Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йылдағыса, ҡорбан байрамына арналған  төп саралар Ләлә мәстендә үтте | ГТРК «Башкортостан»

Йылдағыса, ҡорбан байрамына арналған төп саралар Ләлә мәстендә үтте

Мәсет меңәрләгән мосолман өсөн 200-ләп баш һарыҡты ҡорбанға салды.

21 августа 2018
Смотреть видео Республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән Рөстәм Хәмитов ҡотланы | ГТРК «Башкортостан»

Республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән Рөстәм Хәмитов ҡотланы

Башҡортостан мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым! Республика мосолмандары хәйриә эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләп һаҡлай, балаларҙа хеҙмәткә һәм ололарға һөйөү тәрбиәләй. Башҡортостанда яңынан-яңы мәсеттәр төҙөлә, дини белем биреү системаһы үҫешә, конфессия-ара...

21 августа 2018
Смотреть видео 2016 йылда  "Урындағы инициативаларҙы яҡлау" дәүләт программаһы буйынса башланған эш быйыл тамамланыуға бара | ГТРК «Башкортостан»

2016 йылда "Урындағы инициативаларҙы яҡлау" дәүләт программаһы буйынса башланған эш быйыл тамамланыуға бара

Миәкәнең район үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Муса Йәлил етәкселегендәге «Иҙел-Урал» йәшерен легион ағзаһы Ғәлләнур Бохараев исемендәге ял паркын төҙөкләндерәләр. 2016 йылда "Урындағы инициативаларҙы яҡлау" дәүләт программаһы буйынса башланған эш быйыл тамамланыуға...

20 августа 2018
Смотреть видео Нуриман районы Иҫке Күл ауылында яңы мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты | ГТРК «Башкортостан»

Нуриман районы Иҫке Күл ауылында яңы мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты

Мәҙәни усаҡ ,,Башҡортостандың 100 йыллығына йөҙ объект,, проекты сиктәрендә төҙөлдө. Яңы Күл ауылынан ҡунаҡҡа килеүсе ,,Гөлнәзирә,, ветерандар фольклор ансамбле мәҙәниәт йортон асыуға етди әҙерләнгән. Бейеү-йырҙан башҡа, тамбур сигеүен ҡулланып һәр береһенә алъяпҡыс, бал итәкле күлдәктәр тегеп...

20 августа 2018
Смотреть видео Ҡорбан Ғәйетен билдәләүгә республикала һуңғы әҙерлек эштәре бара | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан Ғәйетен билдәләүгә республикала һуңғы әҙерлек эштәре бара

Быйыл сараны үткәреүҙә бер аҙ  үҙгәрештәр ҙә бар. Быға тиклем һәр мәсет үҙ биләмәһендә ҡорбан сала ине, ә хәҙер Өфөлә бының өсөн дөйөм бер урын бүленгән. Барлыҡ малдарҙы башҡаланың Зинино ҡасабаһындағы "Ҡарауан" сауҙа үҙәге янына килтерәсәктәр. Әле бында һәр мәсет ҡорбан салыу өсөн үҙ...

20 августа 2018
Смотреть видео Бөгөн мосолмандар Ғәрәфә көнөн билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн мосолмандар Ғәрәфә көнөн билдәләй

Иртәгә 21 август Ислам диненең оло  байрамы - Ҡорбан ғәйете. Республикала ул ял көнө тип иғлан ителгән. Байрамды бөтә мосолмандар түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡорбан ғәйетендә барлыҡ мосолмандар иртә менән мәсеттәргә йыйылып, намаҙ уҡый. Шулай уҡ был көндө хәйер биреү, яҡындарың менән күрешеү, бүләк...

20 августа 2018
Смотреть видео Иң яҡшы кондитер | ГТРК «Башкортостан»

Иң яҡшы кондитер

Ошо көндәрҙә ,,Һөнәре буйынса иң яҡшыһы,, тип исемләнгән Бөтә Рәсәй  конкурсында ҡатнашырға теләүселәр баш ҡалала ,,Иң яҡшы  кондитер,, номинацияһы өсөн көс һынашты. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ Жданова өсөн ике сәғәт эсендә торт, пироженое  бешереүҙең бер ауырлығы ла юҡ. Был һөнәрҙе...

17 августа 2018
Смотреть видео Иртәгә илдә күп һанлы туй мәжлестәрен күҙәтергә мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Иртәгә илдә күп һанлы туй мәжлестәрен күҙәтергә мөмкин

Был 2018 йылдың 18 авгусы - өс һигеҙле датаның шәмбегә тура килеүе менән бәйле.  Сикһеҙлекте белдергән һандар аҫтында Башҡортостанда ла меңгә яҡын пар өйләнергә теләк белдергән. 2018 йылдың 18 авгусын туй көнө итеп Диана Зарипова буласаҡ тормош иптәше менән юҡҡа ғына һайламаған. Хатта йөҙөктәр...

17 августа 2018
Смотреть видео Башҡортостанда бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары операторҙарын өйрәтеү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары операторҙарын өйрәтеү дауам итә

Быйыл Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙа республика буйынса 811 КОиБ ҡуйыласаҡ. Комплекстар һайлау хоҡуғына эйә булған халыҡтың 50 процентына гражданлыҡ бурысын үтәргә мөмкинлек бирә. Һайлау участкаларынан билдәләнгән икешәр кеше Коиб менән эшләргә өйрәнә. Быға тиклем ошондай курсттар республика...

17 августа 2018
Смотреть видео Өфөлә кешеләр төҙөлөш эсендә йәшәргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә кешеләр төҙөлөш эсендә йәшәргә мәжбүр

Баш ҡалала шәхси йорт һәм ике ҡатлы барак күп ҡатлы өйҙәр төҙөлөшө араһында ҡалған. Торлаҡ хужаларына көнө буйы техника тынғы бирмәй. Бынан тыш, төҙөлөш ҡалдыҡтары оса. Ә яңыраҡ экскаватор бер йорттоң баҡсаһын туҙҙырған. Был ваҡиғала саҡ баланың ғүмере өҙөлмәгән.Экскаватор баҡсаның ҡапҡаһын емергән...

17 августа 2018
Яндекс.Метрика