Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ағасты кем урлаған? | ГТРК «Башкортостан»

Ағасты кем урлаған?

Үткән йыл Башҡортостан иҡтисадына урманды урлап ҡырҡыусылар 130 миллион һумлыҡ зыян килтергән. Был ҡулға тотолғандарынан, ә ысынында күпме урман вәхшиҙәрсә юҡ ителгәнен бер кем дә белмәй. Урмансылар көрәшкә осоусы аппараттарҙы һәм космос мониторингын йәлеп итә. Ҡараҡтар ҙа йоҡламай, алдау ысулдарын...

11 января 2019
Смотреть видео Башҡортостанға көслө бурандар килә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға көслө бурандар килә

Епшек ҡар яуыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспецияһы юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, ҡар һырынтылары ятыуы тураһында ла иҫкәртә.

11 января 2019
Смотреть видео Эй, ултыра балыҡсы | ГТРК «Башкортостан»

Эй, ултыра балыҡсы

Ҡышҡыһын балыҡ тотоусылар таң менән боҙ өҫтөнә ашыға. Сәмләнеп улар именлек тураһында бөтөләй онота.  Боҙҙа күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн ҡотҡарыусылар сираттағы рейдҡа сыҡты.Айрат Әхмәтов ҡышҡы балыҡ тотоу нескәлектәрен бик яҡшы белә. Уларҙың иң мөһиме-һинең нисә балыҡ тотҡаныңды күршең...

10 января 2019
Смотреть видео Ҡулға өйрәтелгән ҡабандар | ГТРК «Башкортостан»

Ҡулға өйрәтелгән ҡабандар

Борай районында урынлашҡан һунарсылыҡ хужалығы ҡулға өйрәтелгән айыу, ҡабандар менән дан тота. Борай районында урынлашҡан һунарсылыҡ хужалығы егере – Фәдис Ғәйфиевтың һәр иртәһе Федя ҡушаматлы ҡулға өйрәтелгән айыуҙы ашатыуҙан башлана. Фәдис Ғәйфиев хужалыҡҡа ике йыл элек осраҡлы рәүештә килеп...

10 января 2019
Смотреть видео Йығылған ағастарҙы нисек бушлай алырға? | ГТРК «Башкортостан»

Йығылған ағастарҙы нисек бушлай алырға?

Яңы йылдан күп үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Шуларҙың береһе йығылған ағастарға бәйле. Хәҙер уларҙы бушлай алырға рөхсәт ителә. Урман эсендә йәшәп ағасты алтын хаҡына һатып алабыҙ тип зарлана Хәфизә Ҡадырова. Песнионерға 1 айлыҡ аҡсаһын мунса өсөн утын әҙерләүгә сығарып һалырға тура килә. Хәҙер инде...

10 января 2019
Смотреть видео Пенсионерҙарға түләү 25 процентҡа артты | ГТРК «Башкортостан»

Пенсионерҙарға түләү 25 процентҡа артты

Ауылда йәшәгән һәм ауыл хужалығында 30 йыл эшләгән пенсионерҙарға түләү 25 процентҡа артты. Башҡортостанда ошондай стажға эйә булған 51 мең кеше йәшәй.

10 января 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ырымбур өлкәһендә цинк ҡоролма эшләүсе заводта сыҡҡан янғын һүндерелде. 6 мең ярым квадрат метрҙы ялмап алған ут менән көрәшкә  50 ҡотҡарыусы һәм 15 берәмек техника йәлеп ителде. Ғәҙәттән тыш хәл урынында әле экологтар эшләй. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ...

10 января 2019
Смотреть видео Яңы йыл каникулдарында башҡала дауаханаларына мөрәжәғәттәр күпкә аҙайған | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл каникулдарында башҡала дауаханаларына мөрәжәғәттәр күпкә аҙайған

Төрлө йәрәхәттәр алып 3 мең 800 кеше, шул иҫәптән  мең бала мөрәжәғәт иткән. Был былтырғы менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Яңы йыл майҙансыҡтарында 99 кеше йәрәхәтләнгән. Белгестәрҙең пиротехника менән һаҡ эш итергә саҡырыуына ҡарамаҫтан, күңелһеҙ хәлдәр көн дә тиерлек теркәлеп тора. Күгәрсен...

10 января 2019
Смотреть видео Өфө-Затон юлында йөк ташыусы Газель машинаһы янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Өфө-Затон юлында йөк ташыусы Газель машинаһы янып китте

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Водитель машинанан сығып өлгөргән. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре асыҡлана. Яңы йылдың тәүге эш көнөндә Өфөлә генә 7 аварияла 8 кеше йәрәхәтләнгән.

10 января 2019
Смотреть видео Салауат Юлаев клубына артабан да ярҙам күрһәтеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Салауат Юлаев клубына артабан да ярҙам күрһәтеләсәк

Бөгөн Республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат Юлаев командаһының баш тренеры Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты. Унда клубтың киләсәктәге үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде. Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубының данлы үткәненә туҡталып, киләсәктә лә уға ярҙам...

10 января 2019
Яндекс.Метрика