Таш һындар паркы

Кушнаренко районы  бай тарихи үткәне менән дан тота. Тәүге тарихи сығанаҡтар урта быуаттар осоро менән бәйле. Унда табылған ҡурғандарҙы өйрәнеп, археологтар хатта биләмәлә мадьярҙарҙың йәшәп китеүен дә иҫбатлай.  Ә  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында разведчиктар әҙерләүсе  йәшерен  Коминтерн мәктәбенең  унда урынлашыуы,  район үҙәгенең баһаһын арттыра. Тағы ла бер матур күренеш Кушнаренкоға йәм өҫтәй – ул таш һындар паркы. Ҡыҙҙар тауында урынлашҡан парк  Кушнаренко халҡының элек-электән яратҡан урыны. Ә ярты йыл элек, октябрь айында беҙҙең репортаж сыҡҡандан һуң, бында килеүсе туристар һаны ла бермә-бер артҡан. Ә матурлыҡҡа битараф булмаған ауылдаштары, эшҡыуарҙар ярҙамы менән бында баҫҡыстар барлыҡҡа килгән.Ниндәй үҙгәрештәр булыуын тиҙерәк күреү ниәте менән тау түбәненә ашығабыҙ. Ә унда  күңелле йыр яңғырай, скульптор Илфир Хәйруллиндың ярҙамсылары йырлай-йырлай   эшкә тотонған. Кушнаренко райкомының тәүге секретары Файлас  Муллағәлиев та, башҡа көмөш ирекмәндәр рәтендә, ҡулына көрәк алған. Ярҙамсылары таҙартҡан таштарға артабан  Илфир Хәйруллин форма бирә. Көҙгөһөн паркта бесәй, аждаһа, крокодил ғына бар ине. Ә хәҙер балаһы менән инә фил барлыҡҡа килгән. Бына  бер аҙ өҫтәрәк оҫта  үҙе, тәхет юна. Уйҙарында тәхет янына ла  һындар эшләү. Таштар үҙҙәре үк ниндәй хайуан, йә әйбер  булырын күрһәтеп  торалар, ти оҫта. Филдәр менән бер рәттә ятҡан был таш китҡа оҡшаған, тинек беҙ  тәү күргәс тә. Ә уның өҫтөндә әкиәттәге кеүек ҡала эшләйәсәкмен, ти скульптор йылмайып. Янында оло суҡмар күтәргән Ҡамыр батыр барлыҡҡа килгәндән һуң, парктың  серле көсө тағы ла артасағына ышана ярҙамсылар. Һәм сәйгә туҡтаған арала артабанғы эштәрҙе барлайҙар. Беләктәр ял иткән ваҡытта үҙ эштәренә һөйөнөп, күңелдәре лә ял ала уларҙың. Альбина Вәлиәхмәтова  паркты төҙөүгә үҙ өлөшөн индереү өсөн хатта Өфөнән килә. Көрәк, йышҡылар менән бер рәттән гармун да бында төп ҡоралдарҙың береһе. Эштәре   уңғандарҙың йырҙары ла дәртле, йөҙҙәре лә шат.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Сибайҙа иҡтисади форумы йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа иҡтисади форумы йомғаҡтары

Рәсәйҙәге тәүге ҡымыҙ киптереү цехы, роботлаштырылған малсылыҡ комплексы һәм цемент заводы. Башҡортостандың Урал аръяғы менән Рәсәй генә түгел сит ил инвесторҙары ла ҡыҙыҡһына башланы. Ошо көндәрҙә Сибайҙа үткән иҡтисади форумда тағы ла бер нисә яңы проектҡа нигеҙ һалынды. Киң далалы Баймаҡ ере. Ул...

13 июня 2018
Смотреть видео Өфөгә - 444 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Өфөгә - 444 йыл!

Ошо уңайҙан башҡалабыҙҙың төрлө майҙандарында ҙур концерттар уҙғарылды. Бынан тыш, ҡала көнөндә Башҡортостан халҡы өсләтә байрамды бергә билдәләне. Рәсәй көнө, ҡала байрамы һәм Салауат Юлаев көндәре. Хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә. Дәртле йыр-бейеүҙәр, сағыу төҫтәге кейемдәр, алсаҡ йөҙҙәр......

