Алтын бишек - 1743933243 | ГТРК «Башкортостан»

Холоҡ төҙәтеү колонияһында иректән мәхрүм ителеүселәр ураҙа тотто

Өфөлә 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы дауамында иректән мәхрүм ителеүселәр ураҙа ураҙа тотоп, намаҙҙар уҡыны. Ә Рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә улар ғәйет намаҙы уҡып, былауҙан ауыҙ итте. Өфөнөң 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһындағы хөкүм ителеүселәр Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты вәкиле Әхмәт хәҙрәт менән бергә ғәйет намаҙын уҡыйҙар. 2008 йылда мәсет төҙөлгәндән алып бында аҙан тауыштары өҙөлмәй. Колонияла быйыл барлығы 42 хөкүм итеүлеүсе ураҙа тотҡан. Ир-егеттәр әйтеүенсә, иректән мәхрүм итеү урыны етәкселәре бының өсөн бар уңайлыҡтар булдырған. Таңғы икелә сәхәр эсеп, кискеһен иһә ауыҙ астыҡ, ти улар. Ашауҙан, эсеүҙән, нәфсенән тыйылған кеше тормош ауырлыҡтарына ла сабыр булырға өйрәнә, рухы нығый. Ошо сифаттарҙы үҙ итеү күптәрҙе ислам диненә этәрә. 3-сө холоҡ төҙәтеү колония хеҙмәткәрҙәре ошо фекерҙә. Йылдан-йыл унда ураҙа тотоусылар ҙа арта. Ғәйет намаҙынан һуң байрам уңайынан Әхмәт хәҙрәт ир-егеттәрҙең ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап биреп, файҙалы һәм фәһемле әңгәмә үткәрҙе. Шулай уҡ һәр ураҙа тотоусыға былау, сәй өсөн тәм-том һәм дин тураһында китаптар тапшырылды.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео

Башҡортостандың 8 йәмәғәт ойошмаһы федераль гранттарға дәғүә итә

Иҫтәлеккә ҡалған хаттар, фотоһүрәттәр, шәхси әйберҙәр – былар барыһы ла «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә һәм әрмелә төрлө сәбәптәр арҡаһында һәләк булған егеттәргә арналған. Был экспонаттар Һалдат даны һәм әсә хәтере музейында һаҡлана.  Ҡасандыр йәмәғәт башланғысында барлыҡҡа килгән ойошма хәҙер комитет...

6 июля 2015
Смотреть видео

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында быйыл бюджет урындарына 11 меңгә яҡын студент ҡабул ителәсәк

Бынан тыш республикалағы вуздарҙа сит илдәрҙән килеп  белем алыусылар ҙа арта. Ошо турала бөгөн “Башинформ” агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында әйтелде. 

6 июля 2015
Смотреть видео

,,Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары нигеҙендә малсылыҡ фермаларын үҫтереү маҡсатлы программаһы сиктәрендә Башҡортостан фермерҙарына гранттар тапшырыла

Улар араһында Ҡырмыҫҡалы районы Атйетәр ауылынан Илфат Ураҙбахтин да бар. Илфат Ураҙбахтин фермерлыҡ менән 2004 йылдан шөғөлләнә. Башлап киткәнендә 26 гектар ғына ере була. Һуңынан баҫыуҙарын арттыра барып 375 гектарға еткерә. Хәҙер унда барыһы ла үҫә тиерлек. Сәсеүлектәрҙең күп өлөшөн иген...

3 июля 2015
Смотреть видео

Башҡортостанда һанлы телевидение сигналдарын тапшырыусы тәүге ҡоролма эш башланы

Станция Белорет районында урынлашҡан. Уның ярҙамында республикала йәшәүселәр телеканалдар эфирҙарын юғары сифатта ҡарай аласаҡ. Күрһәтелгән  хеҙмәттәр түләүһеҙ. 75 метр бейеклектәге ҡоролма беренсе мультиплексҡа ингән ун канал тапшырыуҙарын трансляциялау мөмкинлеген бирә.  2009-сы йылда...

3 июля 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй үҙәк банкы бөгөндән Мәскәүҙәге Старый Кремль һәм Клиентсикй банктарының лицензияһын тартып алды. Улар  енәйәтсел юл менән алынған килемдәрҙе легалләштереү һәм террорҙы финанслау тураһындағы ҡануниәт талаптарын үәтәмәгән. Ҡытайҙа ер тетрәгән. Рихтер шкалаһы буйынса уның көсө 6 баллға...

