаларҙа бизнес үҫеше өсөн айырым кеше яуаплы буласаҡ. Республика бюджетынан бының өсөн аҡса ла бүлергә әҙерҙәр.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020