К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Таш һындар паркы

Кушнаренко районы  бай тарихи үткәне менән дан тота. Тәүге тарихи сығанаҡтар урта быуаттар осоро менән бәйле. Унда табылған ҡурғандарҙы өйрәнеп, археологтар хатта биләмәлә мадьярҙарҙың йәшәп китеүен дә иҫбатлай.  Ә  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында разведчиктар әҙерләүсе  йәшерен  Коминтерн мәктәбенең  унда урынлашыуы,  район үҙәгенең баһаһын арттыра. Тағы ла бер матур күренеш Кушнаренкоға йәм өҫтәй – ул таш һындар паркы. Ҡыҙҙар тауында урынлашҡан парк  Кушнаренко халҡының элек-электән яратҡан урыны. Ә ярты йыл элек, октябрь айында беҙҙең репортаж сыҡҡандан һуң, бында килеүсе туристар һаны ла бермә-бер артҡан. Ә матурлыҡҡа битараф булмаған ауылдаштары, эшҡыуарҙар ярҙамы менән бында баҫҡыстар барлыҡҡа килгән.Ниндәй үҙгәрештәр булыуын тиҙерәк күреү ниәте менән тау түбәненә ашығабыҙ. Ә унда  күңелле йыр яңғырай, скульптор Илфир Хәйруллиндың ярҙамсылары йырлай-йырлай   эшкә тотонған. Кушнаренко райкомының тәүге секретары Файлас  Муллағәлиев та, башҡа көмөш ирекмәндәр рәтендә, ҡулына көрәк алған. Ярҙамсылары таҙартҡан таштарға артабан  Илфир Хәйруллин форма бирә. Көҙгөһөн паркта бесәй, аждаһа, крокодил ғына бар ине. Ә хәҙер балаһы менән инә фил барлыҡҡа килгән. Бына  бер аҙ өҫтәрәк оҫта  үҙе, тәхет юна. Уйҙарында тәхет янына ла  һындар эшләү. Таштар үҙҙәре үк ниндәй хайуан, йә әйбер  булырын күрһәтеп  торалар, ти оҫта. Филдәр менән бер рәттә ятҡан был таш китҡа оҡшаған, тинек беҙ  тәү күргәс тә. Ә уның өҫтөндә әкиәттәге кеүек ҡала эшләйәсәкмен, ти скульптор йылмайып. Янында оло суҡмар күтәргән Ҡамыр батыр барлыҡҡа килгәндән һуң, парктың  серле көсө тағы ла артасағына ышана ярҙамсылар. Һәм сәйгә туҡтаған арала артабанғы эштәрҙе барлайҙар. Беләктәр ял иткән ваҡытта үҙ эштәренә һөйөнөп, күңелдәре лә ял ала уларҙың. Альбина Вәлиәхмәтова  паркты төҙөүгә үҙ өлөшөн индереү өсөн хатта Өфөнән килә. Көрәк, йышҡылар менән бер рәттән гармун да бында төп ҡоралдарҙың береһе. Эштәре   уңғандарҙың йырҙары ла дәртле, йөҙҙәре лә шат.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика