Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Беҙ беренсе!

Телевизион һәм радиотапшырыуҙар әҙерләүселәрҙең милли ассоциацияһы “Яндекс. Эфир” сервисында төбәк телеканалдарының рейтингын иғлан итте.  Унда Башҡортостан24 телеканалы иң алдынғы урынға сыҡты. Был Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының ғына түгел, беҙҙең республиканың ҙур уңышы. Сөнки быға тиклем башҡорт милли телеканалы федераль кимәлгә сыҡҡаны юҡ ине. Кәртә-ҡура, йорт  мәшәҡәттәре. Ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, ти Гөлемеш Ҡыуатова. Саҡ ҡына буш ваҡыты булыу менән ул телевизорын тоҡандыра. Ә бармаҡтар ғәҙәти төймәне баҫа.юлын яңы башлаған ғына, ә әле республиканың халыҡ артистары менән спектаклдәр, документаль фильмдар. Башҡортостан телевидениеһының ошо аҡлы-ҡаралы шедеврҙары һәм шулай уҡ иң тәүге  төҫлө фильмдары бөгөн Башҡортостан 24 каналының төп үҙенсәлеге. Улар меңләгән саҡырым оҙонлоғондағы пленкаларҙа ҡәҙерләп һаҡлана, һәм хәҙер инде  цифралы форматта эфирға сыға.

Каналдың етәксеһе Рәмзит Абуляев һәм режиссеры Розалия Рамаҙанова тапшырыуҙар теҙмәһен бер аҙна алдан әҙерләп ҡуя. Алдағы көндәрҙә үтәсәк мөһим сараларға ла урын бүлеү мөһим. Әлеге ваҡытта Рамаҙан айы һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған тапшырыуҙар әҙерләнә.

Башҡортостан.24 каналы 2016 йылда эшләй башланы һәм Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында эфирға сыҡҡан бөтә тапшрыуҙарҙы тура эфирҙа   күрһәтә барҙы. Башҡорт һәм рус телендә хәбәрҙәр булһынмы ул, мәҙәниәт яңылыҡтары, хоҡуҡи программа, мобиль репортер һәм онлайн хәбәрсе, радиотапшырыуҙарҙың видеоэфирымы һәм башҡа тапшырыуҙар булһынмы- улар милли телевидение әҙерләгән продукт булараҡ федераль кимәлдә баһа алды. Каналдың тғы ла бер матур үҙенсәлеге бар – ул үҙ тапшырыуҙары. Мәҫәлән, Ғәлимйән Ибәтуллиндың Сәйәхәтсе һуҡмағы тамашасыларҙы ҡайҙа ғына алып китмәй. Телевизор ҡараусылар үҙҙәре үк темалар тәҡдим итә. Тапшырыу Бөтә Рәсәй бәйгеһендә беренсе урынды яуланы. Ә сәнғәт һәм ижад донъяһына тамашасыларҙы республиканың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Мурзина  саҡыра. Ретро+ тапшырыуында күренекле актерҙар, сәнғәт әһелдәре менән элекке спектаклдәр, фильмдар тураһында  әңгәмә тәҡдим итә улар. Ә был бөтөнләй әр яңы проект – Матур башҡорт теле. Алып барыусы Гөлназ Йосопова һәм Юлиә Краснова тел үҙенсәлектәрен өйрәнәләр. Башҡортостан 24-*те  Смарт ТВ функцияһы булған телевизорҙарҙа, смартфон һәм планшет ҡушымталары аша, кабель телевидениеһы селтәрҙәрендә, ә 2018-ҙең сентябренән Яндекс-эфир сервисы аша ҡарарға була. Һуңғыһында тамашасылар һаны ай һайын арта.

Башҡортостан 24 Бөтә Рәсәй дәүләт теле һәм радиотапшырыуҙар каналының төбәк департаменты ярҙамы менән уңыш ҡаҙана. Республика тормошонда булған һуңғы ваҡиғаларҙың да каналда эҫеләй килеш күрһәтелә барыуы- телевизор ҡараусыларҙың ихтияжына яуап бирә һәм ҡыҙыҡһыныу уята. Лилиә Әхмәтова Төркиәлә  20 йылдан ашыу йәшәй. Әммә тыуған ерҙә йылдар буйына барлыҡҡа килгән ғәҙәте буйынса  һәр көнөн яңылыҡтар менән танышыуҙан башлай. Ә бындай осраҡта Башҡортостан 24-те донъяның һәр нөктәһендә ҡарай алыу бик  мөһим һәм мәртәбәле.

 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Тракторҙы кем отор? | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә. Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына  сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын - тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү - маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе...

21 августа 2019
Смотреть видео Ял итеү мәҙәниәте | ГТРК «Башкортостан»

Ял итеү мәҙәниәте

Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һыу транспортында ҡағиҙә боҙоу һәм бурыслыларҙы асыҡлау буйынса профилактик рейд ойошторҙо. Тикшереү...

21 августа 2019
Смотреть видео Йөрәк сирлеләр ҡаҙнаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк сирлеләр ҡаҙнаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә

Башҡортостанда йөрәк сирлеләрҙең айырым ҡатламдары йыл дауамында республика бюджеты ҡаҙнаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, амбулатор-поликлиника ярҙамы күрһәткәндә табиптарҙың рецептары буйынса дарыуҙар һәм медицина тәғәйенләнешендәге әйберҙәр...

21 августа 2019
Смотреть видео Ҡалалар, илдәр араһы тағы ла яҡынаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡалалар, илдәр араһы тағы ла яҡынаясаҡ

Мәскәүҙән Владивостокҡа бер-нисә сәғәт эсендә барып етергә мөмкин буласаҡ. Мюнхен техник университеты студенттары һәм аспиранттары уйлап тапҡан Под иң юғары тиҙлек күрһәтте һәм Америкала уҙғарылған Илон Маск конкурсында беренсе урын яуланы. Был уҡыу йортонда яҡташыбыҙ Артем Ғәзизов та белем ала һәм...

21 августа 2019
Смотреть видео Мәктәптәрҙә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйылыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйылыуы ихтимал

Роспотребнадзор, Мәғариф министрлығы, Рособрнадзор һәм Рәсәй Фәндәр академияһы дөйөм белем биреү ойошмаларында мобиль телефондарҙы файҙаланыу тәртибе тураһында методик тәҡдимдәр әҙерләгән. Ведомстволар дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыуҙы сикләргә, ә белем биреү ойошмаһына ингәндә уны «тауышһыҙ»...

21 августа 2019
Смотреть видео Яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙы бихисап үҙгәрештәр көтә | ГТРК «Башкортостан»

Яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙы бихисап үҙгәрештәр көтә

Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусылар өсөн педагогтарҙы аҡсалата бүләкләргә тәҡдим итә. Уҡыу планында ғына түгел, тәрбиә биреү, туҡландырыу һәм киләсәккә йүнәлеш күрһәтеү. Беренсе сентябрҙең икенсе сентябргә күсеүенән тыш яңы уҡыу йылында уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәне...

21 августа 2019
Смотреть видео Уҡырға ҡасан барырға, 1 сентябрҙәме әллә икеһендәме? | ГТРК «Башкортостан»

Уҡырға ҡасан барырға, 1 сентябрҙәме әллә икеһендәме?

Уҡыусыларҙың йәйге каникулы тамамланыуға ун көн самаһы ваҡыт ҡалды. Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белем көнө 2 сентябрь уҙғарыла. Мәктәптәр, ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, беренсе класҡа барыусылар өсөн  Белем көнөн йәкшәмбе лә уҙғара ала. Закон...

21 августа 2019
Смотреть видео “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле Болгария дәүләтенән гастролдәрҙән ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

“Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле Болгария дәүләтенән гастролдәрҙән ҡайтты

Ансамбль бейеүселәре, йырсылары һәм музыканттары Халыҡ-ара фолькор фестивалдә ҡатнашты. Уларҙың тәьҫораттары тураһында Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Ысынлап та иҙәндәрҙе һелкендереп, күңелдәрҙе елкендереп ҡайтты “Мираҫ” ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙары. Рәсәй төбәктәрендә лә, сит илдәрҙә лә  йыш...

20 августа 2019
Смотреть видео 31 августа Бөрөлә Ҡала көнө уҙғарыла | ГТРК «Башкортостан»

31 августа Бөрөлә Ҡала көнө уҙғарыла

Уның сиктәрендә үтәсәк төп сара — «Бөрө алмаһы-2019» фестивале. Быйыл, ғәҙәти конкурстарҙан тыш, ҡала халҡын «Бал провинцияһы» умартасылар конкурсы ла көтә. «Бөрө алмаһы» фестивале  программаһы ҡала баҙарында ауыл хужалығы йәрминкәһен асыуҙан башлана, унда теләгән һәр кем үҫентеләр һатып ала...

20 августа 2019
Смотреть видео Идара итеү командаһы | ГТРК «Башкортостан»

Идара итеү командаһы

«Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проектының «Идара итеү командаһы 2020-2025» конкурсының ярымфиналы йомғаҡтары буйынса, финалға 72 кеше сыҡты. Ойоштороу комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, уларҙың уртаса йәше — 33, иң өлкәненә — 44, иң йәшенә — 25 йәш. Ир-егеттәр — 81%, ҡатын-ҡыҙҙар 19%....

20 августа 2019
Смотреть видео Тимер юл ҡуласаһы | ГТРК «Башкортостан»

Тимер юл ҡуласаһы

Дим станцияһынан Шаҡшаға тиклем электричкала 21 һум түләп 40 минутта барып етергә мөмкин. Был турала ҡарар республика хөкүмәтендә сираттағы транспорт сәғәтендә ҡабул ителде. Әле иһә пассажирҙар өсөн билет хаҡы 67 һум. Ҡала электричкаһы проектын бойомға ашырыу сиктәрендә транспорт селтәрен үҙ-ара...

20 августа 2019
Смотреть видео Башҡорт фарфорынан яңы һауыт-һаба, берҙәм меню һәм ашнаҡсылар өсөн бер стилдәге кейем | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт фарфорынан яңы һауыт-һаба, берҙәм меню һәм ашнаҡсылар өсөн бер стилдәге кейем

Республика мәктәптәрендә быйыл үҙгәрештәр бихисап. Туҡланыуға иғтибар айырыуса ҙур. Сентябрҙән мәктәп ашханалары нисек үҙгәрәсәк һәм балалалрға нимә ашатасаҡтар? 22 йыл мәктәп ашханаһында эшләүсе Рәйлә Ғәлимова матур һәм яңы һауыт-һабаларҙы йәшниктәрҙән бушатыу үҙе бер ҡыуаныс, ти. Сынаяҡ, аш,...

20 августа 2019
Смотреть видео Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны артҡан

Башҡортостан тыуым буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғылар рәтенә сыҡты. Үткән ярты йыл дауамында республикала  19 меңдән артыҡ сабый тыуған. Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны ла артҡан. Буласаҡ әсәләрҙе бөтә уңайлыҡтары булған шарттар...

20 августа 2019
Смотреть видео Мобиль бригада | ГТРК «Башкортостан»

Мобиль бригада

Республика социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары етәкселәренә “мобиль бригада” автобус асҡыстары тапшырылды.  “Демография” милли проекты сиктәрендә бөтәһе 18 автобус төрлө райондарға оҙатылды. Республикала 65 йәште уҙған бөтәһе 222 меңдән ашыу оло кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе төпкөл ауылдарҙан....

20 августа 2019
Смотреть видео Республика етәксеһе ҡала-район башлыҡтарын ҡаты тәнҡитләне | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе ҡала-район башлыҡтарын ҡаты тәнҡитләне

Был урындағы етәкселәрҙең эшҡыуарлыҡҡа битараф ҡарашы эҙемтәһе. Юл хужалығы өсөн яуаплы структураларға ла үҙ эшенә намыҫлыраҡ ҡарар сәбәп бар. Август башынан район-ҡалаларҙа эшҡыуарлыҡ сәғәттәре ойошторола. Башланғыстың ниәте яҡшынан әммә һөҙөмтәһе генә башҡаса. Ике аҙна эсендә 189 осрашыу үтергә...

20 августа 2019
В Уфе почтили память Дважды Героя Советского Союза Мусы Гареева | ГТРК «Башкортостан»

В Уфе почтили память Дважды Героя Советского Союза Мусы Гареева

17 августа в парке Победы состоялось торжественное мероприятие, приуроченное празднованию Дня авиации и воздушного флота России. В церемонии приняли участие представители Администрации ГО г.Уфа, Администрации Орджоникидзевского района города, Регионального отделения ДОСААФ России по Республике...

17 августа 2019
Смотреть видео Өфөлә яңы китапхана – урман китапханаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә яңы китапхана – урман китапханаһы асылды

Баш ҡаланы Еңеү паркына килеп ял итеүселәрҙең хәҙер асыҡ һауа аҫтында нәфис  әҙәбиәт менән танышыу мөмкинлеге бар.  “Россияйская газета” баҫмаһының был социаль проекты баш ҡалала йәшәүселәр тарафынан да хуплау тапҡан. Әйткәндәй, гәзиткә урман хужалығы министрлығы ла ярҙам күрһәтте. Әгәр...

16 августа 2019
Смотреть видео Башҡалабыҙ йәнә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараны ҡаршылай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалабыҙ йәнә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараны ҡаршылай

Өфөлә 4-се тапҡыр “Көмөш аҡбуҙат”кинофестивале үтә. Быйыл форумдың даирәһе киңерәк: конкурс программаһында милли, этник әҫәрҙәрҙән тыш социаль һәм мотивацион фильмдар ҙа күрһәтеләсәк. Фестиваль сиктәрендәге уникаль фильмдарҙы тамашасы Родина кинотеатрында бушлай ҡарай ала. Әлеге мәлдә Өфө оҫталары...

16 августа 2019
Смотреть видео Силәбелё башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү ҡайтанан тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Силәбелё башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү ҡайтанан тергеҙелә

Быйылдан Силәбе Дәүләт Университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү ҡайтанан тергеҙелә. Ошо туралағы килешеүгә Башҡортостан менән күрше өлкә Хөкүмәттәре ҡул ҡуйғайны. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт “йәкшәмбе мәктәптәре” лә асыла.  Республиканың мәғариф...

16 августа 2019
Смотреть видео Рәсәйҙә археологтар көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә археологтар көнө билдәләнде

Археология – үткәнебеҙҙең ваҡыт шаршауын асҡан, тарихыбыҙ серҙәре менән таныштырған, ҡайһы саҡта иҫ китәрлек асыштар яһаған фән. Милли музейҙа хәҙерге заман Башҡортостан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Мәхмүҙә Садыҡова һәм Алексей Шмидт иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Зарема Садыҡова әсәһе...

16 августа 2019
Смотреть видео Радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды

Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды. Һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен чернобылселәрҙең мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлаған «Чернобыль союзы» урындағы йәмәғәт ойошмаһы индергән. Бронза скульптураның авторы —...

16 августа 2019
Смотреть видео Нурланыш алған кешеләр ике аҙналыҡ өҫтәмә ялға дәғүә итә ала | ГТРК «Башкортостан»

Нурланыш алған кешеләр ике аҙналыҡ өҫтәмә ялға дәғүә итә ала

Башҡортостанда радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөргәндә нурланыш алған кешеләр ике аҙналыҡ өҫтәмә ялға дәғүә итә ала, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.  Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ошо туралағы  бойороғо республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт...

16 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостанда 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамлана

Мәғариф милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда йыл аҙағына 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамлана.  Дөйөм белем биреү учреждениеларының икәүһе асыҡ, беренсе сентябргә йәнә 9-ҙы уҡыусылар ҡабул итергә әҙерләнә. Бынан тыш 12 коррекцион мәктәптең матди техник базаһын нығытыу,...

16 августа 2019
Яндекс.Метрика