Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге сикләнгән. Шуға күрә Өфөнән 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Кушнаренко районы Иҫке Ҡамышлы ауылынан тәҡдим ителгән ер бүлеме беҙҙең өсөн яраҡһыҙ, тип белдерә ҡатын. Ғаиләлә мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнгәнгә күрә Серебряниковтар был тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр. Сабыйҙы даими табипҡа күрһәтеп торорға кәрәк. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр бушлай ер бүлеме алырға хоҡуҡлы. Әммә ер барыһына ла етерлек түгел, шуға инвалид бала тәрбиәләгән Серебрянниковтар ғаиләһенә лә ер участкаһын ҡаланан ситтә тәҡдим иткәндәр. Юрист, депутат ярҙамсыһы Булат Сафин әйтеүенсә, күп балалы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ер бүлеме биреү тураһындағы закон төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан,  урындағы үҙидара мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы, ти  ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре. Әле республика күп балалы ғаиләләргә 18 меңдән ашыу ер бүлеме бирергә кәрәк. Ҡабаттан бушлай ер биреү айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән тәбиғәт ғәрәсәттәренә тарып, биләмәне ҡулланыу осрағы булмағанда ғына бүленә ти, белгестәр.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Көндәр ҡасан йылыныр? | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр ҡасан йылыныр?

Күҙаллауҙарға ҡарағанда, быйыл йәй ауыл хужалығы өсөн бик уңай киләсәк. Был аҙнала Башҡортостанда көндәр йылыта башлай.  Синоптиктар хәбәр итеүенсә, марттың тәүге яртыһында һауа температураһы норманан 3-6 градусҡа түбәнерәк булды. Бөгөндән башлап Көньяҡ Урал йылы һауа массаһы аҫтында ҡаласаҡ....

13 марта 2018
Смотреть видео Өфөлә күләмле агросәнәғәт форумы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә күләмле агросәнәғәт форумы асылды

Рәсәйҙең ауыл хужалығы тармағының киләсәге Башҡортостанда хәл ителә.  Бөгөн Өфөлә агросәнәғәт форумы асылды. Унда Рәсәйҙән һәм төрлө илдәрҙән 300-ләп предприятие ҡатнаша.

13 марта 2018
Смотреть видео Бюрократик сылбыр, йәки, миңә аҙаш кәрәкмәй | ГТРК «Башкортостан»

Бюрократик сылбыр, йәки, миңә аҙаш кәрәкмәй

Башҡортостанда йәшәүсе Волгоградта үҙенең игеҙәге барлығын асыҡлаған. Уларҙың фамилия, исем, шәрифтәре бер, хатта тыуған көндәре лә тап килә. Тик бындай аҙашлыҡҡа Благовещен ҡалаһында йәшәүсе бер ҙә шат түгел, сөнки ул “игеҙенең” бурыстарын түләргә мәжбүр.Яңы автомобилгә тип банкка һалып барған...

12 марта 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең оборона министрлығы күнекмәләр ваҡытында гипер тауышлы “Кинжал” авиация-ракета комплексын һынап ҡараны. Яңы төр ҡорал һынауҙы уңышлы үткән, тип хәбәр ителә. Сүриәлә бер-береһе менән һуғышыусыларҙы яраштырыу үҙәге офицерҙары үткәргән һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә 13 террорсы ҡорал ташлап...

12 марта 2018
Башҡортостанда ясле төҙөү программаһы ғәмәлгә ашырыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ясле төҙөү программаһы ғәмәлгә ашырыла

Башҡортостанда йәш ярымдан өс йәшкәсә балалар өсөн ясле төҙөү программаһы ғәмәлгә ашырыла башлай. Ошо хаҡта республика башлығы белдерҙе. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, киләһе ике-өс йылда йәш ярымдан өс йәшкәсә балаларҙы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән байтаҡ мәктәпкәсә балалар учреждениеһы төҙөләсәк.

12 марта 2018
Смотреть видео Санкцияларға лайыҡлы яуап | ГТРК «Башкортостан»

Санкцияларға лайыҡлы яуап

Сит дәүләттәр Рәсәйгә ҡарата санкциялар индергәс, беҙҙең предприятиеларҙың мөмкинлектәре артты. Ошоға бәйле, ил етәкселеге Оборона предприятиеларына продукцияның ассортиментын киңйәтергә ҡуша. Мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә газ ҡыуыу двигателен камиллаштырырға йыйыналар. Двигателдең...

12 марта 2018
Камаз заводы Башҡортостандағы предприятиеларында етештереүҙе киңәйтә | ГТРК «Башкортостан»

Камаз заводы Башҡортостандағы предприятиеларында етештереүҙе киңәйтә

Республика компания өсөн географик йәһәттән һәм килешеп эшләү яғынан уңайлы. Был турала ойошманың генераль директоры Сергей Когогин Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында белдерҙе. Әле 3 завод та заказдар менән тәьмин ителгән. Нефтекамаға яңыраҡ ҡына 200 миллион һумлыҡ өҫтәмә...

12 марта 2018
Смотреть видео Аграр тармаҡҡа дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Аграр тармаҡҡа дәүләт ярҙамы

Тәүге эш урынында матди ярҙам һәм өс йыл дауамында  эш хаҡына өҫтәмә аҡсалата түләүҙәр. Был дәртләндереү сараһы ауыл хужалығын белгестәр менән тәьмин итеү маҡсатында ҡулланыла. Бөгөн был түләүҙәрҙең күләмен арттырыу мәсьәләһе көн тәртибенә сығарыла. Игеҙәктәр Алина менән Лена Исаевалар...

7 марта 2018
Парламент рәйесе Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Парламент рәйесе Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе менән осрашты

Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев  бөтә Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Алексей Анисимов менән осрашты. Осрашыуҙа федераль һәм республика ҡануниәтен үҫтереү мәсьәләләре, төбәктә бөтә Рәсәй халыҡ фронтының проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы.

7 марта 2018
Смотреть видео Йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр асырға кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр асырға кәрәк

Республика башлығы был хаҡта Благовещенда яңыраҡ асылған кванториум менән танышҡанда бедерҙе.  Һуңғы йылдарҙа  юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң, йәштәр Башҡортостанда ҡалмай. Төп маҡсат улар өсөн яңы эш урындары булдырыу һәм уңайлы шарттар тыуҙырыу, тине Рөстәм Хәмитов....

7 марта 2018
Яндекс.Метрика