К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Холоҡ төҙәтеү колонияһында иректән мәхрүм ителеүселәр ураҙа тотто

Өфөлә 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы дауамында иректән мәхрүм ителеүселәр ураҙа ураҙа тотоп, намаҙҙар уҡыны. Ә Рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә улар ғәйет намаҙы уҡып, былауҙан ауыҙ итте. Өфөнөң 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһындағы хөкүм ителеүселәр Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты вәкиле Әхмәт хәҙрәт менән бергә ғәйет намаҙын уҡыйҙар. 2008 йылда мәсет төҙөлгәндән алып бында аҙан тауыштары өҙөлмәй. Колонияла быйыл барлығы 42 хөкүм итеүлеүсе ураҙа тотҡан. Ир-егеттәр әйтеүенсә, иректән мәхрүм итеү урыны етәкселәре бының өсөн бар уңайлыҡтар булдырған. Таңғы икелә сәхәр эсеп, кискеһен иһә ауыҙ астыҡ, ти улар. Ашауҙан, эсеүҙән, нәфсенән тыйылған кеше тормош ауырлыҡтарына ла сабыр булырға өйрәнә, рухы нығый. Ошо сифаттарҙы үҙ итеү күптәрҙе ислам диненә этәрә. 3-сө холоҡ төҙәтеү колония хеҙмәткәрҙәре ошо фекерҙә. Йылдан-йыл унда ураҙа тотоусылар ҙа арта. Ғәйет намаҙынан һуң байрам уңайынан Әхмәт хәҙрәт ир-егеттәрҙең ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап биреп, файҙалы һәм фәһемле әңгәмә үткәрҙе. Шулай уҡ һәр ураҙа тотоусыға былау, сәй өсөн тәм-том һәм дин тураһында китаптар тапшырылды.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика