Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео ЮХХДИ юлдарҙа авариялар артыуға борсолоу белдерә | ГТРК Башкортостан

ЮХХДИ юлдарҙа авариялар артыуға борсолоу белдерә

Үткән ял көндәрендә генә 153 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Каникул мәлендә балалар уяулыҡты юғалта. Күп осраҡта улар юлды билдәләнгән урындан сыҡмай. Ошо сәбәпле Өфөлә 11-се класс уҡыусыһы бәләгә тарыны. Инспекторҙар водителдәрҙе лә иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Калинин районында 26 йәшлек егет...

25 июля 2016
Смотреть видео Беҙҙең канал иғлан иткән ,,Алтын бишек,, акцияһы дауам итә | ГТРК Башкортостан

Беҙҙең канал иғлан иткән ,,Алтын бишек,, акцияһы дауам итә

Бында һәр теләгән ауыл ҡатнаша ала.  Әлегә ижади төркөм Дәүләкән, Учалы, Шаран райондарының иң матур төйәктәрен төшөрҙө. Киләһе шишәмбе ,,Хәйерле иртә, Республика,, тапшырыуында һеҙ, телевизор ҡараусылар, тура эфирһа тауыш биреү юлы менән тәүге этаптың еңеүсеһен билдәләйәсәкһегеҙ. Йәмле Дим...

22 июля 2016
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов күп балалы әсәләрҙе бүләкләне | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов күп балалы әсәләрҙе бүләкләне

«Әсәлек даны» миҙалын 47 күп балалы әсәһе алды. Үҙ тормошон бала бағыуға арнаған ҡатындарға йылы һәм изге теләктәр әйтелде. Күп балалы әсәләр араһында уҡытыусылар ҙа, менеджерҙар ҙа, тәрбиәселәр ҙә, социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә бар.

22 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй авиацияһы Пальмиранан алыҫ түгел «Ислам дәүләте» террор ойошмаһы объекттарын утҡа тота башланы. Һөҙөмтәлә террорсыларҙың иадар итеү пункты, хәрби техникаһы юҡ ителгән. Был турала Рәсәй оборона министрлығы хәбәр итте. Ереванда полиция участогын баҫып алыусыларҙы һәм бер-нисә кешене аманатҡа...

22 июля 2016
Смотреть видео Башҡортостан умартасылары бал һыға башланы | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан умартасылары бал һыға башланы

Алтынға бәрәбәр ризыҡ батманға төшкәнгә тиклем оҙайлы һәм ҡатмарлы юл үтә. Быйылғы татлы ризыҡтың сифаты, күләме ниндәй булыр, башҡорт балын яратыусылар балһыҙ ҡалмаҫмы? Иң йәмле миҙгел - ейән-ейәнсәрҙәр ҡунаҡҡа ҡайтҡан, ә бал ҡорттары даҙандарҙы бал менән тултырған мәл, тип һөйөнә Фидай ағай....

22 июля 2016
Смотреть видео Стәрлетамаҡ районында  баҫыу көнө дауам итә | ГТРК Башкортостан

Стәрлетамаҡ районында баҫыу көнө дауам итә

Унда илдең 11 төбәгенән ауыл хужалығы тауар етештереүселәре, Италия һәм Германиянан ҡунаҡтар ҡатнаша. Баҫыу көнө быйыл бер-нисә майҙанда үтә. Уларҙың һәр береһендә ауыл хужалығының ҡаҙаныштары менән танышырға мөмкин. Италиялағы эре компания вәкиле форумда тәүге тапҡыр ҡатнаша. "Салават" агрофирмаһы...

22 июля 2016
Смотреть видео Бөгөндән башлап барлыҡ авиакомпаниялар ҙа Төркиәгә даими рейстар яһай ала | ГТРК Башкортостан

Бөгөндән башлап барлыҡ авиакомпаниялар ҙа Төркиәгә даими рейстар яһай ала

Росавиация һәм Рәсәйҙең транспорт министрлығы Төркиә барлыҡ аэропорттарҙа ла  пассажирҙарҙың именлеген тәьмин итеү йәһәтенән тейешле саралар күреүе тураһында хәбәр иткән. Уға тиклем илдең туроператоҙар ассоциацияһы быйыл Рәсәйҙән Төркиәгә чартер рейстарын тергеҙеү мөмкин түгел, тип хәбәр...

22 июля 2016
Смотреть видео Яңауыл-Тәтешле юлындағы аварияла 4 кешенең ғүмере өҙөлдө | ГТРК Башкортостан

Яңауыл-Тәтешле юлындағы аварияла 4 кешенең ғүмере өҙөлдө

Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Мазда автомобиле ҡаршы яҡ юлға сығып Рено Сандероға бәрелә. Бәрелешеү шул тиклем көслө була, хатта ике машина ла янып китә. Был юл-транспорт фажиғәһендә 4 кеше һәләк булды. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы томра эҫелә водителдәрҙе...

22 июля 2016
Смотреть видео Ғафури районында йәйәнән уҡ атыу буйынса республика фестивале үтте | ГТРК Башкортостан

Ғафури районында йәйәнән уҡ атыу буйынса республика фестивале үтте

Унда Башҡортостандан, Омскийҙан, литва һәм Ҡытайҙан 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Үҙенсәлекле бәйгелә ҡатнашыу өсөн Алишер Ходжаев махсус рәүештә Ҡытайҙан килгән. Ул Цинхуа Университетында эшләү менән бер рәттән уҡ атыу менән мауыға. Башлыса заманса алымдар менән уҡ атыусылар ҙан ул, боронғоса уҡ...

21 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиә өс айға ғәҙәттән тыш хәл режимын идерҙе. Хәрби фетнәгә 5 көн үткәндән һуң хакимиәттәр шундай ҡарарға килгән. Рәжәп Эрдоган әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл режимы конституцияға ҡаршы килмәй һәм хакимиәттәргә тейешле саралар күреү мөмкинлеген бирә.  “Ебәк юлы” ралли-рейдында ҡатнашыусылар 11...

21 июля 2016
Смотреть видео Өфөлә йәшәүселәрҙе ҡала өҫтөндәге томанһыу борсоуға һала | ГТРК Башкортостан

Өфөлә йәшәүселәрҙе ҡала өҫтөндәге томанһыу борсоуға һала

 «Өфөнефтехимдағы» шартлауға уның бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Синоптиктар әйтеүенсә, томанға Урал артындағы урман янғындары сәбәпсе булыуы ихтимал. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан бер-нисә йыл элек торфлы һаҙлыҡтар яныу сәбәпле Мәскәүҙе ҡуйы томан ҡаплағайны. Белгестәр Өфөгә ҡурҡыныс янамай тип...

21 июля 2016
Смотреть видео Юл хәрәкәте именлеге дәүәләт инспекцияһы үткән алты айға йомғаҡ яһаны | ГТРК Башкортостан

Юл хәрәкәте именлеге дәүәләт инспекцияһы үткән алты айға йомғаҡ яһаны

Ярты йылда 793 авария теркәлгән. Уларҙа 19 кеше һәләк булған, меңдән ашыуы йәрәхәтләнгән. Иҫерек водителдәр ғәйебе менән теркәлгән 40 аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Инспекторҙар әйтеүенсә,  387 юл-транспорт фажиғәһенә юлдар торошо сәбәпсе булған. Ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн 138 миллион...

21 июля 2016
Смотреть видео Һуңғы аҙнала йәмәғәт транспорты киҫкен мәсьәләгә әйләнде | ГТРК Башкортостан

Һуңғы аҙнала йәмәғәт транспорты киҫкен мәсьәләгә әйләнде

Иртән кешеләр автобус көтөп эшкә бара алмай интегә, кискеһен ҡайта алмай ыҙалана.  Рөхсәт ҡағыҙҙары булмай тороп рейсҡа сыҡҡан водителдәргә ҡарата талаптарҙы көсәйтеү бына шундай эҙемтәләргә килтерҙе. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы, юлдарҙы күҙәтеү идаралығы машиналары дежурға сыҡты....

21 июля 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәлә хәрби фетнәгә теләктәшлек белдергән уҡытыусылар араһында таҙартыуҙар башланған. Юғары уҡыу йорттарында, шәхси һәм дәүләт мәктәптәрендә эшләүсе 40 мең уҡытыусы эштән ҡыуылған. Фетнәне ойоштороуҙа шикләнеүсе Фәтхулла Гюлен әлегә Америкала. Анкара уны Төркиәгә биреүҙе талап итә.  Төнъяҡ...

20 июля 2016
Смотреть видео Вируслы покемон | ГТРК Башкортостан

Вируслы покемон

Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү федераль хеҙмәте мәғлүмәт именлеге менән шөғөлләнеүсе белгестәргә һылтанып Покемон Гоу уйынының ҡурҡынысы тураһында иҫкәртә. Мутлашыусылар вируслы ҡушымта эшләп тарата. Ул мобиль телефондан шәхси мәғлүмәтте урлай һәм уның...

20 июля 2016
Смотреть видео Белемде ғәмәлдә  үҙләштереү уҡыусыны белгес дәрәжәһенә еткерә | ГТРК Башкортостан

Белемде ғәмәлдә үҙләштереү уҡыусыны белгес дәрәжәһенә еткерә

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттарының уҡыу йылында  ғәмәли сирек - мотлаҡ талап. Дәреслектәге ҡағиҙәләрҙе улар хужалыҡта һынап ҡарай. Бындай хужалыҡтар ҙа осраҡлы ғына һайланмай.  Ветеринария факультеты студенттары быҙау мөгөҙҙәрен көйҙөрөү ысулдары тураһында белешмә ала. Мал...

20 июля 2016
Смотреть видео Өфө янында Бөрө юлында 7 машина ҡатнашлығында авария теркәлде | ГТРК Башкортостан

Өфө янында Бөрө юлында 7 машина ҡатнашлығында авария теркәлде

Камаз ҡаршы яҡ юлға килеп сыға һәм тығында торған 7 машинаға бәрелә. Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй. Автомобилдәр ныҡ ҡына зыян күргән. Юл хәрәкәте инспекторҙары авария сәбәптәрен асыҡлай, тип хәбәр итә медиакорсеть агентлығы.

20 июля 2016
Смотреть видео Еләк үҫтереп күпме килем алырға  мөмкин? | ГТРК Башкортостан

Еләк үҫтереп күпме килем алырға мөмкин?

Мөмкин, тик еләк сорттарын дөрөҫ һайлай һәм тәрбиәләй белеү  мөһим, ти тәжрибәле баҡсасылар.  Шаран районы Яңы Йомаш ауылында йәшәүсе Яковлевтар ғаиләһе был кәсеп менән ете йыл элек ныҡлы шөғөлләнә башлай. Миҙгел буйына еләк һатып кәсеп итә улар.  Баҡса еләге –үрсетеүгә еңел, ләкин...

20 июля 2016
Смотреть видео «Башавтотранс» компанияһы ҡала эсендәге маршруттарҙы арттырырға йыйына | ГТРК Башкортостан

«Башавтотранс» компанияһы ҡала эсендәге маршруттарҙы арттырырға йыйына

Лицензияһыҙ пассажир ташыусыларға ҡарата ҡабул ителгән саралар арҡаһында Өфөлә автобустар һаны аҙайҙы. Шуға күрә, дәүләт предприятиеһы бер нисә йүнәлештә яңы маршруттар ебәрергә уйлай.  Айҙар Әфләтүнов 31-се маршрут водителе. Үҙәктән Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһенә йөрөй. Көн һайын ул йөҙәрләгән...

20 июля 2016
Смотреть видео Өфө янында билдәһеҙ йән эйәһен күргәндәр | ГТРК Башкортостан

Өфө янында билдәһеҙ йән эйәһен күргәндәр

Халыҡ телендә уны чупакабра тип тә йөрөтәләр. Алексеевка ҡасабаһында йәшәүсе ғаилә башлығы төнгө сәғәт икеләр тирәһендә эр өрә башлағас ихатаһына сыға. Шул ваҡытта йәшен тиҙлегендә уның янынан ғына билдәһеҙ йәш эйәһе югереп уҙа. Асыҡланыуынса, төнгө ҡунаҡ ике тауыҡтың, үрҙәктәрҙең ҡанын эсеп...

20 июля 2016
Смотреть видео Рәсәйҙә 220-се федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК Башкортостан

Рәсәйҙә 220-се федераль закон үҙ көсөнә инде

Яңы ҡанун һәр кемгә ҡағыла тиерлек. Сөнки, ул йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеген көйләй.  Яңы закон лицензияһыҙ кәсеп иткән автобус водителдәрен асыҡлау һәм транспорт менән тәьмин итеүҙе ойоштороу йәһәтенән ҡабул ителде. Әммә, Өфө был үҙгәрештәргә әҙер булмай сыҡты. Күпселек автобустар...

19 июля 2016
Рәсәй туристарын алып ҡайтыу өсөн бөгөн Төркиәгә буш самолеттар осто | ГТРК Башкортостан

Рәсәй туристарын алып ҡайтыу өсөн бөгөн Төркиәгә буш самолеттар осто

Кисә иртән Истамбул-Өфө самолеты башҡала аэропортына ултырҙы. Төркиәләге фетнәнән һуң был беҙҙең аэропортҡа төшкән тәүге аэробус.  Истамбул, Антальянан  Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодарға 5 самолетта 450 турист алып ҡайтылған.  Кисә тағы ла 11  самолет менән Мәскәү, Ҡазан,...

19 июля 2016
Смотреть видео Башҡортостан Автономияһының  йөҙ йыллығы  юғары кимәлдә үтәсәк | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан Автономияһының йөҙ йыллығы юғары кимәлдә үтәсәк

Ошо турала республика  башлығы Рөстәм Хәмитов  белдерҙе. Рөстәм Зәки улы һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәк тәҡдиме тәүҙә Рәсәй Хөкүмәтендә, һуңынан ил етәксеһендә лә хуплау тапҡан. Башҡорт автономияһының йөҙ йыллығын байрам итеүгә ике йыл ярым самаһы ваҡыт булһа ла, яҡын арала уҡ айырым комитет...

19 июля 2016
Яндекс.Метрика