Подъездар нисек ремонтлана?

Ҡайһы юлдар соҡор-саҡырлы, ҡайҙа сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килә, ниндәй мәктәптә балаларҙы йәберләү бар. Көнкүрештәге ошо һәм башҡа иң мөһим осраҡтарҙы власть йәмәғәтселек ярҙамында асыҡлай.  Етәкселек менән йәмғиәт хеҙмәттәшлегенең көнүҙәк мәсьәләләре Өфөлә бишенсе тапҡыр ойошторолған Гражданлыҡ форумының көн тәртибенә сығарылды. Төп бурыс – милли проекттарҙы бойомға ашырыу. Илдә йәшәгән һәр кемгә ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн власть халыҡ фекеренә таяна. Халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы, тормошто яҡшыртыу теләге йылдан йыл әүҙемләшә. Ишембай районы Смаҡай ауылында йәмәғәт үҙидара ойошмаһы бынан 10 йыл элек рәсми теркәлгән. Тиҫтә йыл эсендә башҡарылған эштәр менән ҡыҙыҡһынып хатта күрше өлкәләрҙән киләләр, ти ойошманың алыштырғыһыҙ рәйесе – Әнүәр Шәнгәрәйев.Райондарҙың күрһәтер тәжрибәһе махсус йыйынтыҡҡа тупланып форумда ҡатнашыусыларға таратыла. Муниципаль власть менән халыҡ араһындағы берҙәмлеккә ҡағылған Башҡортостан тәжрибәһе менән танышырға был юлы Ульяновск, Һамар өлкәләре, Ханты-Манси автономия округынан килгәндәр. Республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина фекеренсә, уҙидаралыҡтарҙан йәнә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр көтөлә.Йәмәғәт ойошмалары һәм коммерция булмаған ойошмалар эшмәкәрлеге менән күргәҙмәлә яҡындан танышырға мөмкин. Йүнәлештәр киң, проекттар төрлө, күбеһе республика грантына лайыҡ. “Башнедра” йәмғиәте быйыл бер юлы өс грант яулаған. Ойошма тау геология, мәғариф һәм бизнесты үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Форумда быйыл тәүге тапҡыр белешмә-семинар ҡаралған. Йәмәғәт палатаһы тәҡдимен Ҡыҙыл тәре йәмғиәте ҡабул иткән.Форум барышында Рәсәй Ҡыҙыл тәре ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе тәү ярҙам күрһәтеү буйынса күнегеүҙәр ойоштора. Семинарҙа ҡатнашыусыларға халыҡ-ара өлгөлө сертификат тапшырыла. Был уларға донъяның һәр төбәгендә беренсе ярҙам күрһәтеү хоҡуғын бирә.“Уфасити ми” йәмғиәтенә лә киләсәктә оҫталыҡ дәрестәре бирергә тура килеүе ихтимал. 2012 йылдан эшләй башлаған ойошма быйыл үткән биш айҙа ғына меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Ул  халыҡ өсөн көнүҙәк торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса кәңәштәр бирә. Үҙ йортоңдо тәртипкә килтерер өсөн законға таянып эш итергә кәрәк, ти йәмәғәт ойошмаһы ағзалары.Коммерция булмаған 100 ойошманың ғәмәли эшмәкәрлеге гражданлыҡ форумы хөкөмөнә сығарыла. 13 майҙанда асылған фекер алышыуҙарҙа хәүефһеҙлек, экология һәм иҡтисад, мәғариф, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек, илһөйәрлек һәм ирекмән хәрәкәте, кеше хоҡуҡтарын яҡлау, йәмәғәт контроле һәм коммерция булмаған ойошмаларға ярҙам итеү һәм уларҙың эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында һүҙ барҙы. Һуңғыһы республикала ресурс үҙәге булдырыу мәсьәләһен ҡуя.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020