Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ

Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ, ә 1 июлдән бөтә йәмәғәт транспортында ла берҙәм карта ярҙамында иҫәпләшергә мөмкин, тағы ла ноябрь аҙағына тиклем ҡала-райондар араһында легаль булмаған пассажир ташыусыларҙы бөтөрөргә иҫәп тоталар. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Шулай итеп, республиканы ташландыҡ автомобилдәрҙән дә бушатырға ваҡыт.  Тимер атын газон – тротуарҙа ҡалдырыусылар менән көрәш үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Апрель айынан алып административ комиссиялар тарафынан 14 миллион һумлыҡ штраф һалынған. Иң мөһиме – ҡағиҙә боҙоуҙар көндән-көн кәмей. Урам-ихаталарҙағы алам-һалам, ташландыҡ машиналарҙы эвакуациялауҙы башлар алдынан Радий Хәбиров юридик механизмдарҙы барларға ҡушты. Ошо рәүешле автомобилдәр өсөн туҡталҡала урын бушатыу менән бер рәттән яңыларын да булдырыу күҙаллана. Республикала әле 310 мең машинаға урын талап ителһә, ғәмәлдә шуның яртыһы ла юҡ. Йәмәғәт транспортына бәйле төрлө һорауҙар килеүен Радий Хәбиров автобустар паркын яңыртыу оҙаҡҡа һуҙылыуы менән аңлатты һәм аңлатма биреп үтте. Башҡортостан юлдарында үҙебеҙҙә етештерелгән автобустар йөрөргә тейеш тине ул.1 августҡа тиклем Башавтотранс өр-яңы 26 ҙур автобус ала. Улар барыһы ла ҡала-ара маршруттарға сығасаҡ. Ә август аҙағына урта класслы 222 автобус килеп етә, улар иһә ҡала эсендәге һәм ҡала-райондар араһындағы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Бөтәһе киләһе йылдың апреленә тиклем республика юлдарына 589 яңы автобус сығыр тип көтөлә. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар өсөн яҡынса 3 аҙнанан берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инә.Башҡортостан был көндәрҙә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы һөҙөмтәләрен дә барлай. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, республика өсөн быйылғы эшлекле сара рекордлы – йәмғеһе 82 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйылған. Ә был 3 меңгә яҡын яңы эш урыны тигән һүҙ. Рекордҡа тиңләрлек сараларҙың береһен был көндәрҙә Башҡортостан үҙе ҡабул итә. Евразия йөрәге фестивале бер нисә көн дауамында Өфөлә меңәрләгән ҡатнашыусыны йыясаҡ. Уның сиктәрендә 12 июндә  Надежда Бабкинаның “Рәсәй йырҙары” фестивале, этнотөн, 13-ндә симфония төнө, 14 июнь көнө Беренсе балл, Ҡурайфест, республиканың 100 йыллығына бағышлап “Алға Башкирия, Вперед Башҡортостан” тип аталған концерт, һәм башҡа саралар үтәсәк. Фестивалдең һәр көнө сағыу салют менән тамамлана. Әйткәндәй, был фестиваль йәш булыуға ҡарамаҫтан, белгестәр баһаһы буйынса Муз ТВ-нан ҡала икенсе урында тора. Республика етәксеһе беренсегә ынтылырға бөтә мөмкинлектәр ҙә бар тине.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостанда пляждар эшләй башланы | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда пляждар эшләй башланы

Республикала рәсми 82 һыу инеү урыны иҫәпләнә, уларҙың 56-һы әҙер ҙә инде. Өфөлә иһә быйыл 11 пляж эшләйәсәк. Әлегә уларҙың унауы асылған. Тиҙҙән Шаҡша биҫтәһендә лә яңы ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк. Яҡында йәшәүсе халыҡ яр буйын сүп-сарҙан таҙартҡан һәм унда пляж булдырыласаҡ. Үҙ йүнеңде үҙең...

16 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Баварияла күпер емерелгән. Әлегә бер кешенең кәүҙәһе табылған. Ул юл эшсеһе булып сыға. Күперҙә ремонт эштәре барғанда уның 40 метрлыҡ өлөшө 20 метр бейеклектән уйылып төшә. Объектта фажиғә мәлендә 20 кеше эшләгән, уларҙың алтыһы йәрәхәтләнгән. Ҡотҡарыусылар емереклектәр араһынан кешеләрҙе эҙәләүҙе...

