К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Ил етәксеһе тура бәйләнештә

Рәсәй президенты Владимир Путин 20 июндә тура эфирҙа илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк. Программа «Рәсәй 1», «Рәсәй 24», «Беренсе», «НТВ», «ОТР», «МИР» телеканалдарында, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM» һәм «Рәсәй радиоһында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Һорауҙы телефондан шылтыратып, СМС йәки ММС-хәбәр ебәреп, шулай уҡ программаның сайты йәки махсус мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин. Һрауҙар шулай уҡ социаль селтәрҙә лә ҡабул ителә. Бынан тыш, «Мәскәү – Путинға» һәм «ОК Live» ҡушымталарынан эфир ваҡытында студия менән тура видеоэлемтәгә сығыу мөмкинлеге лә бар. Һорауҙар Хәбәрҙәрҙе ҡабул итеү үҙәгенә 8–800–200–40–40 номеры буйынса Рәсәйҙең бар төбәктәренән дә шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика