Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәттәшлек килешеүе | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәттәшлек килешеүе

Бөгөн Башҡортостан һәм Ставрополь крайы хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйылды.  Документҡа Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимиров ҡул ҡуйҙы...

30 ноября 2018
Смотреть видео Сираттағы конкурс | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы конкурс

Киң мәғлүмәт сараларында республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан  халыҡтары телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Унда газета-журналдар, ҡала һәм район газеталары редакциялары, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша ала. Эштәр төрлө...

29 ноября 2018
Смотреть видео  Башҡортостан тарихы биттәре | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан тарихы биттәре

Ошо исем аҫтында төбәктә фестиваль-марафон дауам итә. Республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған сара сиктәрендә һәр район үҙенең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштыра. Башҡорт дәүләт филармонияһының сәхнәһендә Ишембайҙар майҙан тотто. 16 быуатта йәшәгән юрматы ырыуы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының...

29 ноября 2018
Смотреть видео Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге яңы кимәлгә сығырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге яңы кимәлгә сығырға тейеш

Һәр хәлдә ойошманың яңы етәксеһе Данир Ғәйнуллин шундай бурыс ҡуя. Милләтте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү,  ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең хоҡуҡтарын яҡлауҙы көсәйтеү-төп бурыстар, тип билдәләнгән. 23 йыл дауамында Ҡоролтай еңел булмаған юл үтте, бик күп етәкселәр алмашынды. Әммә...

29 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Астрахань өлкәһендәге Капустин Яр полигонында күнекмәләр ваҡытында С-400 ракета системаһы ер өҫтөнән бер-нисә метр  бейеклектә осҡан 8 сәпте юҡ иткән. С-400 “Триумф” ракетаһы 400 километр алыҫлыҡтағы һәм 30 километр бейеклектәге сәптәрҙе юҡ итә ала. Американдар президенттары Дональд Трампҡа...

29 ноября 2018
Смотреть видео Дауаханаға барыр алдынан тәүбәңде әйтергә онотма | ГТРК «Башкортостан»

Дауаханаға барыр алдынан тәүбәңде әйтергә онотма

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүселәр емерелергә торған медицина учреждениеһында  дауаланырға мәжбүр? Уға 1974-се йылдан алып капиталь ремонт эшләнелмәгән. Шуға ла урындағы халыҡ бина емерелеп ҡуймаһа ярар ине тип борсола. Наталья Шалыгина атаһын ҡаты ауырый башлағас, дауаханаға һала. Әммә бындай...

29 ноября 2018
Смотреть видео Өфөлә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн 39 берәмек яңы техника һатып алынасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн 39 берәмек яңы техника һатып алынасаҡ

Әле иһә ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн яҡынса 300 берәмек махсус техника һәм ике мең самаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Әйткәндәй, хәҙер мониторинг системаһы аша таҙартылмаған йорт урамдарын күрергә мөмкин. Бындай ысул торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре эшен...

29 ноября 2018
Смотреть видео Республикала күп кеше һыйҙырышлы автобустар һатып алынасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республикала күп кеше һыйҙырышлы автобустар һатып алынасаҡ

Республикала күп кеше һыйҙырышлы автобустар һатып алыуға 690 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Бюджеттан ошо күләмдәге инвестициялар Республика адреслы инвестиция программаһында ҡаралған. Бөтәһе 100 заманса автобус һатып алыу күҙаллана. Дәүләт һатып алыуҙары порталында урынлаштырылған документтарға...

29 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында күләмле операция | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында күләмле операция

Башҡортостан юлдарында күләмле операция--водителдәрҙе тикшереү башланды. Был хаҡта юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдерҙе. Юл инспекторҙары иҫерек килеш руль артына ултырыусы водителдәрҙе асыҡлауға етди иғтибар бирәсәк. Штрафтар артыуға, төрлө рейдтар даими...

29 ноября 2018
Смотреть видео Цифраны тоҡандыр акцияһына ҡушылырға ирекмәндәр ярҙам итә | ГТРК «Башкортостан»

Цифраны тоҡандыр акцияһына ҡушылырға ирекмәндәр ярҙам итә

Рәсәй телерадио селтәрҙәре компанияһы республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә был бурысты техник яҡтан үтәү буйынса белешмәләр биреүҙе ойошторҙо. Белешмәләр видеокәңәшмә форматында үтте. Ирекмәндәр урындағы халыҡҡа телевизорҙы цифра сигналына күсереүгә ҡағылған мәғлүмәт...

29 ноября 2018
Яндекс.Метрика