Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ғүмер хаҡы - илле миллион һум | ГТРК «Башкортостан»

Ғүмер хаҡы - илле миллион һум

Өфөлә йәшәүсе ете йәшлек Эмиль Әлмөхәмәтов һирәк осрай торған генетик сир менән яфалана. Малай әле махсус ҡоролма ярҙамында ғына йәшәй. Хәлен яҡшыртыр өсөн уға ҡыйбатлы дарыу кәрәк, әммә уны сит илдәрҙә генә етештерәләр. Ни өсөн республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы сабыйға ваҡытында уҡ ярҙам...

12 декабря 2019
Смотреть видео Бөгөн Рәсәй Конституцияһы көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәй Конституцияһы көнө

Төп закон 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителде. Рәсәй Президенты Указы буйынса 1994 йылдан был көн дәүләт байрамы тип иғлан ителде. 2004 йылда Дәүләт Думаһы депутаттары Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерә һәм Рәсәй Конституцияһы көнө иҫтәлекле дата ғына булып ҡала. 

12 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостанда 31 декабрь эш көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 31 декабрь эш көнө

Шулай ҙа предприятие-ойошма етәкселәренең уны шәмбеләге ял менән алмаштырыу хоҡуғы бар. Был турала Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Думаһы йылдың һуңғы эш көнөн ял тип иғлан итеү хоҡуғын төбәктәргә ҡалдырғайны. Әле Томск, Ленинград, Киров,...

12 декабря 2019
Смотреть видео Алдынғы ғаиләләргә дан һәм хөрмәт | ГТРК «Башкортостан»

Алдынғы ғаиләләргә дан һәм хөрмәт

Республикала 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу йолаһы бар. Сираттағы тантанаға ир-егеттәр ҙә саҡырылғайны. Дүртөйлө районынан Лариса Первушина был тантанала икенсе тапҡыр, бер нисә йыл элек ул төбәк Башлығы ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алһа, бөгөн иптәше...

12 декабря 2019
Смотреть видео Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше

Башҡортостанда киләһе йылдан «Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше» тигән федераль программаны ғәмәлгә ашырыу башлана.  Уға ярашлы, Республикала 140 саҡрымдан ашыу газ торбаһы һуҙыуға һәм 157 саҡырым һыу үткәргес төҙөүгә ғариза бирелгән. 40 ҡасаба – газ, 50-һе һыу менән тәьмин ителергә тейеш....

12 декабря 2019
Смотреть видео Мөрәжәғәтнәмә аныҡ эштәрҙә сағылыш табасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнәмә аныҡ эштәрҙә сағылыш табасаҡ

Республика парламенты Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраған тәҡдимдәрҙе 1 аҙна эсендә өйрәнеп закон проекттарында нығытырға тейеш. Был турала дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумы ултырышында әйтелде. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы һуңғы ултырышы 19 декабргә тәғәйенләнгән. Көн...

12 декабря 2019
Смотреть видео Рәсәйҙең сик һағы институттарына кандидаттар һайлана | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең сик һағы институттарына кандидаттар һайлана

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сик буйы һағы органдарына кадрҙар туплау йәһәтенән Рәсәйҙең сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына  кандидаттар һайлай.  Егеттәр республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәрен тамамлаусылар араһынан ҡабул ителә. Артабан хәрби...

11 декабря 2019
Смотреть видео Яңыраҡ Ҡыш бабайға хат акцияһы тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Яңыраҡ Ҡыш бабайға хат акцияһы тамамланды

Ҡыш бабайҙың штабында балаларҙың мөрәжәғәттәре бихисап. Электрон адресҡа меңдән ашыу хат килһә, 200-ҙән ашыу хат ҡулдан яҙылып конвертта ебәрелгән. Һәр хатты Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары уҡып сыға һәм конкурс шарттарына тура килгәнен һайлап ала.

11 декабря 2019
Смотреть видео Ҡыш бабайҙар парадына рәхим итегеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыш бабайҙар парадына рәхим итегеҙ

28 декабрҙә Өфөлә Яңы йыл  алдынан төп сара-Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар бөгөндән үк [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Ғаризаға Ҡыш бабай йәки Ҡарһылыу костюмын кейеп төшкән фото һалырға кәрәк. Ҡыш бабайҙар парадында ҡатнашыусылар конкурсҡа Өфө...

11 декабря 2019
Смотреть видео «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» | ГТРК «Башкортостан»

«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020»

«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» яңы йыл каникулдары ваҡытында 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем ойошторола. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ағзалары Башҡортостан башлығының Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле башланғысын хуплап, ошондай тәҡдим индергән. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бөтә спорт...

11 декабря 2019
Яндекс.Метрика