Холоҡ төҙәтеү колонияһында иректән мәхрүм ителеүселәр ураҙа тотто

Өфөлә 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы дауамында иректән мәхрүм ителеүселәр ураҙа ураҙа тотоп, намаҙҙар уҡыны. Ә Рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә улар ғәйет намаҙы уҡып, былауҙан ауыҙ итте. Өфөнөң 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһындағы хөкүм ителеүселәр Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты вәкиле Әхмәт хәҙрәт менән бергә ғәйет намаҙын уҡыйҙар. 2008 йылда мәсет төҙөлгәндән алып бында аҙан тауыштары өҙөлмәй. Колонияла быйыл барлығы 42 хөкүм итеүлеүсе ураҙа тотҡан. Ир-егеттәр әйтеүенсә, иректән мәхрүм итеү урыны етәкселәре бының өсөн бар уңайлыҡтар булдырған. Таңғы икелә сәхәр эсеп, кискеһен иһә ауыҙ астыҡ, ти улар. Ашауҙан, эсеүҙән, нәфсенән тыйылған кеше тормош ауырлыҡтарына ла сабыр булырға өйрәнә, рухы нығый. Ошо сифаттарҙы үҙ итеү күптәрҙе ислам диненә этәрә. 3-сө холоҡ төҙәтеү колония хеҙмәткәрҙәре ошо фекерҙә. Йылдан-йыл унда ураҙа тотоусылар ҙа арта. Ғәйет намаҙынан һуң байрам уңайынан Әхмәт хәҙрәт ир-егеттәрҙең ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап биреп, файҙалы һәм фәһемле әңгәмә үткәрҙе. Шулай уҡ һәр ураҙа тотоусыға былау, сәй өсөн тәм-том һәм дин тураһында китаптар тапшырылды.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Стәрлетамаҡта емерелгән үткәүел янындағы йортта йәшәүселәр ғауға күтәрә | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡта емерелгән үткәүел янындағы йортта йәшәүселәр ғауға күтәрә

Бында йәшәүселәр стеналар ишелеүенән ҡурҡа, әммә уларҙы ишетеүсе лә ярҙамға килеүсе лә юҡ. Мәсьәләне беҙҙең хәбәрселәр асыҡларға тырышты.Был ҡурҡыныс кадрҙар Стәрлетамаҡтың үҙәк урамдарының береһендә төшөрөлгән. Аҙна тирәһе элек заводтың файҙаланылмаған иҫке үткәүеле ишелеп төшкәйне. Ҡотҡарыусылар...

5 февраля 2018
Мәскәүҙәге буран Башҡортостанға яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙәге буран Башҡортостанға яҡынлаша

Бөгөн республикала ҡар яуып еңелсә буран сығасаҡ. Хәбәр ителеүенсә, илебеҙ башҡалаһында епшек ҡар яуыу сәбәпле электр  сымдары өҙөлдө, транспорт хәрәкәте ҡатмарлашты. Бер кеше һәләк булған, 5 кеше йәрәхәтләнгән. Мәскәүҙә бөгөн дә көслө ҡар яуа.  

5 февраля 2018
Смотреть видео Һигеҙ меңлек ремонт | ГТРК «Башкортостан»

Һигеҙ меңлек ремонт

Өфөлә йәшәүсе Рәфиә Сафина ишектә эленеп торған иғлан аша кер йыуыу машинаһының ҡулайламаларын көйләү өсөн оҫта саҡырта. Ҡатындың оло йәштә һәм өйҙә яңғыҙ булыуынан файҙаланып, оҫта техниканы бөтөнләй ҡарамай. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы тултырып, ҡултамға алғас, ул пенсионерҙан һигеҙ мең һум аҡса һорай....

2 февраля 2018
Мәскәүҙә «Башҡортостан — тыуған илем» исемле концерт үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә «Башҡортостан — тыуған илем» исемле концерт үтәсәк

Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында сараны «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге уҙғара. Унда халыҡ художество ижады күргәҙмәһе менән танышырға, ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре алырға, «Аҡ тирмә» башҡорт милли-...

2 февраля 2018
Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа 86 йәш тулған булыр ине | ГТРК «Башкортостан»

Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа 86 йәш тулған булыр ине

Сәйфулла Ишғәле улы Дилмөхәмәтов Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында тыуған. Бала саҡтан алып әсәһе башҡарыуында боронғо башҡорт йырҙарын яратып тыңлай. Әсәһе иҫ киткес һирәк тембр тауышына эйә була, халыҡ бейеүҙәрен дә матур башҡара.Ҡурай уның тормошона иртә йәштән инә – ҡурайҙа олатаһы, атаһы...

2 февраля 2018
Смотреть видео “Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан” | ГТРК «Башкортостан»

“Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан”

Республика башлығы грантына ойошторолған Башҡортостандың йөҙ йыллығына арналған марафон шулай атала.  Өфөлә Хәйбулла районы ла үҙ күргәҙмәһен ойошторҙо.  Гөлназ Сурина балаҫ, шәл һуғыу менән биш йыл шөғөлләнә. Йыл һайын Мәскәү, Екатеринбург, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡала халҡын башҡорт...

2 февраля 2018
Смотреть видео LiFeel – Тормошто тойоу | ГТРК «Башкортостан»

LiFeel – Тормошто тойоу

Тирә-яҡ мөхиттең тулы сағылышын күреп, ишетеп беләбеҙ һәм таныйбыҙ. Әммә йәмғиәттә һөйләшеү, ишетеү, күреү ҡеүәһе төрлө кимәлдәге  кешеләр йәшәй. Был функцияларҙы башҡарыусы ағзалары зәғифтәрҙең аралашыу мөмкинлеге сикле. Уларҙың тормошон еңеләйтеү өсөн Өфөнөң 42-се лицейы уҡыусыһы Артур...

2 февраля 2018
Смотреть видео Башҡортостанда янғынға бәйле хәл ҡатмарлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда янғынға бәйле хәл ҡатмарлаша

Бигерәк тә ауылдарҙа ут сығыу осраҡтары артҡан. Был хаҡта бөгөн республика хөкүмәтендә янғынға ҡаршы комиссия ултырышында әйтелде. 

2 февраля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ростов өлкәһендә Көньяҡ хәрби округтың 150-се уҡсылар дивизияһының тактик әҙерлеге тикшерелде. Зенитсылар механикалаштырылған колонна составында билдәләнгән районға барҙы һәм шартлы дошмандың һауанан һөжүм итеүен кире ҡаҡты. Париж янында Сена йылғаһының кимәле 6 метрға- яҙғы ташҡын мәлендәге...

2 февраля 2018
Республика башлығы яҙғы-баҫыу эштәренә әленән үк етди әҙерләнергә саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы яҙғы-баҫыу эштәренә әленән үк етди әҙерләнергә саҡырҙы

Быйыл ҡар аҙ, тупраҡ та дым етерлек түгел. Был иһә ауыл хужалығы өсөн етди һынауға әйленеүе ихтимал. Рөстәм Хәмитов район хакимиәттәре башлыҡтарына кәңәшмәләр үткәрергә, хужалыҡтарҙан баҫыуҙарҙағы хәл, ужым культураларының нисек ҡышлауы, уңыш буйынса фараздар тураһында мәғлүмәт йыйырға һәм уны...

2 февраля 2018
Яндекс.Метрика