8 июндә илдә социаль хеҙмәткәр көнө билдәләнә

Йәмғиәттә яҡлауға мохтаждарҙың көнкүреш һәм матди шарттарын яҡшыртыуҙы үҙ иңенә алған тармаҡҡа быйыл 100 йыл. 8 июндә иһә илдә социаль хеҙмәткәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә хеҙмәт алдынғыларын данлау тантанаһы үтте.  Зөлфиә Манурова Серафимовка балалар йортонда ике тиҫтә йыл эшләй. Ошо дәүерҙә балаларҙың һәр төрлө йәш төркөмөн тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән. Эшендә үҙенсәлекле алымдар ҡуллана, мөмкинлеге сикле балаларҙы тормош биҙәктәрен танырға һәм хеҙмәт һөйөргә өйрәтә. Тырышлығының емеше лә бар – был гөл үҫентеләрен әле баҡсасы һөнәрен үҙләштергән элекке уҡыусыһы бүләк иткән. Етем балалар, ҡарттар, ғәриптәр, йәмғиәттә ауыр хәлдә ҡалған башҡа ҡатлам вәкилдәре менән эшләргә һөнәри оҫталыҡтан да нығыраҡ кешеләрҙе йәлләй белеү мөһим. Кемгә ниндәй ярҙам кәрәклеген дә йышыраҡ социаль хеҙмәткәрҙәр асыҡлай. Был өлкә белгестәренә ил ҡануниәтендәге тейешле ҡағиҙәләрҙе белергә, психология, социология, педагогика нигеҙҙәрен, медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарын үҙләштерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уларҙан иғтибар, мәрхәмәтлек һәм ғәҙеллек көтәләр.  Изгелек һәм мәрхәмәт армияһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрам уңайынан ҡаҙаныштарҙы билдәләү йолаһы бар. Хеҙмәткә күрә хөрмәткә өлгәшеү – артабан дәртләнеп эшләргә сәм өҫтәй. Тантанаға саҡырылған ҡунаҡтар араһында беҙгә таныш Зөлфиә Манурова ла бар.  Быйыл ул “Халыҡты социаль яҡлау учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре” бәйгеһенең финалына сыҡҡан. “Балалар менән эшләүҙең еңел булғаны юҡ, әммә йөрәгеңде биреп башҡарһаң, барыһы ла ҡәнәғәт, “- ти Зөлфиә Миәссәр ҡыҙы.Мәсетле районында 18 йыл социаль хеҙмәткәр бурыстарын үтәгән Зилә Ғиниәтуллина республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ.  Зилә ханым оло йәштәгеләргә ярҙам хеҙмәтендә.Өлкәндәргә мөһим йылы һүҙ һәм ябай иғтибарҙың әһәмиәтен Темәс психоневрологик интернаты хеҙмәткәре Руслан Урмантаев та билдәләй. Ул социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре бәйгеһендә еңеүсе. Юрий Мельников социаль хеҙмәткәр һөнәренең йәштәр араһында абруй ҡаҙанмауы тураһындағы фекерҙе хупламай. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағында эшләгән ветерандар советы изгелек хеҙмәтен йәш быуын вәкилдәренә таныта. Бөгөн был креатив өлкә, ти министр вазифаһын башҡарыусы.Кешеләрҙең ғәҙеллеккә өмөтө һеҙҙең менән беҙҙең эшмәкәрлеккә бәйле, тип билдәләнде байрам тантанаһында. Башҡортостандың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе дәүләт учреждениеларында 10 мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Был һөнәр үҙе һайлап алған вайымлы хеҙмәткәрҙәргә бөгөн һәр кем түҙемлек теләй һәм рәхмәт белдерә.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020