3 июля 2015
Смотреть видео

Башҡортостанға Германияның Оберхаузен ҡалаһынан бер төркөм үҫмерҙәр килде

 «MULTI» Халыҡ ара программаһы  сиктәрендә 13 ҡыҙ һәм егет республика ғаиләләрендә йәшәп, тәжрибә уртаҡлаша, Башҡортостан менән танышасаҡ. Шуларҙың береһе Өфө районы Шамонино ауылында йәшәүсе Нуриевтар ғаиләһе ҡунағы. . Иҙел Нуриев Оберхаузендан килгән ҡунағы Бьяне Вагнер менән ...

3 июля 2015

Башҡортостан менән ШОС дәүләттәре араһында тауар әйләнеше ике тапҡырға артырға тейеш

Был турала Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Раша Тодэй телеканалына интервью барышында белдерҙе. Әле Башҡортостандың сит дәүләттәр менән тауар әйләнеше 15 миллиард долларға етә, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре менән сауҙа әйләнеше ни бары 1 миллиард. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, алдағы 3-4 йыл...

3 июля 2015

Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Иран башлығы Хәсән Роухани осрашыуы үтәсәк

Ошо хаҡта дәүләт етәксеһенең матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Роуханиҙың Башҡортостанға килеүе ысынлап та көтөлә. Һәм әле ике яҡлы осрашыуҙарҙы әҙерләү бара. БРИКС һәм ШОС саммиттары Өфөлә киләһе аҙнала үтәсәк. ШОС ойошмаһы ағзалары булып Рәсәй, Ғаҙағстан,...

3 июля 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донецк халыҡ республикаһы үҙ биләмәһендә махсус үҙидара режимы индерҙе. Республика башлығы Александр Захарченко белдереүенсә, Донецк Минск килешеүҙәрен үтәү өсөн ошондай аҙымға барырға мәжбүр, сөнки Киев яғынан килешеү даими боҙола. Греция хөкүмәтенең бер аҙнаға банктарҙы ябыу тураһындағы ҡарары...

2 июля 2015
Смотреть видео

Республикала иҫерек водителдәргә ҡаршы махсус операция дауам итә

Хәҙер эскән килеш руль артына ултырыусыларҙы иректән мәхрүм итеү көтә. Ғәҙәттә, ике автомобиль бәрелешһә, тығындар барлыҡҡа килә. Ә бер нисә машина төкөшһә, хәрәкәт туҡтай, тиерлек. Яңы ҡанунға ярашлы,  юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәр йә һәләк булыусылар булмаһа, башҡаларға...

2 июля 2015
Смотреть видео

Өфөгә ШОС һәм БРИКС саммиттарын яҡтыртыу өсөн сит ил журналистары килә башланы

Ҡытайҙың төп мәғлүмәт агентлығы Синьхуа хәбәрселәре 3 көн дауамында Республика тураһында материалдар йыя. Башҡортостан мәҙәниәте, йолалары, предприятиелар эшмәкәрлеге һәм саммиттарға әҙерлек барышы менән ҡытайҙар бөгөндән үк таныша ала. Сит ил журналистары менән хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов та осрашты...

2 июля 2015
Смотреть видео

“Башҡортостан” Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы мәғлүмәт даирәһен киңәйтә

Рәсәй-Культура каналында төбәк тапшырыуҙары яңынан сыға башланы. Ижади төркөмдөң  һөйөнөсөн уртаҡлашыу йәһәтенән телеүҙәккә мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.Күтәренке кәйеф һәм киләсәккә ҡыйыу өмөттәр. Рәсәй-Культура каналында йәнә Башҡортостан мәҙәниәте өсөн дә ваҡыт бүленеүе – ысынлап та һөйөнөслө...

2 июля 2015
Смотреть видео

Йылайыр районында саранча буйынса ғәҙәттән тыш хәл индерелде

Өфөлә ямғыр яуһа, көньяҡ райондарҙа эҫе көндәр һаҡлана. Ошо сәбәпле республиканың тағы ла бер төбәге-был юлы Йылайыр районында саранча буйынса ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Әле Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура райондарында был ҡоротҡостарға ҡаршы эҙмә-эҙлекле көрәш алып барыла. Бөжәктәр бөгөнгә утыҙ һигеҙ...

2 июля 2015
Смотреть видео

Мәскәүҙә Әҙәбиәт йылына арналған ,,Рәсәй китаптары,, тип аталған халыҡ-ара китап фестивале үтте

Унда Башҡорт энциклопедияһы ғилми-нәшриәт комплексы баҫтырған ,,Башҡортостан халыҡтары,, энциклопедияһы дипломант булды.  «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы 20 йылдан ашыу энциклопедиялар өҫтөндә эшләй. Иң төп баҫма - 7 томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы» тора. Уға 17 мең мәҡәлә...