16 июня 2016
Смотреть видео Бөгөн халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө | ГТРК Башкортостан

Бөгөн халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө

Милли герой, Башҡортостан символы, милләттең рухын сағылдырған шәхес. Бөгөн халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Замандаштарыбыҙ ошо исем менән был көнгә ҡарата ниндәй фекерҙәр белдерә. Башҡортмон тигән һәр кемдең үҙен Салауат Юлаев тип хис итер хоҡуғы бар. Халыҡтың йөҙөн...

16 июня 2016
Смотреть видео Башҡортостан парламенты депутаттары бөгөн яҙғы сеесиялағы һуңғы ултырыштарының береһен үткәрҙе | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан парламенты депутаттары бөгөн яҙғы сеесиялағы һуңғы ултырыштарының береһен үткәрҙе

Был юлы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай вәкилдәре мировой судьялар тәғәйенләп, республиканың контроль -Иҫәп палатаһына яңы  етәксе һайлауға ризалыҡ бирҙе. 

16 июня 2016
Смотреть видео Башҡортостан контроль иҫәп – палатыһында яңы етәксе | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан контроль иҫәп – палатыһында яңы етәксе

Бөгөн Республика йортонда дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Фиҙаҡәр эшенә юғары баһа алған алдынғылар араһында сәнәғәттең төрлө өлкәлә, дәүләт хеҙмәте, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар. Төҙөүселәр, уҡытыусылар, журналистар, ауыл эшсәндәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – бүләкләнеүселәр үҙ...

16 июня 2016
Смотреть видео Благовещен районында янғындан зыян күреүселәр ярҙамға мохтаж | ГТРК Башкортостан

Благовещен районында янғындан зыян күреүселәр ярҙамға мохтаж

Кисә Старонадеждино ауылында бер юлы биш йорт янып көлгә әйләнгән. Өс ғаилә, шул иҫәптән күп балалы Первушиндар урамда ҡалған. Йорттарынан тороп ҡалған көлгә Ольга Викторовна тыныс ҡына ҡарай алмай. Кисә генә сусҡаларын ҡарап йөрөгән хужабикә, бөгөн йорт хайуандары менән бергә янып бөткән ҡура...

16 июня 2016
Смотреть видео Беҙҙең телерадиокомпания Башҡортостандың иң матур һәм күркәм ауылын асыҡлау маҡсатында күләмле бәйге башлай | ГТРК Башкортостан

Беҙҙең телерадиокомпания Башҡортостандың иң матур һәм күркәм ауылын асыҡлау маҡсатында күләмле бәйге башлай

,,Алтын бишек,, конкурсы барышында беҙҙең хәбәрселәр конкурста ҡатнашырға теләүсе ауылдарға сығып, улар тураһында репортаждар әҙерләйәсәк. Республикабыҙҙың ынйылары булған ауылдар араһынан еңеүсе ауыл тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк. Әгәр һеҙҙең ауыл был бәйгелә ҡатнашырға хоҡуҡлы тип...

15 июня 2016
Бөгөн башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Миләүшә Мортазина юбилейына арналған гала-концерт үтә | ГТРК Башкортостан

Бөгөн башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Миләүшә Мортазина юбилейына арналған гала-концерт үтә

Билдәле педагогты тыуған көнө менән ҡотларға уның уҡыусылары ағалы-ҡустылы Абдраҙаҡовтар ҙа ҡайтты. Илдар Абдраҙаҡовты Өфө аэропортында беҙҙең ижади төркөм дә ҡаршы алды. Уҡытыусыһын юбилей менән ҡотлау өсөн махсус рәүештә ҡайтҡан ул. Вокал буйынса педагог,Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт...

15 июня 2016
Смотреть видео Татлы миҙгел | ГТРК Башкортостан

Татлы миҙгел

 Ваҡытлы ямғырҙар һәм ҡояш нурҙары быйыл ер еләгенең мул булыуына ишара. Шәхси хужалыҡтар, емеш питомниктары тәүге уңыштарын йыя башланы ла инде. Яланда әлегә еләк йыйыусылар  юҡ. Әммә шау йәшеллек араһында тәүге еләктәр ҡыҙара. Мәктәп балалары өсөн Шишмә емеш питомнигындағы йәйге хеҙмәт...

15 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Украина ярлыҡау алғандар менән алмашты. Иреккә сығарылған журналистар Елена Глищинская һәм Виталий Диденко Мәскәүгә ҡайтарылды. Глищинскаяның  үҙе менән ай ярымлыҡ балаһы ла бар, сөнки былтыр ул ауырлы килеш сепаратизмда ғәйепләнеп ҡулға алынғайны. Шул уҡ ваҡытта, Киевҡа украина...

15 июня 2016
Смотреть видео Баш ҡалала – һыуһыҙ | ГТРК Башкортостан

Баш ҡалала – һыуһыҙ

Өфөнөң Инициативная урамында йәшәүселәр бына инде бер аҙна һыуһыҙ интегә. Сәбәбе – авария хәлендәге һыу үткәргес торбалар. Технологиялар үҫешкән һәм барыһы ла кеше өсөн эшләнергә тейешле 21-се быуатта ташбыуат мәсьәләһе ни өсөн көнүҙәк. Хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова һыуһыҙ йонсоған халыҡ менән...

15 июня 2016
Смотреть видео Донор  көнө | ГТРК Башкортостан

Донор көнө

Республика ҡан ҡойоу станцияһында  10 тоннанан ашыу ҡан компоненттары һаҡлана. Был төбәктә йәшәгән мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында йыйылған. Үҙ теләге менән ҡан биреүселәргә ихтирам күрһәтеү йәһәтенән бөтә донъяла Донорҙар көнө билдәләнә. Миллионлаған кеше ғүмерен һаҡлап ҡалғаны өсөн бер ваҡытта...

15 июня 2016
Смотреть видео Башҡортостанда иң яҡшы табип конкурсына йомғаҡ яһалды | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда иң яҡшы табип конкурсына йомғаҡ яһалды

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республика дауаханаларында эшләгән 50 белгескә еңеүсе грамоталары тапшырылды. Дауалау йүнәлештәренең һәр ҡайһыһы үҙ өлкәһендә танылған еңеүсенән тыш, иң яҡшы тигән исемде кеше ғүмерен һаҡлап ҡалған ҡатмарлы операция яһаған, медицинала өр-яңы алымдар уйлап сығарған табип...

15 июня 2016
Бөгөн Өфө уртаһында ауыр йөк машинаһы түңкәрелде | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Өфө уртаһында ауыр йөк машинаһы түңкәрелде

Юл-транспорт фажиғәһе Кировоградская урамында була. Шаһиттар әйтеүенсә, тупраҡ тейәгән машинаның  тауҙан төшкәндә тормоздары эшләмәй. Водитель машина менән идара итә алмай һәм техника уң яғына түңкәрелә. Водитель зыян күрмәй, ә бына машинаны тәгәрмәстәренә ҡуйыу өсөн кран саҡырырға тура килә.

15 июня 2016
Башҡортостан мәҙәниәте оло юғалтыу кисерҙе | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан мәҙәниәте оло юғалтыу кисерҙе

87-се йәшендә БАССР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Камил Вәлиев арабыҙҙан китте. Камил Абдрахман улы Вәлиев 1930 йылдың 25 майында Йылайыр Кантоны Темәс олоҫо Баҡыр Үҙәк ҡасабаһында тыуа. Ауылдан сыҡҡан егет илдең иң алдынғы Уҡыу йорттарының береһе – Калинин исемендәге төҫлө метал һәм иретмәләр...

14 июня 2016
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостанда матбуғат һәм мәғлүмәт көнө | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Башҡортостанда матбуғат һәм мәғлүмәт көнө

Республика ҡала һәм райондарында бөгөн 70-тән ашыу баҫма берҙәм мәғлүмәт даирәһен тәьмин итә. Мәғлүмәткә мохтаждарҙың ихтыяжын файҙаланыу өсөн улар ниндәй талаптарға яуап бирә.  Республикала иң оло йәштәр гәзите бөгөн һуңғы номерын нәшергә әҙерләй. 1923 йылдан иҫәпләгән тарихында ул төрлө...

