Башҡортостан юлдарында быйыл 232 камера ҡуйыласаҡ

Әле федераль трассаларҙы фото-видео теркәү ҡорамалдары менән тәьмин итеү эштәре бара. Бынан тыш, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары буйынса, республика юлдарында термопластиктан билдә һалынасаҡ. Ул оҙағыраҡ һаҡлана һәм ҡараңғыла яҡтыраҡ күренә. Һыҙат автомагистралдәрҙә генә түгел, социаль объекттар – мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар янында ла һыҙыласаҡ. М-5 трассаһы водительдәр һәм йәйәүлеләр өсөн иң хәүефле юлдарҙың береһе. Уның Башҡортостан аша өлөшөнән  тәүлегенә ҡырҡ меңдән ашыу автомобиль үтә. Инженерҙар юлдағы авариялар һанын кәметеү  маҡсаты менән яңы ҡуйылған камераларҙың сифатын тикшерә. Элекке камералар юлдың бер өлөшөн генә төшөргән, шуға ла бер урынға ике-өс камера ҡуйырға тура килгән. Ә был яңы фото-видео теркәү комплексы юлды тулыһынса төшөрә, водительдең юғары тиҙлектә килеүен, светофор сигналына иғтибар итмәүен теркәй. Камера тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бер камераны ҡуйыу өсөн яҡынса дүрт-биш сәғәт ваҡыт талап ителә. Ул ике йылдан һуң махсус тикшереү үтәсәк.Водитель һәм пассажирҙарҙан тыш, М-5 трассаһында үткәүел аша сығып барыусылар ҙа зыян күрә. Мәҫәлән, былтыр ғына ундан ашыу йәйәүле яҡты донъя менән хушлашҡан. Күпселек осраҡта водительдәр ниндәй тиҙлектә барыуына иғтибар итмәй. Шуға ла авариялар һаны артҡандан–арта. Мәҫәлән, яңы ҡуйылған камералар ярҙамында бер нисә сәғәт эсендә бихисап ҡағиҙә боҙоусылар теркәлде. 

Тап был трассала фото-видео теркәү камералары ҡуйыуҙан тыш, алдағы йылдарҙа ер өҫтө үткәүеле төҙөү ҡаралған. Ул үлем осраҡтарын күпкә кәметер, тип көтөлә. Ғөмүмән, водительдәрҙең иҫерек килеш руль артына ултырыуы һәм күп осраҡта юлда камераларҙың булмауына инаныусылар юғары тиҙлектә йөрөп авариялар һанын арттыра. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл һуңғы дүрт айҙа ғына  111 кеше аварияла һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар тап камера ҡуйылмаған ерҙә теркәлгән.Юлда авариялар һанын кәметеү маҡсаты менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2020 йылға тиклем 800-ҙән ашыу фото-видео теркәү комплексын ҡуйырға ҡушты. Быйыл йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 232 камера эш башлаясаҡ.Юл ғазабы-гүр ғазабы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Хәүеф тыуҙырған трассаларҙа камераларҙың күпләп ҡуйылыуы водительдәрҙе юл ҡағиҙәһен теүәл үтәр һәм авария, үлем осраҡтары кәмер, тип көтөлә.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020