Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Үҙәк хәрби округының “Искәндәр-М” комплекстары Свердловск өлкәһендә күнекмәләр ваҡытында шартлы дошмандың йәшерен команда пункттарын юҡ итте. Маневрҙа 300 хәрби һәм 100 берәмек техника ҡатнашҡан. Францияла “һары жилеттар” 14-се тапҡыр ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. Хоҡуҡ һаҡлау органдары...

18 февраля 2019
Смотреть видео Министр урынбаҫарына шелтә | ГТРК «Башкортостан»

Министр урынбаҫарына шелтә

Бөгөн Республика йортонда үткән оператив кәңәшмәлә  Радий Хәбиров урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу эшенә баҫым яһарға ҡушты. Ҡала һәм райондарҙың хакимит башлыҡтары  яҙ һәм йәй урамдарҙы таҙартыу өсөн кәрәкле  техника алыу тураһында бөгөндән уйлана башларға тейеш, тине Радий Хәбиров.

18 февраля 2019
Смотреть видео Ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөү осраҡтары йышайҙы | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөү осраҡтары йышайҙы

Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы сәбәпле ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөү осраҡтары йышайҙы. Бер көндә генә Өфөлә бер нисә автомобилгә зыян килгән. Граждандарҙы һаҡлау идаралығы машиналарҙы йорттарға яҡын ҡуймаҫҡа саҡыра. Йәйәүлеләр ҙә уяулыҡты юғалтмаҫҡа тейеш. Черниковка биҫтәһендә икенсе класта уҡыусы малай...

18 февраля 2019
Смотреть видео Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн дә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн дә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыра

Ҡар, епшек ҡар яуыуы, көньяҡ райондарҙа көслө буран сығыуы көтөлә. Ағастарға, тимер сымдарға ҡар һырыуы ихтимал. Елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етәсәк. Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 112 телефонына шылтыратырға саҡыра.

18 февраля 2019
Смотреть видео Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала

Уҙған аҙнала төрлө аварияларҙа 9 кешенең ғүмере өҙөлгән.  Был турала бөгөн республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр иттеләр. Юл-транспорт фажиғәләренең төп сәбәбе - тиҙлекте арттырып ҡаршы яҡ юлға сығыу. Аварияларҙың байтаҡ өлөшө шәмбегә тура килә.

18 февраля 2019
Смотреть видео Суд приставтары опекунға алынған балаларҙың банктағы иҫәптәрен япҡан | ГТРК «Башкортостан»

Суд приставтары опекунға алынған балаларҙың банктағы иҫәптәрен япҡан

Шул сәбәпле, тәрбигә алған ғаилә бурысҡа бата, был хәлде ғаилә башлығы законһыҙ, тип дәлилләй. Әммә суд приставтары икенсерәк фекерҙә. Яңы йыл алдынан Александр Буниндың 30 меңгә яҡын аҡсаһына суд приставтары арест һала. Зыян күреүсе белдереүенсә, картаға балаларҙы опекунлыҡҡа алған өсөн аҡса...

15 февраля 2019
Смотреть видео Сибай халҡы ситтән килгән политтехнологтарға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Сибай халҡы ситтән килгән политтехнологтарға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты

Сибай халҡы әле бында әле тегендә ниндәйҙер белдереүҙәр яһап, ҡотҡо таратыусыларға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты.  Улар әйтеүенсә, ситтән килгән политтехнологтар килеп тыуған хәлде файҙаланып сәйәси капитал тупларға тырыша. Ауыр ваҡытта берҙәмлек талап ителә, ә бындай кешеләр халыҡты...

15 февраля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Магнитогорскийҙа емерелгән йорт харабалары аҫтында ҡалған Ваня Фокин Мәскәүҙә дауахананан сығарылды. Бер айҙан ашыу сабый балалар хирургияһы һәм травмотология фәнни-тикшеренеү үҙәгендә дауаланды. Магнитогорскийҙың балалар дауаханаһы малайға шәхси реабилитация планы төҙөгән. Камчаткала көслө ҡар...

15 февраля 2019
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла

Йыл һайын 15 февралдә Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календарына индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә. 30 йыл элек һалдаттар һәм офицерҙар үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән үтәп...

15 февраля 2019
Смотреть видео Бөгөн Республика клиник онкология оҫталыҡ дәрестәре үтте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Республика клиник онкология оҫталыҡ дәрестәре үтте

Бөгөн Республика клиник онкология диспансерында билдәле профессор, медицина фәндәре докторы Пётр Царьков оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Лекциянан тыш, тәжрибәле белгес заманса ысул менән йыуан эсәктең яман шешен юҡ итеү буйынса операция эшләп күрһәтте.Республика клиник онкология диспансерында...

15 февраля 2019
Яндекс.Метрика