Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды

Бөрйән – республикабыҙҙың иң матур ерҙәренең береһе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды. Сәфәр барышында төбәк Башлығы социаль һәм инфраструктура объектарын ҡараны, районда туризмды үҫтереү һәм инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлектәре менән танышты, шулай уҡ район һабантуйында ҡатнашты. Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ул үҙ күҙҙәре менән күрҙе һәм тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең киләһе репортажда.

Республика Башлығы эш сәфәрен райондың социаль объектары менән танышыуҙан башланы. Радий Хәбиров Әбдүлмәмбәт ауылында үткән йылдың декабрь айында сафҡа индерелгән яңы фельдшер акушерлыҡ пункты эше менән танышты. Бөгөн унда 900-ға кеше хеҙмәтләндерелә. Урындағы фельдшер әйтеүенсә, төп проблемаларҙың береһе – ҡоролмаларҙың иҫке һәм эш хаҡының түбән булыуы.

Артабан республика етәксеһе Әбдүлмәмбәт ауылының мәҙәниәт йортон һәм мәктәбен ҡараны. Урындағы мәҙәни үҙәк Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә. Шулай уҡ Радий Хәбиров 154 бала уҡыған мәктәп менән танышты. Йылда мәктәп уҡыусылары республика, Рәсәй кимәлендә үткән спорт ярыштарында еңеүҙәр яулай. Радий Хәбиров 2020 йылда Ҡыпсаҡта физкультура һауыҡтырыу комплексы төҙөләсә башлаясаҡ, тип вәғәҙәләне. Урындағы халыҡ шулай уҡ ауылда транспорт бәйләнеше һәм зәңгәр яғыулыҡҡа бәйле һорауҙар бирҙе. Радий Хәбиров махсус органдар был мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ, тип белдерҙе.

Бөрйән районының Байназар ауылында республика етәксеһе амбулатория эше менән танышты. Урындағы халыҡ медицина учрежденияһында тар йүнәлешле белгестәр етмәүе тураһында белдерҙе. Радий Хәбиров был мәсьәләләр хәл ителәсәк, тине. Яҡын арала 3 белгес эшкә ҡайтасаҡ һәм шулай уҡ терапия бүлегендә өҫтәмә 5 койка булдырыласаҡ. Ауылдағы тағы ла бер проблемаларҙың береһе ул балалар баҡсаһы. 35 балаға тәғәйенләнгән мәктәпкәсә учрежденияға бөгөн 58 бала йөрөй. Бынан тыш 29 сабый сиратта тора. Төбәк етәксеһе был һорау “Здравчас”та ҡараласаҡ, тине.

Республика етәксеһе шулай уҡ Яңы Монасип һәм Иҫке Монасип ауылдарын тоташтырасаҡ яңы күпер урынын ҡараны. Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, 2016 йылда төҙөлә башлаған объект 2020 йылда сафҡа индереләсәк. Артабан Радий Хәбиров, Ҡурғашлы ауылдында ағас эшкәртеү предприятияһының эшкәрлеге менән танышты. Төбәк Башлығы республика экспортты үҫтереүгә ярҙам итәсәге тураһында белдерҙе. Һәм ойошма вәкилдәрен “Инвестиция сәғәтенә” саҡырҙы.

Бөгөн Бөрйән районы республикала туризымды үҫтереүгә ҙур өҫтөнлөк бирә. Был йәһәттән урындағы шәхси эшҡыуарҙарҙа ҙур баҫым эшләй. Иҫке Собхағол ауылындағы “Юлбарыҫ” ҡунаҡханаһы республиканан һәм Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә туристарҙы йәлеп итә. Республика етәксеһе районда туризимды үҫтереүгә йүнәлтелгән инвестиция проекты менән танышты.

Артабан Радий Хәбиров һабантуй яланына юлланды. Радий Фәрит улы республика етәксеһе вазифаһында беренсе тапҡыр һабан байрамында ҡатнашты. Бөрйәндә уны халыҡ йырҙары, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Ул урындағы халыҡты сәсеү эштәре тамамланыу менән тәбриәкләне һәм райондың иң яҡшы ауыл хужалығы эшсәндерен ҡотланы.

Төбәк Башлығы Бөрйән һабантуйын яҡшы баһаланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров тәҡдиме менән быйылғы йылдан Башҡортостанда һабантуйҙар алкогольһыҙ үтә башлаясаҡ. Һәм тап Бөрйән районынының һабан байрамында был ҡарар беренселәрҙән булып үтәлде.

Эш сәфәрендә Радий Хәбиров шулай уҡ Шүлгән-таш мәмерйәһе янында сафҡа индерелсәк тарихи-мәҙәни комплексының төҙөлөшө менән танышты. Проектҡа ярашлы, «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы 3,5 мең гектар майҙанды биләйәсәк. Артабан республика етәксеһе мәмерйәгә юлланды. Ул бер-нисә залға инеп сыҡты. Башҡортостан етәксеһенә мәмерйәлә башҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләнеләр.

Бөрйән районы ауыл хужалығы һәм ағас эшкәртеү өлкәһенән тыш бөгөн туризмды үҫтереүгә ҙур өҫтөнлөк бирә. Әле “Шүлән-таш” мәмерйәһенә йылына яҡынса 35 меңдән ашыу турист килә. Киләсәктә был һанды 350 меңгәсә арттырыу күҙаллана. Тимәк киләһе бер-нисә йыл эсендә районға инвесторҙар йәлеп итеү һәм инфраструктураны үҫтереү ҡарала.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео ”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы | ГТРК «Башкортостан»

”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы

Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Башҡортостан республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы уҙҙы. Ул өс көн дауамында барҙы. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап,...

29 апреля 2021
Смотреть видео Биатлон һәм саңғы ярыштары | ГТРК «Башкортостан»

Биатлон һәм саңғы ярыштары

Республиканың биатлон һәм саңғы ярыштары федерацияһы тренерҙары советы үтте.  “Динамо” спорт комплексында үткән ултырышта саңғы ярышы буйынса йыйылма командаһының яуаплы тренерҙары йыл йомғаҡтарын барланы һәм киләһе йылға пландары менән бүлеште. Төбәктә саңғы спорты менән шөғөлләнеүселәр һаны...

29 апреля 2021
Смотреть видео Еңеү көнөнә Мәскәүгә | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү көнөнә Мәскәүгә

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбдрәшитов Рәис Рәхим улы 9 май - Еңеү көнөн Мәскәүҙә ҡаршыларға йыйына. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул Киров районы ветерандары советы ағзаһы, йәш быуынға патриотик тәрбиә бирә. Ғаиләһе менән бергә төшкән берҙән-бер фотоһүрәтте Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәис...

29 апреля 2021
Смотреть видео Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл

 Был ваҡытта төрлө йәрминкә, баҙарҙарҙан үҫентеләр һатып алып тишек шоманға ултырыусылар арта. Нисек алданмаҫҡа? Емеш ағастары, декоратив ҡыуаҡтар, төрлө сәскә-гөлдәр һатып алып улар урына бөтөнләй икенсе әйберҙең үҫеп сығыуына күптәрҙең шаһит булғаны барҙыр. Мутлашыусылар тоҙағына ҡайһы берҙә...

29 апреля 2021
Смотреть видео Экологик хәлде төҙәтеү мәсьәләһенә | ГТРК «Башкортостан»

Экологик хәлде төҙәтеү мәсьәләһенә

Башҡортостан сода компанияһы эшмәкәрлегенең экологик эҙемтәләре яуап сараларын талап итә. Тәбиғәтте фаҙаланыуҙы күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе ошо хаҡта республикаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Светлана Радионова компанияның атмосфераға зарарлы йоғонтоһона контроль станцияһын...

29 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты

Хәлил Аҡюлов менән  Юнир Бикбаев Ноябрьск ҡалаһында  Бөтә Рәсәй ММА ярыштарында еңеү яуланы. Башта Ейәнсура егете Хәлил Аҡюлов менән Ноябрьск көрәшсеһе Александр Меланич көс һынашты. Көрәште башынан уҡ Хәлил үҙ ҡулына алып дәғүәсеһен ваҡытынан алда техник  нокаут менән еңде. ...

28 апреля 2021
Смотреть видео Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта

Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. Кисә Өфө Нур татар дәүләт театры беҙҙә ҡунаҡта булды. Өфө “Нур” татар дәүләт театры быйыл 30-сы ижад миҙгелен ҡаршылай. 1912 йылда Сәхипямал Ғиззәтуллина- Волжская тарафынан Нур татар труппаһы  булараҡ ойошторолған коллектив граждандар һуғышы...

28 апреля 2021
Смотреть видео Республикала тирә-яҡты таҙартыу буйнса өмәләр үтә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала тирә-яҡты таҙартыу буйнса өмәләр үтә

Республика башлығы хакимиәтендә эшләүселәр Салауат Юлаев баҡсаһын, ә Хөкүмәт ағзалары Республика йорто биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Кипкән ағас япраҡтары йыйылды, тротуарҙар һеперелде. 

28 апреля 2021
Смотреть видео Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт | ГТРК «Башкортостан»

Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт

Голландия гражданины бер-нисә ай буйы машинаһында йәшәргә мәжбүр. Сит илдән Башҡортостанға эшкә килгән иргә хеҙмәт хаҡын түләмәгәндәр. “Атом” төҙөлөш ойошмаһынан алданған эшселәр байтаҡ. Али Барави өсөн автомобиль транспорт сараһы ғына түгел, ә йәшәү урыны ла. Бер-нисә ай дауамында Голландия...

28 апреля 2021
Смотреть видео Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара

 Әлеге көнгә төбәктә  ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 140 меңдән ашыу кеше  эшләткән. 150 меңгә яҡыны иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Республика халҡын бер-бер артлы байрам һәм иҫтәлекле саралар көтә. 3 май  - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө. Был...

28 апреля 2021
Яндекс.Метрика