Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ

Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ, ә 1 июлдән бөтә йәмәғәт транспортында ла берҙәм карта ярҙамында иҫәпләшергә мөмкин, тағы ла ноябрь аҙағына тиклем ҡала-райондар араһында легаль булмаған пассажир ташыусыларҙы бөтөрөргә иҫәп тоталар. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Шулай итеп, республиканы ташландыҡ автомобилдәрҙән дә бушатырға ваҡыт.  Тимер атын газон – тротуарҙа ҡалдырыусылар менән көрәш үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Апрель айынан алып административ комиссиялар тарафынан 14 миллион һумлыҡ штраф һалынған. Иң мөһиме – ҡағиҙә боҙоуҙар көндән-көн кәмей. Урам-ихаталарҙағы алам-һалам, ташландыҡ машиналарҙы эвакуациялауҙы башлар алдынан Радий Хәбиров юридик механизмдарҙы барларға ҡушты. Ошо рәүешле автомобилдәр өсөн туҡталҡала урын бушатыу менән бер рәттән яңыларын да булдырыу күҙаллана. Республикала әле 310 мең машинаға урын талап ителһә, ғәмәлдә шуның яртыһы ла юҡ. Йәмәғәт транспортына бәйле төрлө һорауҙар килеүен Радий Хәбиров автобустар паркын яңыртыу оҙаҡҡа һуҙылыуы менән аңлатты һәм аңлатма биреп үтте. Башҡортостан юлдарында үҙебеҙҙә етештерелгән автобустар йөрөргә тейеш тине ул.1 августҡа тиклем Башавтотранс өр-яңы 26 ҙур автобус ала. Улар барыһы ла ҡала-ара маршруттарға сығасаҡ. Ә август аҙағына урта класслы 222 автобус килеп етә, улар иһә ҡала эсендәге һәм ҡала-райондар араһындағы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Бөтәһе киләһе йылдың апреленә тиклем республика юлдарына 589 яңы автобус сығыр тип көтөлә. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар өсөн яҡынса 3 аҙнанан берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инә.Башҡортостан был көндәрҙә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы һөҙөмтәләрен дә барлай. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, республика өсөн быйылғы эшлекле сара рекордлы – йәмғеһе 82 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйылған. Ә был 3 меңгә яҡын яңы эш урыны тигән һүҙ. Рекордҡа тиңләрлек сараларҙың береһен был көндәрҙә Башҡортостан үҙе ҡабул итә. Евразия йөрәге фестивале бер нисә көн дауамында Өфөлә меңәрләгән ҡатнашыусыны йыясаҡ. Уның сиктәрендә 12 июндә  Надежда Бабкинаның “Рәсәй йырҙары” фестивале, этнотөн, 13-ндә симфония төнө, 14 июнь көнө Беренсе балл, Ҡурайфест, республиканың 100 йыллығына бағышлап “Алға Башкирия, Вперед Башҡортостан” тип аталған концерт, һәм башҡа саралар үтәсәк. Фестивалдең һәр көнө сағыу салют менән тамамлана. Әйткәндәй, был фестиваль йәш булыуға ҡарамаҫтан, белгестәр баһаһы буйынса Муз ТВ-нан ҡала икенсе урында тора. Республика етәксеһе беренсегә ынтылырға бөтә мөмкинлектәр ҙә бар тине.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үлемесле авария | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле авария

Учалы районында үлемесле авария. Юғары тиҙлектә килеүсе ВАЗ машинаһы водителе КАМАЗ аҫтына инеп киткән. Еңел автомобиль водителе һәләк булған. Машина тимер һыныҡтарына әйләнгән. Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы һауа шарттарын мотлаҡ иҫәпкә алырға саҡыра. 

26 сентября 2018
Смотреть видео «Салауат Юлаев» командаһы күсмә серияһын еңеүҙән башланы | ГТРК «Башкортостан»

«Салауат Юлаев» командаһы күсмә серияһын еңеүҙән башланы

Силәбелә Юлаевсылар «Трактор»ҙы 0-гә 5 иҫәбенә ҡыйратты. Етмәһә, беҙҙең хоккейсылар тәүге ике шайбаны аҙсылыҡта инлерҙе. Икенсе осор аҙағында Александр Кадейкин уңышты нығытып ҡуйҙы. Өсөнсө осорҙа Тему Хартикайнен беҙҙең өҫтөнлөктө тағы ла арттырҙы. Уға Павел Коледов һәм Артем Федоров ярҙам итте....

