Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ут һүндерелде, ауылдарға ҡурҡыныс янамай | ГТРК «Башкортостан»

Ут һүндерелде, ауылдарға ҡурҡыныс янамай

Ырымбур өлкәһендә сыҡҡан дала янғынын ике төбәк сигендә урынлашҡан ауылдарға янамай. Был хаҡта бөгөн Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр иттеләр. Ҡоро үлән янып китеү сәбәпле кисә Медногорск ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл индерелгәйне. Ут Ейәнсура районы сигендә урынлашҡан бер-нисә...

18 сентября 2018
Смотреть видео Цифралы десант Баймаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы десант Баймаҡта

Рәсәй-Башҡортостан каналының “Цифралы десанты” республика буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. “Башҡортостан” дәүләт теллерадиокомпанияһы һәм РТРС хеҙмәткәрҙәре Баймаҡҡа барып, цифралы телевидениеның үҙенсәлектәре менән урындағы халыҡты таныштырҙы. «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалының цифралы десанты...

17 сентября 2018
Смотреть видео Республикала картуф йыйыу миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала картуф йыйыу миҙгеле башланды

Хужалыҡтар быйылғы уңыш үткән йылдарҙағынан күпкә мулыраҡ, тип белдерә. Быйыл Башҡортостанда 60 меңгә яҡын гектарҙа картуф сәселгән. Дания һәм Эрнест Кәримовтар өсөн картуф сәсеү һәм уны йыйып алыу айырым бер йолаға әйәләнгән. Улар йылда бер төптән кәм тигәндә 10-ға яғын картуф ала. Уның сере...

17 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда һөт тармағын үҫтереү программаһы раҫланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һөт тармағын үҫтереү программаһы раҫланды

Программа 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уны тормошҡа ашырыуға 37 миллиард һум аҡса йәлеп ителә, уның– 35  миллиард һумы – бюджеттан тыш сығанаҡтарға тура килә. Программа республика баҙарын урындағы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүҙе арттырыуға булышлыҡ  итер, тип көтөлә. Төбәктә 20-...

17 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостан – Рәсәйҙә тауар балы етештереү буйынса беренсе урында | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан – Рәсәйҙә тауар балы етештереү буйынса беренсе урында

Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2021 йылда умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресына әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә белдерҙе. . Республикала 350 мең күс иҫәпләнә, йыл һайын 5-6 мең тонна тауар балы етештерелә. Ул илебеҙҙә етештерелгән бөтә тауар балының һигеҙ проценты...

17 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

“Мангхут” дауылы Ҡытайға ябырылды. Гонконгта 900 авиарейс кисектерелгән. Макаола диңгеҙ, һауа транспорты хәрәкәте туҡтатылған. Тайфун сәбәпле, шулай уҡ Макаола тарихта тәүге тапҡыр уйын автоматтары салондары ябылған. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ел тиҙлеге сәғәтенә 205 километрға етә....

17 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда эшһеҙҙәр кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эшһеҙҙәр кәмегән

Башҡортостанда эшһеҙлек 2013 йыл менән сағыштырғанда биш тапҡырға кәмегән. Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә 50 мең буш эш урыны тәҡдим ителә. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен яҡшрытыу буйынса етди саралар күрелә...

17 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда онкологиянан үлем осраҡтары артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда онкологиянан үлем осраҡтары артҡан

 Республикала яман шештән вафат булыусылар һаны 7% артҡан.Илдең 30 төбәгендә был ауырыуға бәйле хәл киҫкен булып ҡала. Белгестәр  фекеренсә, онкологиянан үлем осраҡтары артыуының сәбәбе — махсус медицина ярҙамының аҙ булыуына бәйле.

17 сентября 2018
Смотреть видео Башгидрометүҙәк Агиҙел йылғаһының һайайыуы тураһында иҫкәртә | ГТРК «Башкортостан»

Башгидрометүҙәк Агиҙел йылғаһының һайайыуы тураһында иҫкәртә

Йылғаның кимәле 10 көн дауамында 120 сантиметрға төшкән. Бындай хәл 2012 йылдың сентябрь айында теркәлгәйне. Унда Ағиҙел 161 сантиметрға тиклемге кимәлгә еткәйне. Әле һыуһаҡлағыстарҙа һыу бар. Предприятиялар ғәҙәттәге режимда эшләй. Әгәр ҙә һауа шарттары ошолай була ҡалһа, Ағиҙелдең кимәле тағы ла...

17 сентября 2018
Смотреть видео Бөрйән районында 3 гектарҙан ашыу майҙанда урман яна | ГТРК «Башкортостан»

Бөрйән районында 3 гектарҙан ашыу майҙанда урман яна

Бөгөн алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ут һүндерелмәгән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәбиғи янғындар хәүефе тураһында бынан бер-нисә көн элек үк иҫкәрткәйне. 15 сентябрҙән Башҡортостанда 5 класлы янғын хәүефе иғлан ителгән, төбәктә янғын сығыу ихтималлығы 20 сентябргә...

17 сентября 2018
Яндекс.Метрика