Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү һәм Анкараның оҙайлы конфликттан һуң ихтыяр көсө табып яҡынайыуы бик күп илдәр өсөн өлгө булып тора. Форбес журналы яҙыуынса, Рәсәйгә ҡул һуҙып Рәжәп Эрдоган Вашингтонға ошондай осраҡта ниндәй аҙым яһарға кәрәклеген күрһәтте. Хәҙер Америкаға ла Мәскәү менән уртаҡ телгә килеп, элекке совет...

6 июля 2016
Смотреть видео Инйәр йылғаһында һыу инергә яраймы? | ГТРК Башкортостан

Инйәр йылғаһында һыу инергә яраймы?

Үлгәндәрҙең ҡәберен кем белер. Архангелдәге  Оҙондар  ауылы халҡы аптырашта ҡалған. Урындағы зыяраттағы ҡәберҙәрҙе Инйәр йылғаһы йыуа. Ата- бабаларҙың мәңгелек йортон һаҡлау өсөн  ниндәй ашығыс  саралар күрергә кәрәк һуң.  Оҙондар ауылы халҡы өсөн хәҙер мәрхүмдәрҙе ерләү...

6 июля 2016
Краснокама районында ҡот осҡос аварияға бәйле яңы мәғлүмәттәр | ГТРК Башкортостан

Краснокама районында ҡот осҡос аварияға бәйле яңы мәғлүмәттәр

Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, водителдең ҡаршы килгән машина менән төкәлеүҙән ҡасып кюветҡа осоуы ихтимал. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дүртөйлө-Нефтекама юлында Дэу Нексия машинаһы юл ситенә төшөп түңкәрелде. 5 йәшлек малай һәләк булды. Салондағы күкрәк балаһы менән әсә...

6 июля 2016
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы һауа торшоноң насарайыуы тураһында иҫкәртә | ГТРК Башкортостан

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы һауа торшоноң насарайыуы тураһында иҫкәртә

Бөгөн республика биләмәһендә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Айырым райондарҙа йәшенле ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. 

6 июля 2016
Смотреть видео Башҡортостанда еләк миҙгеле башланды | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда еләк миҙгеле башланды

Халыҡ ҡышҡылыҡҡа тәмле ҡайнатмалар әҙерләп ҡалырға тырыша.Балаҡатай районында быйыл еләк күп. Кешеләр тәбиғәт биргән татлы ризыҡты ғаиләләре һәм яҡындары менән күмәкләп йыя. Улар ҡышҡылыҡҡа туңдырып һалҡын кистәрҙә бәлештәр бешерергә лә йыйына. 

5 июля 2016
Смотреть видео Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттарының уҡыу йылында  ғәмәли сирек - мотлаҡ талап | ГТРК Башкортостан

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттарының уҡыу йылында ғәмәли сирек - мотлаҡ талап

Дәреслектәге ҡағиҙәләрҙе улар хужалыҡта һынап ҡарай. Бындай хужалыҡтар ҙа осраҡлы ғына һайланмай.  Ветеринария факультеты студенттары быҙау мөгөҙҙәрен көйҙөрөү ысулдары тураһында белешмә ала. Мал дауалау алымдарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнгән Фидан Бикбаев иһә быҙауҙарға прививка яһауҙа ла...

5 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡытайҙың үҙәк һәм көньяҡ төбәктәрен һыу баҫыу сәбәпле 90 кеше һәләк булған, 20 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Бында бер аҙна туҡтамай ҡойма ямғырҙар яуа. 700 меңдән ашыу кеше эвакуацияланған. Йорттар,юлдар емерелгән тип хәбәр ителә.   Төркиә биләмәһендәге Сүриә ҡасаҡтарының Төркиә гражданлығы...

5 июля 2016
Смотреть видео Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында мәсет төҙөлөшө тамамлана | ГТРК Башкортостан

Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында мәсет төҙөлөшө тамамлана

Битараф булмаған кешеләр һәм ауыл халҡы ярҙамы менән сафҡа индерелгән иман йорто сентябрь айына асыла. Тап был ваҡытта Башҡортостан халҡы Ҡорбан байрамын билдәләйәсәк. Әле мәсеттә һуңғы эштәр бара. Мәсеткә 2013 йылдың 18 июнендә нигеҙ ташы һалына. Ошо ваҡыттан алып төҙөлөш эштәре туҡтамай. Халыҡ үҙ...

5 июля 2016
Смотреть видео Бөгөн республиканың барлыҡ мәсеттәрендә ғәйет намаҙы уҡылды. | ГТРК Башкортостан

Бөгөн республиканың барлыҡ мәсеттәрендә ғәйет намаҙы уҡылды.

Иң төп саралар ғәҙәттәгесә Ләлә Тюльпан мәсетендә үтте. Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин хаҡ мосолмандарҙы оло байрам менән ҡотлап ислам дине традицияларына тоғро ҡалырға саҡырҙы.  Бөгөн ҡояш ҡалҡыу менән республика мәсеттәрендә Ғәйет намаҙы яңғыраны. Һәр көнө...

5 июля 2016
Смотреть видео Башҡаланың Дим районында өс йыл элек асылған Мәҙинә мәсетендә байрамдар йылдан-йыл йәмлерәк үтә | ГТРК Башкортостан

Башҡаланың Дим районында өс йыл элек асылған Мәҙинә мәсетендә байрамдар йылдан-йыл йәмлерәк үтә

Бөгөн был ғибәҙәтханала йыйылған мосолмандарҙы республика башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне. Мәҙинә мәсете Өфөлә иң яңы һәм иң бейек мәсеттәрҙең береһе. Ул Үҙәк Диниә назаратының 225 йыллығы уңайынан 2013 йылда асылған. Бында бер юлы 800 кеше намаҙ уҡый ала. Мәҙинә мәсете Дим районы ғына түгел,...

5 июля 2016
Республика мосолмандарын ураҙа ғәйете менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы | ГТРК Башкортостан

Республика мосолмандарын ураҙа ғәйете менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы

Һеҙҙе Ураҙа байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайым. Башҡортостанда мәсеттәр төҙөлә, ислам мәғарифының иң яҡшы традициялары тергеҙелә, дин тотоусы йәштәр менән эш ойошторолған, хаж ҡылыуҙа ярҙам күрһәтелә, хәйриә эшмәкәрлеге яҡлау таба. Башҡа традицион конфессиялар менән дуҫлыҡ һәм татыулыҡта йәшәгән...

5 июля 2016
Бөгөн бөтә донъя мосолмандары  Ураҙа-байрамын билдәләй | ГТРК Башкортостан

Бөгөн бөтә донъя мосолмандары Ураҙа-байрамын билдәләй

Был көн менән изге Рамаҙан айы тамамлана.  Ураҙа байрамы – ул быуаттар буйы кешеләрҙең рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә ынтылышын сағылдыра. Ураҙа ғәйете – мосолмандарҙың мөһим һәм яратҡан байрамдарының береһе, изгелек, игелек билдәһе, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлеккә өндәүсе көн....

5 июля 2016
Бөгөн Рамаҙандың һуңғы көнө, ә иртәгә Ураҙа байрамы | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Рамаҙандың һуңғы көнө, ә иртәгә Ураҙа байрамы

Рамаҙанда мәсеттәрҙең ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Теләгән һәр кем Алла йортона тәрәүих намаҙын уҡырға, ауыҙ асыу мәжлестәренә йөрөнө. Ләлә-Тюльпан мәсетендә лә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн байрам ифтары үтте. Улар Рамаҙан айының үҙенсәлектәре тураһында фекер алышты, белемдәрен камиллаштырҙы....

4 июля 2016
Смотреть видео Һыу юлы дәүләттәр өсөн иң боронғо транспорт артерияһы | ГТРК Башкортостан

Һыу юлы дәүләттәр өсөн иң боронғо транспорт артерияһы

Заман үҫеше менән юл бәйләнеше төрҙәре киңәйһә лә йылға юлына ихтыяж юғалмай. Диңгеҙ һәм йылға флоты көнө уңайынан беҙҙең хәбәрселәр был тармаҡтың йәшәйешен тәьмин иткән иң мөһим хеҙмәт вәкилдәре менән осрашты. Илшат Мөлөков йылғала иң мөһим транспорт сараһының иң мөһим өлөшөн хеҙмәтләндерә – ул...

4 июля 2016
Смотреть видео Илдә Ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы башланды | ГТРК Башкортостан

Илдә Ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы башланды

Башҡортостанда иҫәп алыусыларға дөйөм алғанда 1 миллион 200 мең объект тураһында мәғлүмәт йыйырға кәрәк. Был эшкә 2 мең ярым иҫәп алыусы һәм 300-гән инструктор йәлеп ителә. Шишмә районында ла иҫәп алыусыларға 16 меңдән ашыу объектты урап үтергә тура киләсәк.  Оксана Колесникова яңыраҡ ҡына...

4 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Дәүләт-ара авиация комитеты Иркутск өлкәһендә Ил-76 самолетының тулыһынса емерелеүен раҫланы. 10 кешелек экипаж һәләк булған. Урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡан самолет радарҙан 1 июль юғалғайны. Иркутск өлкәһендә 4 июль матәм көнө тип иғлан ителгән. Истамбулда теракт ойоштороуҙа шикләнеүсе...

4 июля 2016
Смотреть видео Өфөлә Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең яңы асылған бинаһы  изге урынға әйләнде | ГТРК Башкортостан

Өфөлә Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең яңы асылған бинаһы изге урынға әйләнде

Бында Рәсәй мосолмадарының үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан митрополияһы башлығы Никон һәм республиканың баш раввины Дан Кричевский килеп үҙ фатихаһын бирҙе һәм үҙәк башҡарған эштә уңыштар теләне. 

4 июля 2016
Смотреть видео Башҡорт Дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары Новосибирск белгестәре тәжрибәһен өйрәнә | ГТРК Башкортостан

Башҡорт Дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары Новосибирск белгестәре тәжрибәһен өйрәнә

Был юлы Өфөлә йөрәккә биполяр аблация операцияһы яһалғайны. Ул йөрәк тибешен яйға һалырға ярҙам итә.  Ревмир  Сәғәҙәтов  йөрәк тибешенә бәйле сир менән бер нисә йыл яфалана. Тап ошо арҡала ҡан әйләнеше лә насарайған, ҡан баҫымы даими үҙгәреп тора. Фибрилляцияның иң ҡурҡынысы –...

4 июля 2016
Стәрлетамаҡтың «Авангард» заводында янғын сыҡты | ГТРК Башкортостан

Стәрлетамаҡтың «Авангард» заводында янғын сыҡты

Һәләк булыусылар  тураһында хәбәр ителмәй.  Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер кеше йәрәхәтләнгән. Әле ул дауаханаға һалынған.  Янғын  һүндереүҙә 24 кеше һәм 9 берәмек техника ҡатнашҡан.

4 июля 2016
Бөгөн - Ҡәҙер кисе | ГТРК Башкортостан

Бөгөн - Ҡәҙер кисе

Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә мосолмандар Ҡәҙер кисен билдәләй. Быйыл ул 1-нән 2 июлгә ҡарай, йәғни бөгөн төнгә тура килә. Был төндә Ергә бик күп фәрештә төшөп, изге ғәмәлдәр башҡара. Ҡәҙер кисенең үҙенсәлектәре, мѳғжизәһе бар. Ғәҙәттә был кистә кѳн йылы була, дауыл, ел күҙәтелмәй, һауаһы ла...

1 июля 2016
Смотреть видео Өфөлә коворкинг-зона проекты тормошҡа ашырыла башланы | ГТРК Башкортостан

Өфөлә коворкинг-зона проекты тормошҡа ашырыла башланы

Баш ҡала уҡыу йорттары студенттарының өсөнсө курста уҡ рәсми хеҙмәт хаҡы алыу мөмкинлеге бар. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм  Өфө дәүләт авиация техник университеты башланғысы менән Авиация технологиялары Технопаркында коворкинг-зона проекты тормошҡа ашырыла башланы. Инженер мәктәбенең...

1 июля 2016
Смотреть видео Башҡортостан ҡыҙы, йәш ғалим Вирустарға бирешмәҫ картуф орлоғон  үҫтергән | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан ҡыҙы, йәш ғалим Вирустарға бирешмәҫ картуф орлоғон үҫтергән

Һамарҙа үткән Волга буйы федераль округы йәштәре форумында ул дәүләт грантына лайыҡ булды. iВолга йыйынынан йәнә өс яҡташыбыҙ призлы урындар һәм грамоталар алып ҡайтты. Был тәжрибә бүлмәһендә картуф бүлбеләре тупраҡта түгел, һауала өлгөрә. Сирҙәргә ҡаршы торор орлоҡ алыр өсөн стериль аэропонка...

1 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ростов өлкәһен ҡойма ямғырҙар арҡаһында һыу баҫты. Бында ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Интернет селтәрҙәрендә йәшенле ямғыр, боҙ борсаҡ һәм көслө дауыл кисә киске туғыҙҙар тирәһендә ҡалаға ябрылды, тип яҙа урындағы халыҡ. Юлдар урынында барлыҡҡа килгән йылға кешеләрҙе аяҡтан йыҡҡан. 14 йәшлек ҡыҙ...

1 июля 2016
Яндекс.Метрика