Таш һындар паркы

Кушнаренко районы  бай тарихи үткәне менән дан тота. Тәүге тарихи сығанаҡтар урта быуаттар осоро менән бәйле. Унда табылған ҡурғандарҙы өйрәнеп, археологтар хатта биләмәлә мадьярҙарҙың йәшәп китеүен дә иҫбатлай.  Ә  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында разведчиктар әҙерләүсе  йәшерен  Коминтерн мәктәбенең  унда урынлашыуы,  район үҙәгенең баһаһын арттыра. Тағы ла бер матур күренеш Кушнаренкоға йәм өҫтәй – ул таш һындар паркы. Ҡыҙҙар тауында урынлашҡан парк  Кушнаренко халҡының элек-электән яратҡан урыны. Ә ярты йыл элек, октябрь айында беҙҙең репортаж сыҡҡандан һуң, бында килеүсе туристар һаны ла бермә-бер артҡан. Ә матурлыҡҡа битараф булмаған ауылдаштары, эшҡыуарҙар ярҙамы менән бында баҫҡыстар барлыҡҡа килгән.Ниндәй үҙгәрештәр булыуын тиҙерәк күреү ниәте менән тау түбәненә ашығабыҙ. Ә унда  күңелле йыр яңғырай, скульптор Илфир Хәйруллиндың ярҙамсылары йырлай-йырлай   эшкә тотонған. Кушнаренко райкомының тәүге секретары Файлас  Муллағәлиев та, башҡа көмөш ирекмәндәр рәтендә, ҡулына көрәк алған. Ярҙамсылары таҙартҡан таштарға артабан  Илфир Хәйруллин форма бирә. Көҙгөһөн паркта бесәй, аждаһа, крокодил ғына бар ине. Ә хәҙер балаһы менән инә фил барлыҡҡа килгән. Бына  бер аҙ өҫтәрәк оҫта  үҙе, тәхет юна. Уйҙарында тәхет янына ла  һындар эшләү. Таштар үҙҙәре үк ниндәй хайуан, йә әйбер  булырын күрһәтеп  торалар, ти оҫта. Филдәр менән бер рәттә ятҡан был таш китҡа оҡшаған, тинек беҙ  тәү күргәс тә. Ә уның өҫтөндә әкиәттәге кеүек ҡала эшләйәсәкмен, ти скульптор йылмайып. Янында оло суҡмар күтәргән Ҡамыр батыр барлыҡҡа килгәндән һуң, парктың  серле көсө тағы ла артасағына ышана ярҙамсылар. Һәм сәйгә туҡтаған арала артабанғы эштәрҙе барлайҙар. Беләктәр ял иткән ваҡытта үҙ эштәренә һөйөнөп, күңелдәре лә ял ала уларҙың. Альбина Вәлиәхмәтова  паркты төҙөүгә үҙ өлөшөн индереү өсөн хатта Өфөнән килә. Көрәк, йышҡылар менән бер рәттән гармун да бында төп ҡоралдарҙың береһе. Эштәре   уңғандарҙың йырҙары ла дәртле, йөҙҙәре лә шат.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булып ҡала

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙизоляция режимын үтәргә һәм Пасха байрамын өйҙә үткәрергә тигән тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалған кешеләргә рәхмәт белдереп, мосолмандарҙы ла Рамаҙан ваҡытында үҙҙәрен һәм яҡындарын сир йоҡтороуҙан һаҡларға, өйҙә ултырырға саҡырҙы. Рәсәйҙең баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин...

23 апреля 2020
Смотреть видео 25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә

Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тәүге тапҡыр онлайн уҙғарыла. 25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә. Унда ҡатнашыу өсөн алдан  сәхифәлә  теркәлергә кәрәк. 25 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә тура трансляция башлана. Акцияла...

23 апреля 2020
Смотреть видео Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамланды

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамланды. Табиптарҙың бер бригадаһын икенсеһе алмаштырҙы. Ҡыуатов исемендәге дауахана янында көнө буйы тиҙ ярҙам машиналары туҡтамай. Улар ике аҙна дауамында пациенттарҙы дауалаған табиптарҙы өйҙәренә илтә. Медицина...

23 апреля 2020
Смотреть видео Бушлай битлектәр таратылды | ГТРК «Башкортостан»

Бушлай битлектәр таратылды

Өфө автобустарының пассажирҙарына бушлай күп ҡуллана торған битлектәр таратылды. Өс көнлөк акцияны пассажирҙар ташыусы дәүләт предприятияһы ойошторҙо.  Ойошма ны ике мең битлек менән медицина кейемдәрен тегеүсе федераль етештереүсе тәъмин итте. Кондукторҙар һәм водителдәр билдәләүенсә, ...

23 апреля 2020
Смотреть видео Үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам

Шәхси эшҡыуар – Илгизәр Солтанғәлиева үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам  итергә ҡарар иткән. Ирекмәндәр менән бергә ул мохтаждарға аҙнаһына 60 буханка икмәк тарата.  Ирекмәндәрҙең көнө адрестарҙы аныҡлау, оло йәштәге кешеләрҙе, аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙе барлауҙан башлана. Был...

23 апреля 2020
Смотреть видео Республика башлығы эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районына барҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районына барҙы

Башҡортостанға Сорғот ҡалаһынан тракторҙарҙы йыйыу һәм ремонтлау предприятиеһы күсерелә. Яңы инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу барышы менән республика башлығы танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров  Ҡарламан ҡуйыртылған һөт заводына ла барып ҡайтты. Был хаҡта киләһе видеояҙмала.   ...

23 апреля 2020
Смотреть видео Ҡалала мал һәм ҡош-ҡорт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡалала мал һәм ҡош-ҡорт

Үҙизоляция режимында шәхси хужалыҡтары булғандарға буш ятырға тура килмәй. Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе Ғәлиә һәм Ришат Саҡаевтар мал һәм ҡош-ҡорт үрсетә. Был бик һирәк күренеш. Ниндәй төр мал ҡарай ғаилә, ниндәй ҡоштарҙы тота? Киләһе репортаж йүнсел ғаилә тураһында. Сакаевтарҙың Романов...

21 апреля 2020
Смотреть видео Их, гармун телдәре | ГТРК «Башкортостан»

Их, гармун телдәре

Кем ул республикалағы иң оҫта баянсы һәм гармунсы? Рәсәй-Башҡортостан һәм Башҡортостан 24  каналдары он-лайн конкурс иғлан итте. Ҡатнашыусылар һаны көндән-көн арта. Ашығығыҙ. Конкурстың шарттарына  ярашлы, үҙегеҙҙең баянда йә, гармунда уйнағанды төшөрөп, "Бәйләнештә" сәхифәһендәге...

21 апреля 2020
Смотреть видео Баллы бүләк | ГТРК «Башкортостан»

Баллы бүләк

Илдә, республикала ниндәй генә хәл булыуына ҡарамаҫтан, Бөйөк Еңеү көнө барыбер иғтибрҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Әлеге ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн бүләккә бал әҙерләнә. Бал һауытының тышында Миңлеғәле Шайморатовтың һыны урын алған. Республиканың апитерапия үҙәгендә ветеарандарҙы ҡотлау...

21 апреля 2020
Смотреть видео Күршең һуҡыр булһа күҙеңде ҡыҫ | ГТРК «Башкортостан»

Күршең һуҡыр булһа күҙеңде ҡыҫ

Ә хәҙер баҡсасылар өсөн мәғлүмәт.  Дәүләт думаһында Граждандар кодексына үҙгәрештәр индереү  әҙерләнә. Ул баҡсасыларға ла ҡағыла. Кодекстағы үҙгәрештәргә ярашлы дача хужалары күрше баҡсанан килгән газ, пар, төтөн, йылылыҡ, еҫ һәм шау-шыуға ҡаршы сыға алмай. Һанап үтелгән күренештәр...

21 апреля 2020
Яндекс.Метрика