Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре көнө

Саперҙар, конструкторҙар, штурмовиктар һәм шартлатыусылар. Бөгөн Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре көнө. Үҙәк хәрби округка ингән 29 төбәктәге берҙән-бер инженер бригада Башҡортостанда урынлашҡан. Үҙҙәренең һөнәри байрамын улар хәрби күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Унда беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты....

21 января 2019
Смотреть видео Сибайҙан Ҡырымға ял итергә барыусылар исемлеге асыҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙан Ҡырымға ял итергә барыусылар исемлеге асыҡлана

Сибайҙарға Ҡырымға юлламаны 1 мең һумға һатып алырға мөмкин. Ошондай имештәрҙе мутлашыусылар социаль селтәрҙә тарата. Был турала бөгөн хакимиәттәге иртәнге кәңәшмәлә әйтелде. Ҡала активы менән осрашыуҙа экологик хәлгә бәйле мәғлүмәт еткерелде. Иртәнге тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, һауалағы зарарлы...

21 января 2019
Смотреть видео Ауырғазы районында билдәһеҙ хайуан бер шәхси хужалыҡта йорт ҡуяндарын үлтергән | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазы районында билдәһеҙ хайуан бер шәхси хужалыҡта йорт ҡуяндарын үлтергән

Хужа иртән сығып шаҡ ҡата. Ул ихатаның төрлө мөйөштәрендә йорт ҡуяндарын үле килеш таба. 2015 һәм 2017 йылдарҙа йылдарҙа ошо уҡ районда билдәһеҙ йән эйәһе сусҡаларҙы һәм һарыҡтарҙы ҡырғайны.

18 января 2019
Смотреть видео Яңы йылда яңы балалар баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылда яңы балалар баҡсаһы

Ҡаланың Затон биҫтәһендә урынлашҡан 7-се балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Заман талаптарына яуап биргән мәктәпкәсә учреждение 75 балаға иҫәпләнгән. 2019 йылда Өфөлә тағы ла 540 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк. Өфө ҡалаһының 7-се балалар баҡсаһына үткән быуаттың 20-се йылдарында нигеҙ...

18 января 2019
Смотреть видео Сиратта тормаған сиратсылар | ГТРК «Башкортостан»

Сиратта тормаған сиратсылар

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләр торлаҡ ала алмай йонсой. Улар араһында Руслан Ғәзизов та бар. Йорт эсендә йыуыныу бүлмәһе лә, йылы һыу ҙа юҡ. Ә иң мөһимө – торлаҡ та сит кешенеке. Ошондай шарттарҙа тыумыштан физик мөмкинлеге сикләнгән 25 йәшлек Руслан Ғәзизов көн күрә....

18 января 2019
Смотреть видео Башҡортостанда грипп менән ауырыуҙың тәүге осраҡтары теркәлде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп менән ауырыуҙың тәүге осраҡтары теркәлде

Республикала вируслы инфекция йоҡтороусыларҙың артыуы ла күҙәтелә. Бөгөн был турала Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәктәге идаралығынан хәбәр иттеләр.Республикала әле 13 мең кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләй, уларҙың 60 проценты – балалар. Табиптар үҙаллы...

18 января 2019
Смотреть видео Христиандар Керәшен  байрамын билдәләләргә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Христиандар Керәшен байрамын билдәләләргә әҙерләнә

Өфөлә быйыл беренсе тапҡыр Аксаков паркында ла мәке уйыла. Әлеге ваҡытта православ христиандар өсөн һыуҙа ҡойоноу урындары әҙерләнә һәм тәртипкә килтерелә, юлдар таҙартыла. Байрам ваҡытында һыу ҡойоноу урындарында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк.

18 января 2019
Смотреть видео Ҡырым шифаханаларының береһендә Сибай ҡалаһынан 500 бала сәләмәтлеген нығытасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырым шифаханаларының береһендә Сибай ҡалаһынан 500 бала сәләмәтлеген нығытасаҡ

Бөгөн Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксенов етәкселегендәге делегация менән осрашыуында ошо турала иғлан ителде. Бынан тыш, унда Евпаториялағы Юбилейный шифаханаһын төҙөкләндереү проекты тәҡдим ителде. 2017-се йылда һауыҡтырыу...

18 января 2019
Смотреть видео Сибайҙа айырым урамдарҙа көкөрт диоксиды норманан артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа айырым урамдарҙа көкөрт диоксиды норманан артҡан

Сибайҙа Нуриман урамында көкөрт диоксиды норманан 3,8 тапҡырға артып киткән. Был турала бөгөн урындағы хакимиәттә үткән брифингта хәбәр ителде. Өфөнән килгән табиптар бында тағы ла бер аҙна эшләйәсәк. Бынан тыш, Сибайға балалар табиптары ла килергә тейеш.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың...

18 января 2019
Смотреть видео  “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса фильм төшөрөлгән | ГТРК «Башкортостан»

“Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса фильм төшөрөлгән

Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө – 20 октябргә ҡарата фильм донъя күрәсәк. Уны күренекле Рәсәй режиссеры Александр Галибин “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрҙө. Әлеге ваҡытта фильмды ҡорау эштәре бара. Премьераға тиклем режиссер был фильм менән кинофестивалдә...

17 января 2019