1 июля 2015
Смотреть видео

Һаҡ булығыҙ айыуҙар: кушнаренко районының Баҡай ауылына тайыш табандар һөжүм иткән

Урындағы халыҡ урман-ҡырҙарға барырға ҡурҡа. Ауылға айыуҙарҙың яҡынлашыуын Баҡайлылар тәүгегә күҙәтә. Бындай ғәҙәти булмаған хәл урындағы халыҡты хафаға һала. Ауыл ситендә яңғыҙы йәшәгән Ғәзимә Моратова өсөн йыртҡыс хайуандың яҡынға килеүе бигерәк тә хәүефле. Тайыштабан ауылдан бер-нисә генә саҡрым...

1 июля 2015
Смотреть видео

Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театры янында үҙенсәлекле Ете ҡыҙ фонтанын асыу тантанаһы үтте

Гүйә фонтандан урғылған һыуға шатланғандай, ете ҡыҙҙың шатлыҡ йәштәре күктән ямғыр булып һибелде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы башҡорт халҡының фонтанын асыу тантанаһы үтте. Башҡала халҡы түҙемһеҙләнеп көткән ваҡиға – “Ете ҡыҙ” фонтанынан  ниһайәт һыу урғылды.  Олоһо ла...

1 июля 2015
Смотреть видео

“Башҡортостан” Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы мәғлүмәт даирәһен киңәйтә

Бөгөн Рәсәй-Культура каналында төбәк тапшырыуҙары яңынан сыға башланы. Театр премьералары, гастролдәр, күргәҙмәләр, концерттар, тамашалар, әҙәбиәт өлкәһендәге яңылыҡтар һәм төрлө фестивалдәрҙән  репортаждар-каналдың төп йүнәлешен билдәләйәсәк.Сағыу алып барыусыларҙан, тәжрибәле мөхәррирҙәр,...

1 июля 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Греция Халыҡ-ара валюта фондына 1 миллиард 540 миллион һум аҡса күсермәй дефолт иғлан итте.  Валюта фондында был мәғлүмәтте раҫланылар. Шулай итеп, үҫешкән иҡтисады булған Греция дефолт иғлан иткән тәүге ил. Индонезия хәрби-транспорт самолеты һәләкәтендә 141 кеше һәләк булған. Был турала...

1 июля 2015
Смотреть видео

Республиканың көнъяҡ өлөшөндәге төбәктәрҙә ҡара сиңерткәләр ҡотора

Әбйәлил, Ейәнсура һәм Йылайырҙа саранчалар ауыл хужалығы майҙандарын, көтөүлөктәрҙе ҡыра. Бөжәктәр бөгөнгә утыҙ һигеҙ мең гектарҙы юҡҡа сығарған. Сәселгән  баҫыуҙарҙы тикшереү, зыян күләмен асыҡлау махсус төркөмдәргә йөкмәтелгән. Баймаҡ районында ла сиңерткәгә ҡаршы эҙмә-эҙлекле эш алып барыла...

1 июля 2015
Смотреть видео

Волонтерҙар өсөн тренингтар башланды

Республика башлығы БРИКс журналы хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә халыҡ-ара форумдар ваҡытында волонтерҙарға ҙур өмөттәр бағланыуы тураһында ла белдергән. Бөгөн улар өсөн тренингтар башланды. Волонтерҙар штабында бөгөн сағыштырмаса тынлыҡ. Иртәгәнән иһә бында ысын мәғәнәһендә эҫе көндәр башлана....

30 июня 2015
Смотреть видео

Ҡариҙел районы хакимиәте етәкселеге ауылдарының социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу, төҙөкләндереү эштәре буйынса семинар-кәңәшмә үткәрҙе

2012-се йылдан был крәҫтиән-фермер хужалығы менән өс бер туған Әйүповтар етәкселек итә. Юҡҡа сығып барған хужалыҡты улар аяҡҡа баҫтырған, хәҙер алдынғыларҙың береһе.Ҡариҙел районы хакимиәте етәкселеге йыл башынан бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү йәһәтенән  урындағы ҡаҙнанан 1 миллион 200 мең...

30 июня 2015
Смотреть видео

Башҡортостан ауылдарында Шос һәм Брикс илдәренең халыҡ көйҙәре яңғырай.