13 июня 2018
Смотреть видео Башҡортостан халҡы милли кейемдәрҙә рекорд ҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халҡы милли кейемдәрҙә рекорд ҡуйҙы

Евразия йөрәге-2018 фестивале сиктәрендә уҙғарылған Милли кейемдәр парадында ҡатнашыусы һәр кем Рәсәй рекордын ҡуйыуға үҙ көсөн индерҙе. 40-тан ашыу милләт вәкилдәре Салауат Юлаев һәйкәле янында осрашып Ватан паркына ағыла. Бер маҡсат менән янып атлай улар  -  этнопарк майҙанында...

13 июня 2018
Смотреть видео Ҡурай - Башҡортостан бренды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡурай - Башҡортостан бренды

Евразия йөрәге фестиваленең Ҡурайфест проекты сиктәрендә интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт был туралағы документты республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиковаға тапшырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт халҡының милли музыка уйын ҡоралы – Башҡортостандың биләмә бренды сифатында 1 мартта...

13 июня 2018
Смотреть видео Назар Нәжми тыуыуға - 100 йыл  | ГТРК «Башкортостан»

Назар Нәжми тыуыуға - 100 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми тыуыуға  100 йыл  тулды. Ошо уңайҙан Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханла  “Өфө йүкәләре” тигән ҙур сара үтте. Тышта һибәләп ямғыр яуып торһа ла, бөйөк шағирыбыҙ ижадына арналған сараға килеүселәр һаны байтаҡ ине. Назар Нәжмиҙең...

13 июня 2018
Смотреть видео Милләттәр лигаһы уйындары | ГТРК «Башкортостан»

Милләттәр лигаһы уйындары

Өфөлә беренсе тапҡыр волейбол буйынса Милләттәр лигаһы уйындары үтте. Был турнир кимәле буйынса донъя чемпионатына тиң. Баш ҡалала ойошторолған өсөнсө турҙа 4 команда көс һынашты. Улар араһында волейбол донъяһында дан алған Рәсәй, Бразилия, Иран һәм Ҡытай командалары. Турнирҙың беренсе көнөндә...

13 июня 2018
Смотреть видео Бөгөн Сибайҙа “Урал аръяғы 2018” иҡтисади форумы үҙ эшен башланы | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Сибайҙа “Урал аръяғы 2018” иҡтисади форумы үҙ эшен башланы

Иҡтисади мәсьәләләргә арналған был һөйләшеү тотош Башҡортостан өсөн әһәмиәтле. Уның барышында республиканың көньяҡ өлөшөнөң инвестиция мөхитен камиллаштырыу, бизнесҡа дәүләт ярҙамы, сәнәғәт обьекттарын үҫтереү юлдары ҡарала. Форумға 300-ҙән ашыу делегат саҡырылған. Федераль һәм төбәк башҡарма...

9 июня 2018
Смотреть видео Тутыйғош Ҡөръән сүрәләрен яттан һөйләргә өйрәнгән | ГТРК «Башкортостан»

Тутыйғош Ҡөръән сүрәләрен яттан һөйләргә өйрәнгән

Рамазан айы дауам итә. Тиҙҙән мосолман донъяһы ураҙа ғәйетен билдәләй. Был ай мөғжизәләргә бай. Әйтәйек, мосолман ғаиләһендә бер тутыйғош көрьән сүрәлерен яттан һөйләргә өйрәнгән.

6 июня 2018
Смотреть видео Ишмулла көндәре | ГТРК «Башкортостан»

Ишмулла көндәре

Быйыл данлыҡлы ҡурайсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ишмула Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тула. Ошо уңайҙан 18-19 июндә шулай уҡ ҡурайсының тыуған яғы Йылайыр районында 5 йылға бер тапҡыр уҙғарылған “Ишмулла көндәре” байрамы үтәсәк. Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡорт ҡурайын донъя...

6 июня 2018
Смотреть видео Байрам көндәрендә пенсиялар таратыу графигы | ГТРК «Башкортостан»

Байрам көндәрендә пенсиялар таратыу графигы

Башҡортостан буйынса Пенсия фонды июндә, ял көндәрендә пенсиялар һәм социаль түләүҙәрҙе таратыу графигын хәбәр итте. Рәсәй көнө һәм Ураҙа байрамы менән бәйле республика почта элемтәһе ойошмалары 12-се июнгә түләүҙәрҙе 9-сы һәм 11-се июндә, пенсияны 15 июндә алыусыларға 13, 14 июндә тартасаҡ. 18...

6 июня 2018
Яндекс.Метрика