К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан һәм Ямал-Ненец автономия округы аралары яҡыная

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм округ парламенты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Ул бер-нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала. Бигерәк тә федераль кимәлдә ҡанундарҙы камиллаштырыу һәм закондар ҡабул итеүгә ҙур этәргес бирәсәк, тип иҫәпләй депутаттар. Ямал-Ненец автономия округы депутаттары Алексеевка совхозында ла булды. Абруйлы ҡунаҡтар предприятиеның эшәмәкрелеге менән танышты һәм үҙ төбәгендә лә был тәжрибәне индерергә теләк белдерҙе. Хужалыҡ белгестәре иһә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙерлеген әйтте. 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика