Башҡортостанда умыртҡа һөйәгенә уникаль операция эшләйҙәр

Яңыраҡ Салауат ҡалаһында Днепропетровск ҡалаһынан хроник сир менән яфаланған йәш ҡыҙға урындағы табиптар ярҙам күрһәтте. Рәсәй белгестәренең күбеһе был ҡатмарлы операцияға тотонорға йөръәт итмәгән. Сөнки, ул сирленең ғүмере өсөн үтә хәүефле, тип табыла. Салауат ҡалаһының Нейрохирургия һәм патология үҙәгенә Ирина Головятенконы ошондай хәлдә алып киләләр. Йәш ҡыҙ тыумыштан кифосколиоз менән сирләй. Ә ул бөтөнләй дауаланмай тиерлек. Әле Иринаға 24 йәш, ошо ғүмеренең күбеһен ул түшәктә үткәрә. Йылдан йыл сир ҡыҙҙың аяҡ-ҡулдарына һәм эске органдарына үҫешергә ҡамасаулай. Ошондай операцияларҙы илебеҙҙә Мәскәүҙә һәм Башҡортостанда ғына эшләйҙәр. Беренселәрҙән булып сирлеләргә ярҙам итергә Салауат ҡалаһынан Андрей Бакланов тотона. Ул бер нисә кешегә  тормош бүләк итә. Иринаның үпкәләре ҡыҫылған, шуға күрә уға тын алыуы ҡыйын. Ә ауырлығы ни бары 25 килограмм. Салауат ҡалаһында үткәрелгән операцияны илебеҙҙә генә түгел, хатта донъя дауаханалары табиптары башҡарырға ҡурҡа. Сөнки, медицина хеҙмәткәрҙәренә бер нисә сәғәт ваҡыт талап ителә. Әгәр, ҡыҫҡа арауыҡта эшләп өлгөрмәһәң, пациенттың ғүмере өҙөлөүе ихтимал.Хәҙер улар иң яҡын дуҫтар. Сөнки, Башҡортостан табибы уға яңы тормош бүләк итте. Ирина Головятенконың умыртҡа һөйәгенә ҡуйылған махсус пластиналар кәүҙәне төҙ тоторға ярҙам итә. Йәш ҡыҙға тороп ултырыр өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк буласаҡ. Операциянан һуң да ул тәрбиәгә мохтаж. Сөнки, киңәйгән үпкәләр иркен тын ала, ә был иһә быумаға килтереүе ихтимал. Операциянан һуң төҙәлеү еңел үтһен өсөн Салауат ҡалаһы белгестәре Иринаға бүләк тә эшләгән. Ирина Головятенко бәйләү, сигеү кеүек ҡул эштәре менән булышырға ярата. Киләсәктә ул университетҡа уҡырға инеп, юғары белем алырға хыяллана. Әммә, ярты йылдан тикшерелер өсөн уға йәнә Салауат ҡалаһына килергә тура киләсәк. Йәш ҡыҙ сәфәре барышында Башҡортостан тәбиғәтен дә күрергә теләй.

Андрей Баклановты Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең дауаханаларына йыш эшкә саҡыралар. Әммә, табип республиканы ташлап китергә йыйынмай. Уның әйтеүенсә, беҙҙең кешеләр ҙә юғары квалификациялы белгестәргә мотаж.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалында «Башҡортостан» киностудияһы көнө ойошторолдо | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалында «Башҡортостан» киностудияһы көнө ойошторолдо

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы быйыл үҙенең 30 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан 24 телеканалында «Башҡортостан» киностудияһы көнө ойошторолдо. Республика халҡы көн дауамында киностудия төшөргән фильм, йәнһүрәттәр ҡарай алды. Шулай уҡ Рәсәй медиаүҙәгендә киностудия...

8 сентября 2020
Смотреть видео Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл баҡсасылар мул уңыш алып һөйөнә

Еләк-емеш сәскә атҡанда ҡырау төшмәүе лә быға булышлыҡ итте, ти белгестәр. Әле ҡайнатмалар ваҡытының иң ҡыҙған мәле. Галина Васильевна әллә ни ҙур булмаған баҡсанан да мул уңыш алыуға өлгәшкән. Ярты ғүмерен ҡалала үткәргән ҡатын баҡсасылыҡ менән генә түгел, ҡышҡылыҡҡа еләк-емеш әҙерләү  менән...

8 сентября 2020
Смотреть видео Бәшмәк йыйыу миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Бәшмәк йыйыу миҙгеле башланды

Тап ошо осорҙа бәшмәк менән ағыуланыу осраҡтары арта. Сәләмәтлек өсөн уның эҙемтәләре үтә хәүефле, шуға күрә белгән бәшмәктәрҙе генә йыйырға тәҡдим итә белгестәр. Александра Четвергова һөнәре буйынса табип. Бәшмәк йыйыу – бала саҡтан яратҡан шөғөлө. Шуға күрә лә Башҡортостандағы һәр бәшмәктең ҡайҙа...

8 сентября 2020
Смотреть видео Ауырғазы районында баҫыу көнө уҙғарыла | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазы районында баҫыу көнө уҙғарыла

Ул соя һәм кукуруз үҫтереүгә арнала. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең «Кубань», «Соко» компанияларынан сояның һәм кукуруз гибридтарының яңы сорттары күрһәтеләсәк. Шулай уҡ баҫыу көнөндә ҡатнашыусылар «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығында соя һәм...

8 сентября 2020
Смотреть видео Өс районда мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың коронавирус йоҡтороуы асыҡланды | ГТРК «Башкортостан»

Өс районда мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың коронавирус йоҡтороуы асыҡланды

Ошо сәбәпле 323 кеше дистацион уҡытыуға күсерелгән. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә  мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, белем усаҡтарында контролде  көсәйтергә кәрәк. Коронавирусҡа бәйле хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ...

8 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар һигеҙ меңдән ашты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар һигеҙ меңдән ашты

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле стационарҙа 67 кеше дауалана, уларҙың бишәүһе ауыр хәлдә. 789 кеше амбулатор дауалана. Республикала көндән-көн пневмония менән ауырыусылар арта, тип хәбәр итәләр һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

8 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре эшләй башланы. | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре эшләй башланы.

Уларҙа республика етештереүселәренең сифатлы продукцияһын баҙарҙағынан түбәнерәк хаҡҡа һатып алырға мөмкин. Башфинформ агентлығы хәбәр итеүенсә, был ял көндәрендә йәшелсә, емеш-еләк һәм температура режимын үтәүҙе талап итмәгән башҡа аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү башҡаланың барлыҡ майҙандарында ла...

4 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә.

 Был юлы ул Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт Дәүләт филармонияһына бағышланды. Ошо мәҙәни үҙәктең коллективтары менән осрашыуҙарҙы һәм яратҡан артистарының сығыштарын тура эфрҙа күҙәтә алды республика халҡы. Йыр-моң күңелдәрҙе әсир итерлек илаһи көскә эйә. Уны ишетеү менән кәйефтәр күтәрелә...

4 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар аҙая. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар аҙая.

 Әммә табиптар тынысланырға иртәрәк тип белдерә. Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып был ҡурҡыныс сир менән ауырыусылар 7 мең 900-гә яҡынлаша. Стационарҙарҙа 71 кеше дауалана, уларҙың һигеҙе ауыр хәлдә. Ковид-19-ҙан 29 кеше һәләк...

4 сентября 2020
Смотреть видео Республика мәктәптәре ғәҙәти тәртиптә эшләй башланы | ГТРК «Башкортостан»

Республика мәктәптәре ғәҙәти тәртиптә эшләй башланы

Әммә программала үҙгәрештәр бар. Хәҙер уҡыусылар ни бары 35 минут уҡый, сират буйлап тәнәфескә сыға. Беҙҙең ижади төркөм Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына барып, ҡуйылған талаптар менән танышты. Белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре быға әҙерме? Белем биреү учреждениеһына...

4 сентября 2020
Яндекс.Метрика