14 июня 2016
Смотреть видео Ишембай кадет корпусына курсанттар ҡабул итеү дауам итә | ГТРК Башкортостан

Ишембай кадет корпусына курсанттар ҡабул итеү дауам итә

Әлеге ваҡытта бер урынға 24 үҫмер дәғүә итә. Егеттәрҙе хәрбиҙәр тормошо нимәһе менән ҡыҙыҡһындыра, улар унда ниндәй шарттарҙа йәшәй. Илһөйәрлек һәм сикһеҙ тырышлыҡ. Был үҫмерҙәрҙе кадет корпусына матур хәрби кейемдәр, парадтар, погондағы йондоҙҙар түгел, ә киләсәктә илде һаҡлаусы булыу теләге алып...

14 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Париждағы полиция хеҙмәткәрен үлтереү яуаплылығын “Ислам дәүләттәре” төркөмө үҙ өҫтөнә алған, тип хәбәр итә “Амак” агентлығы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә иртән билдәһеҙ ир эштән ҡайтып барған полиция хеҙмәткәренә бысаҡ менән ташлана. Аҙаҡ уның ҡатыны менән балаһын ҡулға алып, йорттарында бикләнә....

14 июня 2016
Өфөлә “Ихлас” мәсетенән алыҫ түгел урында кешеләр янғын сыҡҡан бинанан ҡотолған | ГТРК Башкортостан

Өфөлә “Ихлас” мәсетенән алыҫ түгел урында кешеләр янғын сыҡҡан бинанан ҡотолған

Кавказ урамындағы йорт бер нисә секундта тоҡана. Ялҡын  тиҙ арала ҡыйыҡ буйлап тарала. Дүрт кеше тәҙрә аша сығып өлгөрә. Бәхеткә, ҡорбандар юҡ.  Фажиғә урынына бер юлы өс бригада оҙатыла. Аашығыс ярҙам һәм газ бригадалары хеҙмәттәре һуңғараҡ килә!. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт утта янып бөтә....

14 июня 2016
Башҡортостанда  авариялар һаны арта | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда авариялар һаны арта

Ял көндәрендәге  юл- транспорт ваҡиғаларында өс кешенең ғүмере өҙөлгән, ике йәйәүлене автобус тапаған. Өфө-Зубово-Шишмә трассаһында ике машина бәрелешеү һөҙөмтәһендә  өс  кеше һәләк була.  Фараздар буйынса, Хюндай Солярис менән идара иткән ир кеше, үҙ машинаһында ҡаршы һыҙатҡа...

14 июня 2016
Смотреть видео Башҡортостан хужалыҡтары көҙгө уңыштың мул булырына ышана | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан хужалыҡтары көҙгө уңыштың мул булырына ышана

Республика райондары яҙғы сәсеү кампанияһына йомғаҡ яһап, хужалыҡтар хәҙер ураҡҡа әҙерләнә.  Ә райондарҙа иһә йылдың иң күркәм байрамдарының береһе – һабантуйҙар үтә. Ауыл эшсәндәрен Бәләбәйҙә лә тәбрикләнеләр. Бәләбәй кооперативтары быйылғы сәсеүҙе әллә ни ауырға тура килмәне тип иҫәпләй. Йыл...

14 июня 2016
Смотреть видео Ни өсөн Рәсәйҙә илһөйәрлек тойғоһо түбән?  | ГТРК Башкортостан

Ни өсөн Рәсәйҙә илһөйәрлек тойғоһо түбән?

Республика хөкүмәтендә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса ведомство-ара координацион советы ултырышында ҡатнашыусылар ошо һорауға яуап эҙләне. Төрлө тәҡдимдәр яңғыраны. Совет республикала “Йәш әрме” хәрәкәте булдырырға ҡарар итте. Патриотик йырҙар, тигеҙ сафтар. Муса...

10 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре  | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй хәрби диңгеҙ флотының  яңы фрегаты «Адмирал Григорович» Севастополға килде.  Был һуңғы 35 йылда флот ҡарамағына тапшырылған тәүге корабль. Фрегат Төнъяҡ Атлантик альянстың да иғтибарын йәлеп итте. НАТО кораблдәре уны оҙата килде. Севастополда яңы фрегатты сафҡа индереү сәбәпле салют...

10 июня 2016
Яндекс.Метрика