Йөҙөү – бөтәһе өсөн дә

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса һәр төбәктә “Йөҙөү – бөтәһе өсөн дә” ведомство-ара программаһы әҙерләнә. Ул муниципалитеттарҙа бассейндар төҙөүҙе һәм балаларҙы йөҙөүгә өйрәтеүҙе күҙаллай. Проект ҡасан һәм нисек эшләй башлаясаҡ. Яңыраҡ ҡына Аслан Ҡорамшин һыуға инергә лә ҡурҡҡан. Ә хәҙер малай “балыҡ” кеүек йөҙә. Быға уны спорт секцияһында өйрәткәндәр. Йөҙөү — мәктәп программаһына инмәгән. Әммә, Рәсәй Президенты күрһәтмәһе буйынса, был спорт төрө менән балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә алырға тейеш. Ил төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла үҙ программалары өҫтөндә эшләй башланылар. Ошондай проекты тормошҡа ашырыу мәсьәләһе республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһы Президенты менән осрашыуҙа ҡаралды. Унда күпләп спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктура булдырыу һорауы тикшерелде. Владимир Сальников уҡыусыларҙы һәм үҫмерҙәрҙе йөҙөргә өйрәтергә тәҡдим итте, Радий Хәбиров иһә хуплап сыҡты. Бөгөн белгестәр программа өҫтөндә эш алып бара. Уның маҡсаты – һәр кешене йөҙөү серҙәренә өйрәтеү.  Билдәле Рәсәй йөҙөүсеһе, паралимпия чемпионы Оксана Савченко аңлатыуынса, иң беренсе балаларҙы һәм эшләп йөрөгән кешеләрҙе өйрәтергә уйлайҙар. Шуныһы ла мөһим, предприятиелар үҙ иҫәбенә хеҙмәткәрҙәрен уҡытырға тейеш буласаҡ. Өфөлә лә халыҡты йөҙөүгә ылыҡтырып ҡаранылар. 2013-сө йылда грантҡа нигеҙләнеп программа педагогия университетында тормошҡа ашырылды. Ул ваҡытта йөҙләгән студент йөҙөргә өйрәнде. Әммә, грант аҡсаһы бөтөү сәбәпле ул туҡтап ҡалды. Хәҙер университетта алынған тәжрибәне Өфөлә һәм республикала таратырға йыйыналар. Ләкин, белгестәр етешмәү проблемаһы килеп тыуа. Төбәктә бер тапҡыр бассейнда шөғөлләнеү хаҡы өлкәндәр өсөн 200-400 һум. Айырым кешеләргә ташламалар ҡаралған. Мәҫәлән, студенттар һәм пенсионерҙар 100-200 һум түләй. Ошондай уҡ, сумма мәктәп уҡыусылары өсөн билдәләнгән — 150-250 һум тирәһе. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, уҡыусыларҙың 78 проценты өҫтәмә түңәрәктәргә йөрөй. Республикала 12 мең самаһы бала йөҙөү менән шөғөлләнә. Белгестәр фаразлауынса, йөҙөү мәктәп программаһына инһә, уларҙың һаны ике-өс тапҡырға артасаҡ. Быға юғары уҡыу йортарында алып барылған эш дәлил. Мәҫәлән, аграр университетта дәрестәр бассейнда үтә. Бындай программаларҙың маҡсаты – бәхетһеҙ осраҡтарҙы алдан иҫкәртеү. Уҙған йылда ғына йылға-күлдәрҙә 4 баланың ғүмере өҙөлгән. Быйыл ул башланып та өлгөрмәне, бер кеше һыуға батып үлде. Июндә ҡотҡарыусылар “Йөҙөргә өйрән” тигән акция ойоштора. “Йөҙөү – бөтәһе өсөн дә” программаһы муниципаль берәмектәрҙә бассейндарҙы төҙөүҙе күҙаллай. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 71 йөҙөү буйынса спорт комплексы бар. Быйыл 6 районда һәм тағы берәүҙе Өфөнөң Инорс биҫтәһендә сафҡа индереү планлаштырыла.

 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мәктәптәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк

Башҡортостанда етештерелгән һөт, ит ризыҡтары менән бер рәттән мәктәп ашханалары үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров был хаҡта Шишмә районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Урал климатын баҡсасылыҡ өсөн ҡулайһыҙ тип тапҡандарға ҡаршы Шишмә...

23 июля 2020
Смотреть видео Һәр яҡлап та талантлы | ГТРК «Башкортостан»

Һәр яҡлап та талантлы

Өфө районында йәшәүсе 16 йәшлек Ринат Ҡотоев тураһында шулай тип әйтергә мөмкин. Үҫмер быйыл туғыҙынсы класты тамамлаған һәм үҙ аҡсаһына футбол мәктәбе ойоштороп ебәргән. Хәҙер бында бушлай 20-гән бала шөғөлләнә. Ринат Ҡотоев 9 йәшендә футбол менән шөғөлләнә башлай һәм был спорт төрө уның күңеленә...

22 июля 2020
Смотреть видео Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта

Был хаҡта Рәсәй медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе. Быйыл республиканың юғары уҡыу йорттарында 11 мең 264 бюджет урыны бүленгән. Айбулат Хажин шулай уҡ Берҙәм Дәүләт имтиханынан 100 бал йыйыусылар тураһындағы мәғлүмәтте лә еткерҙе. Әлегә улар...

22 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы күсмә ветеринар лаборатория һынау үтә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы күсмә ветеринар лаборатория һынау үтә

Ул газель автомобиле нигеҙендә эшләнгән. Яңы ҡорамалдар ярҙамында белгестәр малдарҙың тиҫтәләгән сирен тикшерә ала. Күсмә лабораторияла малдарҙан алынған ҡандың анализын тикшереү өсөн 30-ға яҡын махсус ҡорама бар. Улар ярҙамында табиптар һыйыр һәм быҙауҙарҙың тиҫтәләгән сирен тиҙ-арала тикшереп,...

22 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороуҙың 58 яңы осрағы теркәлгән. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 226 пациент стационарҙа һаулығын нығыта. 80 сирленең хәле - ҡәнәғәтләнерлек, 113-өнөң - уртаса, 33-ө - ауыр хәлдә. 1 мең 467 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана....

22 июля 2020
Смотреть видео Янғын һүндерелерме? | ГТРК «Башкортостан»

Янғын һүндерелерме?

Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында сыҡҡан янғындар бөгөн һүндереләсәк. Һәр хәлдә, республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә урман хужалығы министры шундай вәғәҙә бирҙе. Урман янғындары 23 гектарҙа Учалы районында, 18-ҙәр гектарҙа Белорет менән Йылайыр, 12 гектарҙа Бөрйән районы...

22 июля 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров транспорт системаһын 1 сентябргә әҙерләргә ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров транспорт системаһын 1 сентябргә әҙерләргә ҡушты

“Транспорт сәғәтендә” пандемия осоронда пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу, транспорт реформаһы барышы тикшерелде. Башҡортостанда әле меңләгән маршрут буйынса 10 мең автобус йөрөй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йәйге каникулдарҙан һуң пассажирҙар арта. Йәмәғәт траснпорты муниципаль маршруттарҙа...

22 июля 2020
Смотреть видео Ишлелә мал ишәйә | ГТРК «Башкортостан»

Ишлелә мал ишәйә

Ауырғазы районында төбәктәге иң ҙур аграр предприятиеларҙың береһе - “Урожай” инвестиция проектын бойомға ашырыу барышы менән Республика башлығы Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Был һөт тауар фермаһы 6 м 530 һыйыр малын аҫрауға һәм 2 мең 980 баш мал үрсетеүгә  иҫәпләнгән. Һөтсөлөк тармағын...

22 июля 2020
Смотреть видео Бөтә ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн миллион һум аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн миллион һум аҡса

Тап ошо тылсымлы һүҙҙәргә ышанған пенсионер үҙен күрәҙәсе тип таныштырған ят кешегә бар аҡсаһын күсергән. Мөғжизәгә ышанған ҡатын хәҙер тынысланыр өсөн көн дә дарыу эсергә, етмәһә кредит түләргә мәжбүр. Республикала әле ике меңдән ашыу кеше үҙ карталарынан аҡса күсереп мутлашыусылар ҡулына эләккән...

21 июля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының макетын һәм ҡуйыу урынын халыҡ һайлаясаҡ. Был турала ойоштороу комитетының тәүге ултырышында хәбәр иттеләр. Конкурсҡа бихисап эштәр ебәрелгән. Шуларҙың ун бише менән комитет ағзалары танышты. Макеттарҙың бишәүһе тауыш биреүгә сығарыла, йәмәғәтселек фекерен...

21 июля 2020
Яндекс.Метрика