Учалы районында ,,Ауышкүл йәшмәләре,, тип аталған үҙенсәлекле ансамбль биҙрә сиртеп сит ил йырҙарын башҡара. Көнкүрештә ҡулланылған биҙрәләрҙе Иҫке Байрамғол ауылы ағинәйҙәре музыка ҡоралына әйләндергән. Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылындағы Ауышкүл йәшмәләре халыҡ ансамбле милли көйҙәрҙе генә...

30 июня 2015
Смотреть видео

Башҡортостандың бик күп ауылдарында тауыҡ, һарыҡтарҙың ҡанын эсеүсе чупакабра тотолған

Ул ике аяҡлы, оҙон моронло хайуан булып сыҡты. Быға тиклем тәбиғәттә билдәһеҙ был хайуанды бер кем дә күргәне юҡ ине. Бығ тиклем республиканың бер-нисә ауылында шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт, йорт хайуандары күпләп һәләк булғайны.

30 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Викиликс Францияның бер-нисә баҫмаһы менән берлектә Америка махсус хеҙмәттәренең Францияға ҡаршы ҡара эштәрен фаш итте. Милли именлек агентлығының биш хисабынан күренеүенсә, Ҡушма Штаттар 2004-се йылдан 2012-се йылға тиклем Франция етәкселәрен һәм иҡтисадсыларын күҙәткән. Японияла магнит...

30 июня 2015
Смотреть видео

Санкцияларҙың ыңғай яғы

Рәсәйҙең европа илдәренең аҙыҡ-түлек тауарҙарын сикләүе тураһындағы ҡарары, был берлеккә ингән дәүләттәргә йөҙ миллиард евро күләмендәге зыян килтерәсәк. Санкцияларға ҡаршы яуаптар Европала кәм тигәндә лә ике миллион кешене эшһеҙ ҡалдырасаҡ. Илгә ауыл хужалығы тауарҙарын индереүҙе тыйыу урындағы...

29 июня 2015
Смотреть видео

Республиканың юғары уҡыу йорттарында тулҡынландырғыс мәл: белгестәргә дипломдар тапшырыла

Шат йөҙҙәр, ныҡлы аҙымдар һәм киләсәккә ҡыйыу өмөттәр. Өфө дәүләт нефть-техник университетын   ҡыҙыл дипломға тамамлаусы студенттарҙың күбеһен эш урындары көтә лә инде. Йыл һайын йәш белгестәрҙең 90-93%  йүнәлтмә буйынса эшкә урынлаштырыла.Залда алма төшөрлөк тә урын юҡ. Уҡыу йортон...

29 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа төркөмө Грецияға ярҙам итеү программаһын ғәмәлдән сығарып Европаның үҙәк банкына был илдең банктарын финанслауҙы туҡтатырға тәҡдим итә. Тиҙҙән Греция 1 миллиард 500 миллион евролыҡ  бурысын түләргә тейеш. Шулай итеп, хәҙер Афиндар кредиторҙар менән килешмәйенсә,  дефолт иғлан...

29 июня 2015
Смотреть видео

Өфөлә 4 автомобиль ҡатнашлығында теркәлгән авария сәбәпсеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды

Хәҙер уға 7 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йома көнө иртәнге 9-сы ярты тирәһендә Баҡалы урамы буйлап төшөп килгән Ауди автомобиле юғары тиҙлектә боролошҡа инә алмайынса Әй урамы яғынан килгән Лифан машинаһына бәрелде. Ҡытай автмобиле менән идара иткән 31 йәшлек ҡатын...

29 июня 2015
Смотреть видео

Өфөлә күнекмәләр үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ғәҙәттән тыш хәл. Бөгөн бында көслө шартлау  яңғыраны һәм янғын сыҡҡан. Был Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы уҙғарған күнекмәләр сценарийы. Янғын һүндереүселәр, полиция, ашығыс ярҙам хеҙмәте, ҡотҡарыусылар менән берлектә эш итеү...

26 июня 2015
Смотреть видео

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Брикс илдәре самиттарына Өфө тулыһынса төҙөкләндерелде

Мәҫәлән, аэропорт юлында йәйәүлеләр һәм автомобилдәр өсөн бер нисә күпер файҙаланыуға тапшырылды. Шулай уҡ, яҡын тирәлә йәшәүселәрҙе борсомаҫ өсөн машиналар тауышын кәметеүсе стеналар эшләнде. Быға тиклем Чесноковка ауылында йәшәүселәр Өфөгә барыр өсөн күпмелер ваҡытта тығындарҙа  ултыра ине....

26 июня 2015
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика