8 июндә илдә социаль хеҙмәткәр көнө билдәләнә

Йәмғиәттә яҡлауға мохтаждарҙың көнкүреш һәм матди шарттарын яҡшыртыуҙы үҙ иңенә алған тармаҡҡа быйыл 100 йыл. 8 июндә иһә илдә социаль хеҙмәткәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә хеҙмәт алдынғыларын данлау тантанаһы үтте.  Зөлфиә Манурова Серафимовка балалар йортонда ике тиҫтә йыл эшләй. Ошо дәүерҙә балаларҙың һәр төрлө йәш төркөмөн тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән. Эшендә үҙенсәлекле алымдар ҡуллана, мөмкинлеге сикле балаларҙы тормош биҙәктәрен танырға һәм хеҙмәт һөйөргә өйрәтә. Тырышлығының емеше лә бар – был гөл үҫентеләрен әле баҡсасы һөнәрен үҙләштергән элекке уҡыусыһы бүләк иткән. Етем балалар, ҡарттар, ғәриптәр, йәмғиәттә ауыр хәлдә ҡалған башҡа ҡатлам вәкилдәре менән эшләргә һөнәри оҫталыҡтан да нығыраҡ кешеләрҙе йәлләй белеү мөһим. Кемгә ниндәй ярҙам кәрәклеген дә йышыраҡ социаль хеҙмәткәрҙәр асыҡлай. Был өлкә белгестәренә ил ҡануниәтендәге тейешле ҡағиҙәләрҙе белергә, психология, социология, педагогика нигеҙҙәрен, медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарын үҙләштерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уларҙан иғтибар, мәрхәмәтлек һәм ғәҙеллек көтәләр.  Изгелек һәм мәрхәмәт армияһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрам уңайынан ҡаҙаныштарҙы билдәләү йолаһы бар. Хеҙмәткә күрә хөрмәткә өлгәшеү – артабан дәртләнеп эшләргә сәм өҫтәй. Тантанаға саҡырылған ҡунаҡтар араһында беҙгә таныш Зөлфиә Манурова ла бар.  Быйыл ул “Халыҡты социаль яҡлау учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре” бәйгеһенең финалына сыҡҡан. “Балалар менән эшләүҙең еңел булғаны юҡ, әммә йөрәгеңде биреп башҡарһаң, барыһы ла ҡәнәғәт, “- ти Зөлфиә Миәссәр ҡыҙы.Мәсетле районында 18 йыл социаль хеҙмәткәр бурыстарын үтәгән Зилә Ғиниәтуллина республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ.  Зилә ханым оло йәштәгеләргә ярҙам хеҙмәтендә.Өлкәндәргә мөһим йылы һүҙ һәм ябай иғтибарҙың әһәмиәтен Темәс психоневрологик интернаты хеҙмәткәре Руслан Урмантаев та билдәләй. Ул социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре бәйгеһендә еңеүсе. Юрий Мельников социаль хеҙмәткәр һөнәренең йәштәр араһында абруй ҡаҙанмауы тураһындағы фекерҙе хупламай. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағында эшләгән ветерандар советы изгелек хеҙмәтен йәш быуын вәкилдәренә таныта. Бөгөн был креатив өлкә, ти министр вазифаһын башҡарыусы.Кешеләрҙең ғәҙеллеккә өмөтө һеҙҙең менән беҙҙең эшмәкәрлеккә бәйле, тип билдәләнде байрам тантанаһында. Башҡортостандың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе дәүләт учреждениеларында 10 мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Был һөнәр үҙе һайлап алған вайымлы хеҙмәткәрҙәргә бөгөн һәр кем түҙемлек теләй һәм рәхмәт белдерә.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Һауанан алынған сир | ГТРК «Башкортостан»

Һауанан алынған сир

 Өфөлә йәшәүселәр үҙ медицина карталарында ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ауырыуҙар яҙылыуына зарлана. Берәүҙәр, йәнәһе лә,  табипҡа нервы системаһы ҡаҡшаған, тип мөрәжәғәт итһә, икенселәре иһә картала яҙылған ауырыуҙар тураһында бөтөнләй әйтергә ҡыймай. Өҫтәп яҙылған сирҙәрҙе ҡайҙан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә

Унда  ҡатнашыусылар Өфө хирургтарының ҡан-тамырына заманса алымдар ярҙамында операция эшләүен тура эфирҙа күҙәтә. Операция бер сәғәт тирәһе дауам итә. Өфө хирургтары хәҙер пациенттың артерияларын эстән күрә ала. Махсус  ҡорамал ярҙамында табиптар хәҙер ҡан тамырҙары ауырыуҙарын алдан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Сәләмәтлек һағында тороусы | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек һағында тороусы

3 тапҡыр алтын скальпель алыусы, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Салауат Юлаев Ордены Кавалеры Мәжит Нартайлаковҡа 60 йәш. Билдәле хирург республикала иң беренсе бауыр трансплантологияһын башҡара....

5 февраля 2020
Смотреть видео Быуат һөжүме | ГТРК «Башкортостан»

Быуат һөжүме

Башҡортостан диңгеҙселәре Александр Маринеско етәкселегендәге һыу аҫты кәмәһенең батырлығын иҫкә алды. 75 йыл элек 1945 йылдың 30 ғинуарында немецтарҙың иң ҙур лайнеры "Вильгельм Густлофф" торпедо утына тотола. Һөҙөмтәлә 4 меңдән артыҡ немец илбаҫары юҡ ителә. Тарихта ул « быуат һөжүме » тип...

5 февраля 2020
Смотреть видео Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай | ГТРК «Башкортостан»

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы бермә-бер көсәйтергә саҡырҙы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү юлдарын билдәләргә ҡушты. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ваҡытлыса сара | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытлыса сара

Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ. Был турала  Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе.Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында...

5 февраля 2020
Смотреть видео Киҙеү башланыр мәл | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү башланыр мәл

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар арта башлаған. Республика буйынса 27 мең 469 кеше, уларҙың 70 проценты тиерлек балалар, табиптарға мөрәжәғәт иткән.Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы шәхси профилактика...

5 февраля 2020
Смотреть видео Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы

 “Динамо” спорт компексында Рәсәй Федерацияһы субъекттары судьялары араһында волейбол буйынса төбәк-ара турнир уҙҙы. Ярыш Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығына арнап үткәрелде. Волейбол буйынса турнирҙы Суд Советы һәм Башҡортостан республикаһының Юғары суды ойошторған. Турнирҙа бөтәһе алты...

4 февраля 2020
Смотреть видео Дим биҫтәһендә балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Дим биҫтәһендә балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылды

 Медицина учреждениеһы үткән быуаттың 90-се йылдарында төҙөлгән һәм ошоғаса ремонт күрмәгән.  Поликлиникалағы үҙгәрештәр тураһында хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова репортажы.Дим биҫтәһенең балалар поликлиникаһы кескәй  һәм үҫмер пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер.  Ярты йыл дауам...

4 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, ямаш шеште асыҡлаусы ҡорамалдар 60-70 процентҡа иҫкергән. Бынан тыш, кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә.  Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яман шештәрҙе асыҡлау...

4 февраля 2020
Яндекс.Метрика