25 сентября 2018
Смотреть видео Онлайн хәбәрсе башҡорт телендә | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн хәбәрсе башҡорт телендә

Федераль каналда сыҡҡан “мобиль хәбәрсе” программаһы башҡорт телендә донъя күрәсәк. Беҙҙең телеканал халыҡ яңылыҡтарының өр-яңы версияһын әҙерләй. Программаның исем туйы был аҙнала Өфөлә үтәсәк 3-сө Бөтә Рәсәй “Мобиль хәбәрсе” премияһы сиктәрендә була. Баш ҡала был сараға нисек әҙерләнә. Өр-яңы...

25 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ике аҙна эсендә Рәсәй һауа һөжүменән һаҡланыу өсөн Сүриәгә С-300 ракеталарын бирәсәк. Рәсәй самолеты һәләкәткә осрағандан һуң ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Бынан тыш, беҙҙең ил Сүриә биләмәһен утҡа тотоусы самолеттарҙың радар һәм элемтә сигналдарын да юҡ итәсәк. Ҡырым башлығы Сергей Аксенов...

25 сентября 2018
Смотреть видео Ни өсөн аутсорсинг ата-әсәләр араһында хуплау тапмаған? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн аутсорсинг ата-әсәләр араһында хуплау тапмаған?

Башҡортостандың социаль учреждениялары аутсорсингҡа күсә. Тик ул ҡайһы бер ойошмаларҙа тулы кимәлдә эшләп китә алмай. Салауат районының Арҡауыл урта дөйөм белем биреү мәктендә аутсорсинг ата-әсәләр араһында хуплау тапмаған. Салауат районының Арҡауыл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең ата-әсәләр...

25 сентября 2018
Смотреть видео Бынан ары 20 йәше тулмағандарға алкоголь продукцияһын һатыу ҡәтғи тыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Бынан ары 20 йәше тулмағандарға алкоголь продукцияһын һатыу ҡәтғи тыйыла

Рәсәйҙә тәмәке һәм алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙы кәметеү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул ителеүе ихтимал. Бынан ары 20 йәше тулмағандарға алкоголь продукцияһын һатыу ҡәтғи тыйыла. Алкоголгә ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара тәжрибә бар. Күп кенә илдәрҙә, шул иҫәптән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе...

25 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә мотоцикл ҡатнашлығында авария теркәлде. | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә мотоцикл ҡатнашлығында авария теркәлде.

Ике тәгәрмәсле транспортты йөрөтөүсе егет һәм уның пассажиры дауаханаға һалынған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, боролошта сит ил машинаһы мотоциклға юл бирмәгән.

25 сентября 2018
Смотреть видео  Республика башлығы Вьетнам делегацияһы менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Вьетнам делегацияһы менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре Вьетнам Социалистик Республикаһының Бария-Вунгтау провинцияһынан килгән делегация менән осрашты. Вьетнам менән Башҡортостан араһындағы төрлө йүнәлештәрҙә барған хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән үтә был осрашыу. 2015 йылда  ике республика араһында иң юғары...

25 сентября 2018
Смотреть видео Ни өсөн Сибайҙа Ветерандар урамында ашығыс ярҙам машиналары йөрөй алмай? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн Сибайҙа Ветерандар урамында ашығыс ярҙам машиналары йөрөй алмай?

Сибайҙа Ветерандар урамындағы 9-сы йорт эргәһендә ашығыс ярҙам машинаһы юлға һибелгән ваҡ ташҡа батҡан. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, Ветерандар урамындағы туғыҙынсы йорт ихатаһына ваҡ таш ташығандар. Машиналар көн һайын батып ултыра, тәгәрмәс аҫтынан ваҡ таштар ике метрға осоп китә.Ҡала хакимиәте...

24 сентября 2018
Смотреть видео Уралдағы ер тетрәүе сәбәпсе түгел | ГТРК «Башкортостан»

Уралдағы ер тетрәүе сәбәпсе түгел

Өфөнөң Совет районындағы тарихи йорттарҙың береһендә йәшәгән кешеләр кис һайын ҡурҡыу тойғоһон баҫып йоҡларға ята. 111 йәшлек өй ҡыйығынан нигеҙенә тиклем серек. Әммә “емерек хәлдә” тигән дәрәжәһе элек булған, хәҙер юҡ. Лазовский урамындағы беренсе йорт 1907 йылда төҙөлгән. Тик бында йәшәгән...

24 сентября 2018
Яндекс.Метрика