Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан телевидениеһына быйыл 60 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан телевидениеһына быйыл 60 йыл

Башҡортостан телевидениеһына быйыл 60 йыл! Ошо уңайҙан беҙҙең каналда тапшырыуҙар, әңгәмәләр теҙмәһе донъя күрәсәк. Хәтирәләр теҙмәһен Тәлғәт Ниғмәтулла улының иҫтәлектәре аса. Тәлғәт Сәғитов Башҡорт АССР-ының теле һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты рәйесе булып 1980-86 йылдарҙа  эшләне....

17 января 2019
Смотреть видео Гимназия тауышы | ГТРК «Башкортостан»

Гимназия тауышы

Гимназия тауышы. Ошо исем аҫтында Өфөнөң Дим районындағы 102-се башҡорт гимназияһында мәктәп радиоһы эшләп килә. Тапшырыуҙарҙы әҙерләп алып барыусылар уҡыусылар үҙҙәре. Гимназия коридорҙарында ишетелгән моңло тауыштың хужаһын уҡыусылар тәүҙә күҙ менән эҙләһә, хәҙер инде күнеккән. Тәнәфестәрҙе...

17 января 2019
Смотреть видео Башҡорт батырҙары – компьютерҙа | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт батырҙары – компьютерҙа

Стәрлетамаҡ Башҡорт дәүләт университеты филиалынының белгестәре башҡорт халыҡ эпостары геройҙары аша компьютер уйыны өҫтөндә эшләй. “Зәрҡум” тип аталған уйын фәһемле лә, ҡыҙыҡта булырға вәғәҙәләй.  “Урал батыр” эпосындағы кире герой Зәрҡум һәм башҡорт батыры. Тап улар Стәрлетамаҡ Башҡорт...

17 января 2019
Смотреть видео Иғтибар үҙәгендә Сибай | ГТРК «Башкортостан»

Иғтибар үҙәгендә Сибай

Бер-нисә минут элек Республика Йортонда Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында кәңәшмә тамамланды. “сәләмәтлек сәғәте” сиктәрендә уҙғарылған ултырышта төбәктең медицина тармағындағы көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.  Иғтибар үҙәгендә, әлбиттә, Сибай. Ҡалалғы экологик хәл менән бергә...

17 января 2019
Смотреть видео Башҡортостанды ҡар бураны ҡапланы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанды ҡар бураны ҡапланы

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы төбәктә көслө ел сығысағы тураһында алдан иҫкәрткәйне. Иртә менән юлдарҙа хәрәкәт ҡатмарлашты. Һепертмә буран һәм боҙлауыҡ сәбәпле тығындар барлыҡҡа килде. Бөгөн республикала артабан да ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, айырым...

17 января 2019
Смотреть видео Кешелектең мәңгелек хыялы | ГТРК «Башкортостан»

Кешелектең мәңгелек хыялы

Кешелектең мәңгелек хыялы – ваҡыт машинаһы һәм күренмәҫ итер кәпәс. Өфө студенттары күренмәҫ булыуҙың үҙ өлгөһөн тапҡан. Утлы шоу – заман йәштәренең иң мауыҡтырғыс һөнәре. Был үҙенсәлекле тамаша хәҙер ил сәхнәләрен киң яулай. Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары “Студент яҙының” 2014 йылғы...

16 января 2019
Смотреть видео Студенттар 3Д принтер ярҙамында медицина протездарын эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Студенттар 3Д принтер ярҙамында медицина протездарын эшләй

Өфө дәүләт авиация-техник университеты студенттары Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән берлектә 3Д принтер ярҙамында медицина протездарын эшләй. Яңы, заманса ысул медицина өлкәһендә ҙур этәргес булып тора. Һуңғы йылдарҙа машина, робот эшләү өлкәһендә киң ҡулланылған 3Д...

16 января 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Лос-Анджелестағы урта мәктәптәрҙә уҡытыусылар эш ташлаған. 30 меңдән ашыу кеше уҡытыусыларҙың эш хаҡтарын күтәреүҙе, класстар һанын кәметеүҙе, яңы хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алмауҙы талап итә. Һуңғы утыҙ йылдағы тәүге акция талаптар үтәлгәнгә тиклем дауам итәсәк, тип белдергән профсоюз вәкилдәре....

16 января 2019
Смотреть видео Бер тапҡыр бирелгән түләүҙе алыусы күп балалы ғаиләләр исемлеге киңәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Бер тапҡыр бирелгән түләүҙе алыусы күп балалы ғаиләләр исемлеге киңәйтелә

Был хаҡта бөгөн Республика хөкүмәте президиумында һүҙ барҙы. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.

16 января 2019
Смотреть видео Сибайҙа  халыҡ урындағы хакимиәтте ялған мәғлүмәттәр биреүҙә ғәйепләй | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа халыҡ урындағы хакимиәтте ялған мәғлүмәттәр биреүҙә ғәйепләй

 Рәсәй-Башҡортостан радиоһында кисә “Хәйерле кис, республика” тапшырыуында ҡалала килеп тыуған хәлгә бәйле һөйләшеү булды. Сибайҙан шылтыратыусы һауала быға тиклем ағыулы матдәләр нормала тип әйтеп килделәр, әммә Республика етәксеһенең халыҡҡа теүәл мәғлүмәт биреүҙе талап итеүенән һуң...

16 января 2019