Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республикала күп кеше һыйҙырышлы автобустар һатып алынасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республикала күп кеше һыйҙырышлы автобустар һатып алынасаҡ

Республикала күп кеше һыйҙырышлы автобустар һатып алыуға 690 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Бюджеттан ошо күләмдәге инвестициялар Республика адреслы инвестиция программаһында ҡаралған. Бөтәһе 100 заманса автобус һатып алыу күҙаллана. Дәүләт һатып алыуҙары порталында урынлаштырылған документтарға...

29 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында күләмле операция | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында күләмле операция

Башҡортостан юлдарында күләмле операция--водителдәрҙе тикшереү башланды. Был хаҡта юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдерҙе. Юл инспекторҙары иҫерек килеш руль артына ултырыусы водителдәрҙе асыҡлауға етди иғтибар бирәсәк. Штрафтар артыуға, төрлө рейдтар даими...

29 ноября 2018
Смотреть видео Цифраны тоҡандыр акцияһына ҡушылырға ирекмәндәр ярҙам итә | ГТРК «Башкортостан»

Цифраны тоҡандыр акцияһына ҡушылырға ирекмәндәр ярҙам итә

Рәсәй телерадио селтәрҙәре компанияһы республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә был бурысты техник яҡтан үтәү буйынса белешмәләр биреүҙе ойошторҙо. Белешмәләр видеокәңәшмә форматында үтте. Ирекмәндәр урындағы халыҡҡа телевизорҙы цифра сигналына күсереүгә ҡағылған мәғлүмәт...

29 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың арабыҙҙан китеүенә 2 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың арабыҙҙан китеүенә 2 йыл

Фәрит Бикбулатовтың күңелдәргә үтеп ингән үҙенсәлекле тауышын, онотолмаҫлыҡ йырҙарын хәҙер яҙмаларҙан ғына тыңларға ҡала. Моңо йөрәктәргә үтеп инә, йырсының үҙенә генә хас, халыҡсан тауышы бер кемде лә, бер ҡасан да битараф ҡалдырманы. Фәрит Хәйбулла улының йырҙары  алсаҡлыҡ менән һуғарылған....

28 ноября 2018
Смотреть видео Йәш ғәскәровсылар | ГТРК «Башкортостан»

Йәш ғәскәровсылар

Бәләкәй ғәскәровсылар, тип таныйбыҙ уларҙы һәм студияның барлыҡҡа килгәненән алып ун йыл инде уңыштарына һөйөнәбеҙ. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт  академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле янында асылған балалар бейеү  студияһы  Һамарҙа үткән бәйгелә уңышлы сығыш яһап киләһе яҙҙа Кремль...

28 ноября 2018
Смотреть видео Граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы үтә

 "Берҙәм Рәсәй" партияһы ойошторолоуҙың 17 йыллығына бәйле Башҡортостанда 2-се декабргәсә граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы үткәрелә. Быйыл унда Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Федерация Советы ағзалары, урындағы советтар депутаттары, башҡарма власть органдары вәкилдәре һәм...

28 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция президенты Эммагуль Макрон һары жилеттарҙың ҡаршылыҡ акцияһында яңғыраған белдереүҙәргә ҡолаҡ һалып яғыулыҡ һалымына ҡарашты үҙгәртергә әммә унан тулыһынса баш тартмаҫҡа  вәғәҙәләгән. Шул уҡ ваҡытта ул Парижда тәртипһеҙлектәр ойоштороусыларҙы тәнҡитләгән. Һары жилеттар яғыулыҡ һалымына...

28 ноября 2018
Смотреть видео Ярҙамға роботтар килә | ГТРК «Башкортостан»

Ярҙамға роботтар килә

Башҡорт Дәүләт медицина университеты клиникаһында робот ярҙамында 200-се операция эшләнде. Марсель Тимерханов яман шешкә операция яһатыу өсөн Силәбе өлкәһенән килгән. Бындай ысул тураһында  ул таныштары аша белгән. Белгестәр робот ярҙамында операция яһауҙы – 21-се быуат  асышы тиҙәр....

28 ноября 2018
Смотреть видео Стратегик сессия | ГТРК «Башкортостан»

Стратегик сессия

Башҡортостандың инвестиция климатына йоғонто яһаған шарттар һәм инвестициялар күләмен кәметмәү өсөн талап ителгән саралар стратегик сессияла тикшерелде. Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы уны Стратегик башланғыстар агентлығы белгестәре менән берлектә ойошторҙо.Бындай осрашыуҙар Рәсәйҙең төрлө...

28 ноября 2018
Смотреть видео Заманса техника Өфө урамдарына сыға | ГТРК «Башкортостан»

Заманса техника Өфө урамдарына сыға

Өфөлә коммуналь техника һәм йәмәғәт транспорты ГЛОНАСС системаһы ярҙамында күҙәтеүгә алына. Заманса технологиялар ҡар таҙартыусы тракторҙарҙың ҡайһы ихатала йөрөгәнен, уның эшләгәнен һәм туҡтап торғанын күрергә мөмкинлек бирә. Йәғни, тракторсы эшен ҡалдырып китеп ваҡытын бушҡа уҙғара алмай. Глонасс...

28 ноября 2018
Яндекс.Метрика